Кронос

боронғо грек мифологияһында— юғары алла, титан, Уран һәм Геяның (Ер алиһәһе) кесе улы.

Кро́нос, Крон (бор. грек Κρόνος), боронғо грек мифологияһында[5] — юғары алла, икенсе фекер буйынса титан, беренсе алла Урандың (күк) һәм алиһә-демиург Геяның (Ер алиһәһе) кесе улы.

Кронос
бор. грек. Κρόνος
Рәсем
Зат ир-ат
Атаһы Уран (мифология)[1]
Әсәһе Гея[1]
Бер туғандары Рея[2], Иапет[d], Гиперион[d], Фемида, Тейя[d], Океан (мифология) һәм Тефида[d]
Хәләл ефете Рея[1]
Внебрачный партнёр Heimarmene[d] һәм Эвонима[d]
Балалары Зевс[1], Гестия[d][1], Аид[d][1], Посейдон[d][1][3], Деметра[1], Гера[1][4], Эниалий[d], Хирон[d], Dolops[d], эринии[d], мойры[d], Крий[d] һәм Doloncus[d]
Иконографический атрибут серп[d]
Алла ... ҡарай боронғо грек дине[d] һәм Боронғо грек мифологияһы
 Кронос Викимилектә

Башта игенселек аллаһы, һуңыраҡ, эллин осоронда, ваҡыт, Хронос (бор. грек Χρόνος - «χρόνος» ваҡыт тигәндән) менән персонализацияланыусы алла менән тиңләштерелә.[5]

Крон хакимлыҡ иткән осор алтын быуат тип һанала.

Рим фольклорындағы Сатурнға тап килә.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Кронос исеменең этимологияһы билдәһеҙ. Исемдәрҙең оҡшашлығы арҡаһында һуңғы осорҙа йәшәгән гректар уны Хронос-ваҡыт менән сағыштыра. Был исемдең грек теленән сыҡҡанмы-юҡмы икәнлеге билдәһеҙ. Бары ураҡ ҡына - боронғо атрибут - уларҙың тәбиғәте тураһында һөйләй.

Ионий халҡында булған. Ҡайһы бер ионий ҡалаларында Кроний байрамы булған, әммә уның Кронос менән бәйләнешенең ысын булыуы шикле, тимәк, Кронос алла, мифтарҙың персонажы булараҡ, шул уҡ ваҡытта дини культтар һәм дини инаныуҙар периферияһында ла булып сыға[6].

Легендалары

үҙгәртергә

Кронос һәм Уран

үҙгәртергә
 
Кроностың Уранды бестереүе. Джорджо Вазари һәм Жерарди Христофано, XVI быуат, Палаццо Веккьо, Флоренция

Уран, титан-балаларының береһе үлтереүенән ҡурҡып, уларҙы яңынан ергә ҡайтарып торған. Шуға күрә бындай күңел ғазабынан хәлһеҙләнгән Гея һуңғы улы Кроносты Уранды бестерергә күндергән. Кронос юғары аллаға әүерелгән[7].

Уранды бестергән урағын Кронос Ахейҙағы Дрепан (Серп) мороно янында диңгеҙгә ташлаған[8]. Был ураҡ Занклелағы (Сицилия) мәмерйәлә һаҡланған[9].

Ферекид Сирский буйынса, Кронос Офионды еңгән һәм беренсе булып таж кейгән[10]. Икенсе фараз буйынса, Кронос иң өлкән улы булған, шунлыҡтан батша булып киткән[11].

Уның осоронда алтын быуат башлана.

Кронос менән нимфа Филираның союзынан (һуңынан, алиһә Реяның көнләшеүенән ҡурҡып, уны бейәгә әйләндергән) кентавр Хирон тыуған

Кроностың балаларын йотҡаны. Кронос һәм Зевс

үҙгәртергә
 
Сатурн (Рубенс)

Кронос Урандың, Реянан тыуған балаларыңдың береһе һине ҡолатыр тигән күрәҙәлегенән ҡурҡҡанлыҡтан, уларҙы бер-бер артлы йотоп торған. Гестийҙы, Деметраны, Гераны, Аидты һәм Посейдонды шулай уҡ йотҡан.

