Урал расаһы — монголоид һәм европеоид расалар араһындағы раса. Сәстәре ҡара йәки ҡуңыр, тура йәки тулҡынланып тора, тиреләрендәге өсөнсөл төклөлөк уртаса, тире пигментацияһы — уртаса, күҙҙәре башлыса ҡуңыр, һирәкләп яҫы йөҙлөләр осрай, өҫкө күҙ ҡабағы шешмәк, танауҙары нәҙек, көмөрөрәк йәки тура, уртаса ҙурлыҡта. Көнбайыш Себерҙә таралған (ханттар, мансиҙар, төньяҡ алтайҙар һәм бер аҙ себер татарҙары менән хакастар араһында)[1]). Волга буйында — көнсығыш башҡорттар.

Хакас һыбайлыһы

Килеп сығышыҮҙгәртергә

Төрлө ваҡытта антропологтарҙың фекере үҙгәреп торған: урал расаһы — европеоид һәм монголоид расаһы ҡушылыуҙан барлыҡҡа килгән фекер ҙә, ҡатнаш раса (метис) түгел тигән фекер ҙә әйтелгән. Хәҙерге антропологтарҙың күбеһе компромисс ҡарарға килгән, европеоид һәм монголоид расаһы гендары ҡушылыуҙы ла, дифференциацияға бирелмәгән тип та осрауын кире ҡаҡмайҙар[2].

Һамар өлкәһенең төньяғындағы Маяҡ тауында (Сиделькино) палеолит ҡатламында баш һөйәге табылған, уға 11,55 мең йыл (калибрланған дата) тип һанайҙар. Совет антропологы һәм анатомы В. В. Бунак уның төҙөлөшөндә урал расаһының боронғо тамырҙары күренә тип тапҡан[3].

Раса тармаҡтарыҮҙгәртергә

Урал расаһы бер нисә антропологик типҡа : лапоноид, сублапоноид, субурал, урал (көнбайыш себер) типтарына бүленә[4]. Субурал расаһы башҡорттар араһында ла осрай[5]

Көнбайыш себер расаһыҮҙгәртергә

Һуңғы ваҡытта урал аръяғы раса варианттарында «урал расаһы» тигән төшөнсә урынына «көнбайыш себер расаһы» тигән төшөнсә ҡулланырға тәҡдим итәләр[6]. Был осраҡта урал расаһының төньяҡ варианттары европеоид расаға инә. Көнбайыш себер расаһы ике антропологик типтан тора — урал (уғыр һәм суб­уғыр варианты) һәм обь-иртыш[7][8]. Урал тармағына обь уғырҙары, обь-иртыш — көньяҡ самодийҙары инә.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. [ Уральская раса] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (3-е издание)
  2. Перевозчиков И.В. Проблема "третьей" расы // Горизонты антропологии: Труды международной научной конференции памяти академика В.П. Алексеева. — М.: Наука, 2003. — С. 97.
  3. Васильев С. В., Герасимова М. М., Веселовская Е. В., Боруцкая С. Б. Биологические и социальные аспекты дифференциации гоминид позднего плейстоцена. Верхнепалеолитическое население Европы // Традиции и инновации в истории и культуре, 2015 2015 йылдың 21 ноябрь көнөндә архивланған.
  4. Д. И. Ражев. Уральская раса 2015 йылдың 4 июль көнөндә архивланған. // Уральская историческая энциклопедия
  5. Р. М. Юсупов «Башкиры: этническая история и традиционная культура»
  6. Антропологические типы народов крайнего севера 2012 йылдың 12 ғинуар көнөндә архивланған.
  7. Багашев Анатолий Николаевич 2018 йылдың 21 июль көнөндә архивланған.
  8. ЗАПАДНОСИБИРСКАЯ РАСА 2018 йылдың 2 ғинуар көнөндә архивланған.

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә

  • [ Уральская раса] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (3-е издание)
  • Д. И. Ражев. Уральская раса 2015 йылдың 4 июль көнөндә архивланған. // Уральская историческая энциклопедия