Устименко Евгения Егоровна

Устименко Евгения Егоровна (6 август 1922 йыл1988 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).

Устименко Евгения Егоровна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Ҡаҙағстан
Тыуған көнө 6 август 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})
Тыуған урыны Тамбов өлкәһе, СССР
Вафат булған көнө 1988
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы

Биография

үҙгәртергә

Евгения Егоровна Устименко 1933 йылдың 6 авгусында Тамбов өлкәһенең Знаменский районы Артемьевка ауылында тыуған.

1949 йылда Ҡаҙаҡ ССР-ы Көнсығыш-Ҡаҙағстан өлкәһенең Глубковский районындағы С. М. Киров исемендәге колхозда эшләй башлай. Тәүҙә быҙау һәм сусҡа ҡараусы булып эшләй, ә 1952—1977 йылдарҙа һауынсы була. Көнсығыш-Ҡаҙағстан өлкәһендә беренсе булып Евгения Устименко йыл һайын үҙенә беркетелгән һәр һыйырҙан мең центнер һөт һайыу буйынса башланғыс менән сығыш яһай. Фермала һыйырҙарҙың тоҡомло төркөмөн сығарыуҙа, һәр һыйыр өсөн яҡшы мал аҙығы базаһы булдырыуҙа ҡатнаша, был байтаҡ һөҙөмтәләр бирә.[1]

СССР Юғары Советы Президиумының 1971 йылдың 8 апрелендәге Указы менән ауыл хужалығы производствоһын үҫтереүҙә һәм туғыҙынсы биш йыллыҡта дәүләткә игенселек һәм малсылыҡ продукттарын һатыу планын үтәүҙә өлгәшкән уңыштары өсөн Евгения Егоровна Устименкоға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

Һауынсы булып эшләүен дауам итә, 1971 йылда Евгения Егоровна һәр һыйырҙан 4174 килограмм, 1972 йылда 4300 килограмм, 1975 йылда — 4655 килограмм һөт һауып ала. Хатта ҡоролоҡло 1974 йылда һауынсы үҙенә беркетелгән 33 һыйырҙан һәр береһенән 4390 килограмм һөт һауып ала, ә тулайым һауым 1176 центнер тәшкил итә. 1975 йылда уны 1471 центнерға еткерә. Шәхси биш йыллыҡ планды өс йыл ярым эсендә үтәй, туғыҙынсы биш йыллыҡ йылдарында пландан тыш а 1600-ҙән ашыу центнер һөт тапшыра.[1]

1972 йылда Е. Г. Устименко КПСС-ҡа инә. VIII саҡырылыш Ҡаҙаҡ ССР-ы Юғары Советы депутаты була. 1977 йылдан алыпколхозда һөт-тауар фермаһын етәкләй. Йәштәрҙең остазы булып тора, уларға үҙенең бай тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Тиҫтәләгән һауынсы тәрбиәләй, уларҙың күпселеге өс меңенсе була.[1]

Хаҡлы ялға сыҡҡас, Глубоковский районында йәшәүен дауам итә.

1973 йылда «Ҡаҙаҡ ССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ була һәм миҙалдар менән бүләкләнә.

Библиография

үҙгәртергә
  • Шығыс Қазақстан облысы [Мәтін] : энциклопедия — Устименко Евгения Егоровна. — Алматы : Қазақ энциклопедиясы, 2014.
  • Герои Социалистического Труда — казахстанцы. Т. 1. — Алма-Ата : Казахстан , 1969.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә