Урманай (Татарстан)
Урманай[3][4] (Яңы Урманай; татар. Уразай, рус. Уразаево) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҙнаҡай районы ауылы.
Урманай | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәге | Урманаевское сельское поселение[d][1] |
Административ-территориаль берәмек | Урманаевское сельское поселение[d][1] |
Халыҡ һаны | 619 кеше (2002)[2] |
Почта индексы | 423311 |
География
үҙгәртергәАуыл Стәрле йылғаһы буйында, Аҙнаҡай ҡалаһынан көнсығышҡа табан 20 км алыҫлыҡта урынлашҡан[5].
Тарих
үҙгәртергәАуылға юрмый ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. 1761 йылдан билдәле. Ауыл Юрмый улусына ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Чекан административ-территориаль улусы составына керә[6].
XX быуат башында ауылда 2 мәсет, һыу тирмәне теркәлгән[5].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан Тымытыҡ районы, 1931 йылдан — Аҙнаҡай районы, 1957 йылдан — Тымытыҡ районы, 1958 йылдан — Ютазы районы, 1963 йылдан — Бөгөлмә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҙнаҡай районы составында була[5].
Халҡы
үҙгәртергә1816 йылда ауылда 127 ир затлы аҫаба башҡорт, 12 ир затлы керҙәш башҡорт һәм 1 ир затлы мишәр; 1859 йылда — 366 ир затлы аҫаба башҡорт, 5 ир затлы керҙәш башҡорт һәм 5 ир затлы мишәр иҫәпләнгән[6].
1795 | 1834 | 1859 | 1897 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2010 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
101 | 443 | 886 | 1373 | 1658 | 1268 | 1093 | 774 | 529 | 565 | 402 | 608 | 619 | 607 |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Численность и размещение населения республики Татарстан. Итоги всероссийской переписи населения 2002 года
- ↑ Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 378. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
- ↑ 4,0 4,1 Населённые пункты камско-икских башкир, входившие в Казанскую и Уфимскую губернии / Урманай (Татарстан) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 Татарская энциклопедия.
- ↑ 6,0 6,1 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 570-571. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.