Никстар

урта һәм төньяҡ европа фольклорында һыу эйәләре йәки рухтары

Никстар (нем. Nixen) — урта һәм төньяҡ европа фольклорында һыу эйәләре йәки рухтары.

Никсы
«Гилас и Нимфы» — картина Джона Уильяма Уотерхауса
«Гилас и Нимфы» — картина Джона Уильяма Уотерхауса

женские духи воды

Мифология

европейская

Башҡа мәҙәниәттә

мелюзина, вила, ундина

 Никстар Викимилектә

Этимологияһы

үҙгәртергә

Был һүҙҙәр, барлыҡҡа килеүенә ҡарап, праһинд-европа теленән («йыуыу» тигәнде аңлатыусы) *neigw дөйөм герман телендәге *nikwus йәки *nikwis(i) төшөнсәләренә барып тоташа[1]. Был санскритта nḗnēkti («йыуыу»), шулай уҡ грек телендә νίζω (nízō) һәм νίπτω (níptō), һәм ирланд телендә nigther тигәнгә бәйле[2].

Neck формаһы инглиз һәм швед телдәрендә (neck һәм näck) барлыҡҡа килә[2]. Швед формаһы боронғо исланд телендәге nykr, һәм nykk (норвег нюнорск) мәғәнәләренә тап килгән боронғо швед neker һүҙенән килеп сыҡҡан[2]. Фин телендә был һүҙ näkki төрөн ҡабул иткән. Боронғо дат формаһы nikke дат һәм норвег nøk(ke) һүҙенә (норвег «китап телмәре» — букмол) әйләнгән[2]. Исланд һүҙе nykur ҙа шулай уҡ гиппопотамды билдәләгәндә ҡулланыла[2].

Боронғо nihhus үргенемец формаһы «крокодил» тигәнде лә аңлата ине[2], ә боронғо инглиз һүҙе nicor[2] «һыуҙағы имәнес зат» тигәнде лә, "гиппопотам"ды ла аңлата ала[2].

Төрлө илдәрҙәге тасуирламалар

үҙгәртергә

Никстар хаҡындағы иң тәүге дәлилдәр — Гомерҙың «Одиссея» эпосындағы сиреналар. Унда Одиссей сиренаның емергес йыры хәүефенә юл ҡуймаҫҡа маташҡан.

Норвегия

үҙгәртергә
 
Nøkken — Теодор Киттельсендың картинаһы.

Норвегияла нёкки (Nøkken) иблистәр менән бәйлпе ҡурҡыныс һәм яуыз заттар тип һынландырыла. Донъяны ендәр менән бәйле ҡурҡыныс, яуыз йән эйәләре итеп һүрәтләйҙәр. Улар һәр ваҡыт һыу янында тора, һәм кешеләрҙе, хайуандарҙы һыуға йәлеп итергә тырыша. Улар бигерәк тә һыуға сумдырылмаған (не крещенные) сабыйҙар һәм йөклө ҡатындар өсөн хәүефле булған. Улар шулай уҡ яңғыҙ йәшәгән һәм күккә эләгә алмауҙарына зарланған күңелһеҙ кешеләр тип һүрәтләнә.

Нёкки ҡорбандарын әсир итер өсөн матур йыр һәм музыка ҡулланған. Нёккиҙар — оҫта скрипкасы. Мәҫәлән, ҡотҡарыу һәм бәхетлелек вәғәҙәһенә, ҡорбанға йә башҡа нимәгә алмашҡа уларҙың скрипкала уйнарға өйрәтеүе тураһында хикәйәлүҙәр ҙә бар.

 
Уппсала ҡалаһы фонтанында нёккиҙарҙың скульптураһы

Нёккиҙарҙы (Näcken) йыш ҡына швед телендәге strömkarlen тигән ҡурҡыныс заттарға оҡшатылған. Улар — ҡорбандары төнө буйына шарлауыҡ янында ултырыуға дусар ителгән ер аҫты музыканттары.

Германия

үҙгәртергә
 
«Девы Рейна» — Фюссли Иоганн Генрих картинаһы

Германия фольклорында Никстар кешеләрҙе һыуға йәлеп итергә маташҡан диңгеҙ ҡыҙҙары булып һүрәтләнә[3]. Улар ни яғы менәндер кельт Мелюзинаһына һәм грек сиреналарына оҡшаш. Ир-никстар («wassermann» — «һыу эйәһе») төрлө формала була алған: һыу инәләре, улар балыҡ, йылан, хатта кеше була алған. Никс ҡатын-ҡыҙҙар — балыҡ ҡойроҡло һылыуҡайҙар. Кеше формаһында булғанда, уларҙың күлдәк итәктәре еүеш булыуы мөмкин. Никстар ҡайһы бер тарихтарҙа зыянлы, ә башҡаларында зыянһыҙ һәм күңелсәк итеп һүрәтләнә.

XIX быуатта йәшәгән Якоб Гримм музыка, йыр һәм бейеү яратҡан никстарҙы һыу рухтарына индерә һәм: «Сиреналар һымаҡ, никстар үҙҙәренең йыры менән йәштәрҙе йәлеп итә, ә һуңынан уларҙы һыу төбөнә һөйрәй», — тип әйткән[3]. Гримм буйынса улар кеше була ала, әммә уларҙың тышҡы ҡиәфәтендә хайуандарға хас үҙенсәлектәре бар.

Рихард Вагнерҙың ҡул арты еңел булғанлыҡтанмы, никстар Рейн ҡыҙҙары булараҡ та билдәле булды.

Германия фольклорының иң билдәле никстарының береһе булып Лорелея тора. Легендаға ярашлы, ул Рейн йылғаһы буйындағы ҡаяларҙың береһендә (хәҙер ҡая уның исемен йөрөтә) ултыра һәм үҙенең йыры менән балыҡсыларҙы, кәмәселәрҙе ҡаяларға ылыҡтыра.

Нёкки (дат. Nøkken) — Дания фольклорында үҙҙәренең уйыны менән кешеләрҙе йәлеп иткән инештәрҙә, йылғаларҙа һәм күлдәрҙә йәшәүсе тәбиғи булмаған йән эйәләре. Нёкки дүрт аяҡлы булыуы ла мөмкин.

Швейцария

үҙгәртергә

Швейцарияла Цуг күле (Цуг кантоны) буйында йәшәгән никстар тураһында легенда (миф) бар.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Лорелей — Был ҡая Германия биләмәһендә урынлашҡан, риүәйәттәр буйынса, унда никстарҙың береһе — Лорелея йәшәгән.
  • Гриндилоу (Загрыбаст) — Йоркшир (Англия) легендаларындағы һыу эйәһе

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Köbler, Gerhard: Indogermanisches Wörterbuch. 2012 йыл 12 ғинуар архивланған.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 2,7 Svensk etymologisk ordbok, by Elof Hellquist (1922) Lund, C. W. K. Gleerups förlag Berlingska boktryckeriet. p. 532. Дата обращения: 7 июль 2011. Архивировано 26 август 2011 года.
  3. 3,0 3,1 Grimm 1835:17:11.
  • Barbara Stamer (Hrsg.): Märchen von Nixen und Wasserfrauen, Frankfurt 1987
  • Enn Vetemaa: Die Nixen von Estland, Frankfurt 2002
  • Gwen Benwell & Arthur Waugh: Töchter des Meeres. Von Nixen, Nereiden, Sirenen und Tritonen. Marion von Schröder, Hamburg 1962
  • Grimm, Jacob (1835). Deutsche Mythologie
  • Hellström, AnneMarie. (1985). Jag vill så gärna berätta…
  • Karlsson, S. (1970). I Tiveden, Reflex, Mariestad.

Һылтанмалар

үҙгәртергә