 
Рея Кронға йүргәккә төрөлгән таш бирә
 
Дельфалағы археология музейындағы Омфал (донъя үҙәге, Ер кендеге)

Кроностың ҡатыны Рея, Зевсҡа йөклө булғанда, һуңғы балаһын юғалтырға теләмәгәнлектән, уны Криттағы тәрән мәмерйәлә таба һәм шунда йәшерә, ә Кроносҡа йоторға таш бирә. Ошо монолит таш Дельфалағы археология музейында ҡуйылған «омфал»[12]. Рим йолаһы буйынса был ташты «агадир» тип атағандар[13]. Шулай уҡ, Рея Кроносҡа ташты Херонея өҫтөндәге Петрах ҡаяһында биргән тигән антик фекерҙәр ҙә булған[14].

Алданғанлығын аңлап, Кронос Зевсты бөтә ерҙән эҙләй башлаған[15], әммә Крит утрауындағы куреттар уға сабыйын табырға ҡамасауланы, һәм Зевс илағанда, Кронос ишетмәһен өсөн, һөңгөләре менән ҡалҡандарын ҡаҡҡан.

Зевс үҫеп буйға еткәс, атаһына ҡаршы Ғаләмде нигеҙенә тиклем тетрәткән, һуғыш (Титаномахия) башлай. Ун йыллыҡ һуғыштан һуң Зевс Кроносты ҡолатҡан һәм, уны яҡлаған титандар менән бергә, Тартарға тотҡонлоҡҡа оҙатылған[16].

Бер хикәйәт буйынса, Зевс Кронос менән Олимпияла власть өсөн көрәшкән һәм еңгән[17]. Орфиктарға ярашлы, Зевс Нюкта кәңәше буйынса Кронды бал эсереп һыйлаған, тегеһе йоҡлап киткән һәм уны бестергәндәр (кастрировали)[18]. Фараз буйынса, Зевс бестергән, Кроностың орлоғонан Афродита тыуған (ғәҙәттә, бында Уран ҡатнаша).

Зевс, Гея йәки Метида ярҙамында, Кронды ҡоҫорға мәжбүр иткән һәм йотолған бер туған ағай-энеләрен һәм апай-һеңлеләрен терелтә[5]. Һуңынан уларҙы олимпия аллаларына: Гестияны - йорт усағы алиһәһенә, Гераны - илаһтарҙың ҡатынына һәм батшабикәһенә, Деметраны - баҫыуҙар һәм уңдырышлылыҡ алиһәһенә, Аидты - ер аҫтындағы үлеләр батшалығы аллаһына һәм Посейдонды диңгеҙҙәр илаһына әйләндерә[5].

Мифтың икенсе варианты буйынса, Кронос һуңынан ғәфү ителгән һәм «бәхетлеләр утрауы»на күсерелгән. Шуның өсөн боронғо гректарҙың күҙаллауы буйынса «Кронос батшалығы» әкиәти «Алтын быуат»ҡа тап килә.[5]

Иң һуңғы йола һәм телгә алыуҙар

үҙгәртергә

Кронос Сицилияла ерләнгән[19]. Ғәрәбстанда илаһ булған[20]. Сабыйҙарҙы ҡорбан итеп килтергән финикий илаһы Молох менән тиңләштерелгән[21]. Олимпияла уға ғибәҙәтхана төҙөлә[22]. Кроносҡа Олимпияла яҙғы көн менән төн тигеҙләшкәндә Кроний тауы түбәһендәге басилдар (батшалар)[23], башҡа сығанаҡтар буйынса 12-се гекатомбеон (июль аҙағы), ҡорбан килтергән [5].

Уға XIII орфий гимны бағышланған.

Кроносҡа Рим игенселеге илаһы Сатурн тура килә. Кроносты Сатурнға тиңләштергән риүәйәт буйынса, уны Юпитер (Зевсҡа тиңләштерелгән) һәләк итә һәм Италияға ҡаса[5]. Италияла Сатурн ғибәҙәтханаларын бөтә ерҙә лә осратырға мөмкин булған; ярымутрауҙың күп кенә урындары һәм ҡалалары Алла исеме менән аталған; Италия үҙе, риүәйәт буйынса, боронғо заманда Сатурн ере (Saturnia tellus) тип аталған.

Кронос Ливияла һәм Сицилияла батшалыҡ иткән һәм Гиераполгә нигеҙ һалған[24].

