Уран (мифология)
Уран (бор. грек. Οὐρανός «күк йөҙө»), римлеләрҙә Целум (лат. Caelum) — боронғо грек мифологияһында күктең кәүҙәләнеше, Геяның (ерҙең) ире, аллаларҙың иң боронғо быуынына ҡарай. Гея Уранды тыуҙырған йәки ул уны төшөндә тапҡан[12]; йәки Уран Хаостың (башҡа мифтарҙа Эфирҙың улы)[13] һәм Гемераның улы[14] йәки Офиондың һәм өлкән Фетиданың улы[15]. Титандарҙың һәм титан-аллаларҙың атаһы[16]. «Беренсе булып бөтә донъя менән идара итә башлаған»[17].
Уран | |
бор. грек. Οὐρανός | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Атаһы | Хаос[d][2], Эфир[d][2][1] һәм Офион[d] |
Әсәһе | Гемера[d][3] һәм Гея[3][1] |
Бер туғандары | Уреа[d] һәм Понт[d] |
Хәләл ефете | Гея[1] |
Балалары | Афродита, Бронт[d], Стероп[d], Эвримедон[d], Алкионей[d], Alpos[d], Энкелад[d], Eurytos[d], Гратион[d], Ипполит[d], Мимант[d], Паллант[d], Peloreus[d], Полибот[d], Порфирион[d], Anax[d], Дамис[d], Clytius[d], Ephialtes[d], Hoplodamus[d], Melia[d], Otus[d], Бриарей[d], Котт[d], Гиес[d], Океан (мифология), Кой[d], Крий[d], Гиперион[d][4], Иапет[d][5], Кронос[6], Феба[d], Мнемосина[d], Рея[7], Фемида, Тефида[d][8], Тейя[d][9][10], Алекто[d], Мегера[d], Арг[d], Тисифона[d], Astraios[d], Тельхины[d], Лисса[d], Abseus[d], Syceus[d], Диона[d], Adanus[d], Аристей[d][11], Glauce[d], Эгеон[d], Этна[d], Athos[d], Басилея[d], Euonymus[d] һәм Heimarmene[d] |
Место содержания под стражей | Тартар[d] |
Алла ... ҡарай | Боронғо грек мифологияһы[1] һәм боронғо грек дине[d][1] |
Область святого или божества | күк[d][1] |
Уран Викимилектә |
Уран | |
бор. грек. Οὐρανός | |
Туғандары | |
---|---|
Тормош иптәше | |
Уран Викимилектә | |
Гесиод буйынса, Гея, Уран менән никахҡа инеп, тауҙарҙы (версия буйынса), нимфаларҙы, Понтты, титандарҙы, циклоптарҙы һәм йөҙ ҡуллы алпамышаларҙы — гекатонхейҙарҙы тыуҙырған. Урандың төп һыҙаттарының береһе уның сикһеҙ үрсемлелеге була. Ул үҙенең ҡурҡыныс ҡиәфәттәге балаларын күрә алмай. Уларҙы Геяның ҡарынына йәшереп, Уран уға ауыр ғазаптар килтергән.
Әсәйенең хәлен еңеләйтеү өсөн кесе улы Кронос ураҡ ярҙамында атаһын бестерә. Урандың емешле көсө шул тиклем ҙур була, хатта ергә төшкән ҡан тамсыларынан эриниялар, ә диңгеҙгә төшкән орлоҡтан һәм ҡандан — алиһә Афродита тыуған. Һөҙөмтәлә Уран ғифрит илаһтар нәҫелен дауам итеүҙән ситләтелә һәм власть уның улы Кроносҡа күсә.
Евгемер буйынса, ул океанда һәләк була Һәм Авлакия ҡәлғәһендә ерләнә[18]. IV орфик гимн уға арналған.
Этимологияһы
үҙгәртергәИң ышаныслы версия һүҙҙе *ṷorsó- (грек. ouréō «һейеү», боронғо һинд varṣá «ямғыр», хетт. ṷarša- «томан») тамырынан яһалған[19] *worsanós протогрек формаһына алып барып тоташтыра[20]. Һинд-европа тамырының мәғәнәһен иҫәпкә алғанда, Урандың исемен «ямғыр биреүсе» тип аңлатырға кәрәк. Ж. Дюмезиль тәҡдим иткән һинд арий аллаһы исеме Варуна менән бәйләнеш этимологик нигеҙһеҙ[21][22].
Уран Тоҡомо
үҙгәртергәОбраздың сығанаҡтары һәм параллель
үҙгәртергәТикшеренеүселәр Ж. Дюмезиль һәм уны хуплаусы М. Элиада Уран образының, иҫәбе буйынса икенсе күк илаһ-батшаһы булараҡ, һинд-европа тамырҙарын асыҡлайҙар, как второго по счёту күктәр батшаһы. Грек Ураны образына параллель булып, уларҙың фекеренсә, ведий Варунаһы тора[23].
Табыныу
үҙгәртергәУран, ҡатыны Геянан айырмалы рәүештә, мифтарҙа мөһим роль уйнамай, шуға күрә гректар уға аҙ табыналар, һәм әлегә Урандың бер генә ғибәҙәтханаһы ла табылмаған. Тик «Теогония» ла ғына Уран гекатонхейрҙарҙың, циклоптарҙың һәм өлкән титандарҙың атаһы, өлкән олимпсыларҙың һәм кесе титандарҙың олатаһы, кесе олимпсыларҙың, өлкән олимпсыларҙың балаларының һәм кесе титандарҙың балаларының ҡарт олатаһы, кесе олимпсыларҙың балаларының, өлкән олимпсыларҙың ейәндәренең, һәм кесе титандарҙың ейәндәренең олатаһының атаһы (уларҙың ҡайһы берҙәре инде үлгеле йәки ярым алла булғандар) булараҡ әһәмиәтле роль уйнай.
Һүрәттәре
үҙгәртергәГректарҙың Уранға башҡа аллаларға ҡарағанда аҙыраҡ табыныуы тураһында һүрәттәр ҙә һөйләй. Урандың бер боронғо һүрәте лә юҡ, улар хатта боронғо грек керамикаһында ла юҡ, шулай уҡ урандың һуңғы һүрәттәре лә аҙ. Дөрөҫ, Еврипид шулай ҙа күк илаһтары, шул иҫәптән Уран да төшөрөлгән келәмде тасуирлай. Рим мифологияһында Урандың исеме бөтөнләй телгә алынмай, Сатурндың үҙенең атаһын, күк аллаһын ҡолатыуы ғына телгә алына. Әммә уның һүрәте Прим-Портта император Август статуяһының кейемендә бар.
Хәҙерге мәҙәниәттә
үҙгәртергәУран аллаһы хөрмәтенә Ҡояш системаһындағы Ҡояштан алыҫлығы буйынса етенсе планета Уран, шулай уҡ химик элемент аталған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Уран, в мифологии // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Caelus // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Уран // Мифологический словарь/ Гл. ред. Е. М. Мелетинский. — М.:Советская энциклопедия, 1990. — 672 с.
- Мифы народов мира. М., 1991—92. В 2 т. Т. 2. С. 549.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 Encyclopedia of Ancient Deities (ингл.) — 1 — Jefferson: McFarland & Company, 2000. — P. 484. — 597 p. — ISBN 0-7864-0317-9
- ↑ 2,0 2,1 Титаномахия
- ↑ 3,0 3,1 Гесиод Θεογονία — 0700.
- ↑ Любкер Ф. Hyperion (урыҫ) // Реальный словарь классических древностей по Любкеру / под ред. Ф. Ф. Зелинский, А. И. Георгиевский, М. С. Куторга, Ф. Гельбке, П. В. Никитин, В. А. Канский, пер. А. Д. Вейсман, Ф. Гельбке, Л. А. Георгиевский, А. И. Давиденков, В. А. Канский, П. В. Никитин, И. А. Смирнов, Э. А. Верт, О. Ю. Клеменчич, Н. В. Рубинский — СПб.: Общество классической филологии и педагогики, 1885. — С. 649—650.
- ↑ Любкер Ф. Iapetus (урыҫ) // Реальный словарь классических древностей по Любкеру / под ред. Ф. Ф. Зелинский, А. И. Георгиевский, М. С. Куторга, Ф. Гельбке, П. В. Никитин, В. А. Канский, пер. А. Д. Вейсман, Ф. Гельбке, Л. А. Георгиевский, А. И. Давиденков, В. А. Канский, П. В. Никитин, И. А. Смирнов, Э. А. Верт, О. Ю. Клеменчич, Н. В. Рубинский — СПб.: Общество классической филологии и педагогики, 1885. — С. 653.
- ↑ Любкер Ф. Κρόνος (урыҫ) // Реальный словарь классических древностей по Любкеру / под ред. Ф. Ф. Зелинский, А. И. Георгиевский, М. С. Куторга, Ф. Гельбке, П. В. Никитин, В. А. Канский, пер. А. Д. Вейсман, Ф. Гельбке, Л. А. Георгиевский, А. И. Давиденков, В. А. Канский, П. В. Никитин, И. А. Смирнов, Э. А. Верт, О. Ю. Клеменчич, Н. В. Рубинский — СПб.: Общество классической филологии и педагогики, 1885. — С. 356—357.
- ↑ Любкер Ф. Rhea (урыҫ) // Реальный словарь классических древностей по Любкеру / под ред. Ф. Ф. Зелинский, А. И. Георгиевский, М. С. Куторга, Ф. Гельбке, П. В. Никитин, В. А. Канский, пер. А. Д. Вейсман, Ф. Гельбке, Л. А. Георгиевский, А. И. Давиденков, В. А. Канский, П. В. Никитин, И. А. Смирнов, Э. А. Верт, О. Ю. Клеменчич, Н. В. Рубинский — СПб.: Общество классической филологии и педагогики, 1885. — С. 1153—1154.
- ↑ Любкер Ф. Tethys (урыҫ) // Реальный словарь классических древностей по Любкеру / под ред. Ф. Ф. Зелинский, А. И. Георгиевский, М. С. Куторга, Ф. Гельбке, П. В. Никитин, В. А. Канский, пер. А. Д. Вейсман, Ф. Гельбке, Л. А. Георгиевский, А. И. Давиденков, В. А. Канский, П. В. Никитин, И. А. Смирнов, Э. А. Верт, О. Ю. Клеменчич, Н. В. Рубинский — СПб.: Общество классической филологии и педагогики, 1885. — С. 1359.
- ↑ Любкер Ф. Θεία (урыҫ) // Реальный словарь классических древностей по Любкеру / под ред. Ф. Ф. Зелинский, А. И. Георгиевский, М. С. Куторга, Ф. Гельбке, П. В. Никитин, В. А. Канский, пер. А. Д. Вейсман, Ф. Гельбке, Л. А. Георгиевский, А. И. Давиденков, В. А. Канский, П. В. Никитин, И. А. Смирнов, Э. А. Верт, О. Ю. Клеменчич, Н. В. Рубинский — СПб.: Общество классической филологии и педагогики, 1885. — С. 1370.
- ↑ Фия // Большая энциклопедия / под ред. С. Н. Южаков — Санкт-Петербург: Просвещение, 1905. — Т. 20. — Б. 813.
- ↑ Любкер Ф. Aristaeus (урыҫ) // Реальный словарь классических древностей по Любкеру / под ред. Ф. Ф. Зелинский, А. И. Георгиевский, М. С. Куторга, Ф. Гельбке, П. В. Никитин, В. А. Канский, пер. А. Д. Вейсман, Ф. Гельбке, Л. А. Георгиевский, А. И. Давиденков, В. А. Канский, П. В. Никитин, И. А. Смирнов, Э. А. Верт, О. Ю. Клеменчич, Н. В. Рубинский — СПб.: Общество классической филологии и педагогики, 1885. — С. 147.
- ↑ Гесиод. Теогония. с. 127—129.
- ↑ Титаномахия, фр. 2 Ивлин-Уайт.
- ↑ Гигин. Мифы. Введение 1.
- ↑ Первый Ватиканский мифограф III 1, 1.
- ↑ Гомер. Одиссея VII. с. 243.
- ↑ Псевдо-Аполлодор. Мифологическая библиотека I 1, 1—5 далее.
- ↑ Лактанций. Божественные установления I 11, с. 65 .
- ↑ Robert S. P. Beekes. Etymological Dictionary of Greek. Vol. 2. (Brill: Leiden, 2009), 1128-9.
- ↑ Johann Baptist Hofmann. Etymologisches Wörterbuch des Griechischen (Munich: R. Oldenbourg, 1950).
- ↑ Manfred Mayrhofer. Etymologisches Wörterbuch des Altindoarischen, vol. 2, s.v. «Váruṇa» (Heidelberg, 1996), 515-6.
- ↑ Edgar C. Polomé. «Binder-god» // Encyclopedia of Indo-European Culture (London / Chicago: Fitzroy-Dearborn, 1997), 65.
- ↑ Dumézil G. Ouranos-Varuna. Étude de mythologie comparée indo-européenne. P., 1934. См. также: Элиаде М. Очерки сравнительного религиоведения. Глава II. Небо и боги неба. 23. Уран