Бер йәки бер нисә планетаны йотҡан HD 240430 йондоҙон Кронос хөрмәтенә атарға тәҡдим ителә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Петбе
  • Кумарби

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 1,8 Любкер Ф. Κρόνος (урыҫ) // Реальный словарь классических древностей по Любкеру / под ред. Ф. Ф. Зелинский, А. И. Георгиевский, М. С. Куторга, Ф. Гельбке, П. В. Никитин, В. А. Канский, пер. А. Д. Вейсман, Ф. Гельбке, Л. А. Георгиевский, А. И. Давиденков, В. А. Канский, П. В. Никитин, И. А. Смирнов, Э. А. Верт, О. Ю. Клеменчич, Н. В. РубинскийСПб.: Общество классической филологии и педагогики, 1885. — С. 356—357.
  2. Любкер Ф. Rhea (урыҫ) // Реальный словарь классических древностей по Любкеру / под ред. Ф. Ф. Зелинский, А. И. Георгиевский, М. С. Куторга, Ф. Гельбке, П. В. Никитин, В. А. Канский, пер. А. Д. Вейсман, Ф. Гельбке, Л. А. Георгиевский, А. И. Давиденков, В. А. Канский, П. В. Никитин, И. А. Смирнов, Э. А. Верт, О. Ю. Клеменчич, Н. В. РубинскийСПб.: Общество классической филологии и педагогики, 1885. — С. 1153—1154.
  3. Любкер Ф. Ποσειδῶν (урыҫ) // Реальный словарь классических древностей по Любкеру / под ред. Ф. Ф. Зелинский, А. И. Георгиевский, М. С. Куторга, Ф. Гельбке, П. В. Никитин, В. А. Канский, пер. А. Д. Вейсман, Ф. Гельбке, Л. А. Георгиевский, А. И. Давиденков, В. А. Канский, П. В. Никитин, И. А. Смирнов, Э. А. Верт, О. Ю. Клеменчич, Н. В. РубинскийСПб.: Общество классической филологии и педагогики, 1885. — С. 1094—1095.
  4. Любкер Ф. Ἥρα (урыҫ) // Реальный словарь классических древностей по Любкеру / под ред. Ф. Ф. Зелинский, А. И. Георгиевский, М. С. Куторга, Ф. Гельбке, П. В. Никитин, В. А. Канский, пер. А. Д. Вейсман, Ф. Гельбке, Л. А. Георгиевский, А. И. Давиденков, В. А. Канский, П. В. Никитин, И. А. Смирнов, Э. А. Верт, О. Ю. Клеменчич, Н. В. РубинскийСПб.: Общество классической филологии и педагогики, 1885. — С. 603—604.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 5,6 Кронос // Реальный словарь классических древностей / авт.-сост. Ф. Любкер ; Под редакцией членов Общества классической филологии и педагогики Ф. Гельбке, Л. Георгиевского, Ф. Зелинского, В. Канского, М. Куторги и П. Никитина. — СПб., 1885.
  6. Зайцев А. И. Греческая религия и мифология: курс лекций / Под ред. Л. Я. Жмудя. — М.: Academia, 2005. — С. 63. — 208 с. — (Classicus: Классическая учебная книга). — 5100 экз. — ISBN 5-7695-1681-X.
  7. Гесиод. Теогония. 154—185
  8. Павсаний. Описание Эллады VII 23, 4
  9. Каллимах, фр. 43 Пфайфер, ст. 70
  10. Ферекид, фр. В4 Дильс-Кранц = Тертуллиан. О венце 7
  11. Диодор Сицилийский. Историческая библиотека V 66, 4
  12. Гесиод. Теогония. стр. 497—500; Павсаний. Описание Эллады X 24, 6
  13. Первый Ватиканский мифограф II 3, 3. Дата обращения: 20 июль 2018. Архивировано 21 июль 2018 года.
  14. Павсаний. Описание Эллады IX 41, 6. Дата обращения: 20 июль 2018. Архивировано 21 июль 2018 года.
  15. Гигин. Мифы 139
  16. Псевдо-Аполлодор. Мифологическая библиотека I 1, 3-5; 2, 1 далее; Нонн. Деяния Диониса XXIV стр. 228
  17. Павсаний. Описание Эллады V 7, 10; VIII 2, 2
  18. Орфика, фр. 154 Керн = Порфирий. О пещере нимф 16
  19. Климент. Протрептик 30, 3
  20. Нонн. Деяния Диониса XL 403
  21. Плутарх. О суеверии 13
  22. Павсаний. Описание Эллады V 7, 6
  23. Павсаний. Описание Эллады VI 20, 1
  24. Полемон, фр. 102 Преллер

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ҡалып:Древнегреческая мифология