Уралым (йыр)

С. Юлаев һүҙҙәренә башҡорт халыҡ йыры

Уралым (йыр) (урыҫ. «Мой Урал») — шағир-импровизатор, башҡорт батыры Салауат Юлаевтың шиғырына композитор Заһир Исмәғилев яҙған йыр[1].

Уралым
Сәнғәт формаһы Ҡобайыр
Автор Салауат Юлаев
Әҫәрҙең теле башҡортса‎

1880 йылда урыҫ яҙыусыһы һәм этнографы Нефёдов Ф. Д., «Движение среди башкир перед пугачевским бунтом. Салават, башкирский батыр» тип аталған тарихи очеркын баҫтырып сығарып, Рәсәй империяһында киң танылыу ала. Башҡорт батырының тормошо һәм көрәше яҡтыртылған публицистик әҫәрҙә Салауат Юлаевтың «Уралым» (русск. «Мой Урал») шиғыр‑мәдхиәһенең тексы ла баҫтырыла. Уны ул пейзаж лирикаһы тип атай, сөнки автор тыуған яғы Уралдың, уның урмандары һәм болондарының, йылғалары һәм үҙәндәренең матурлығын маҡтай һәм данлай. 40 юлдан торған шиғри әҫәр ҡобайыр стилендә яҙылған була[1].

Төрлө йылдарҙа Башҡортостандың халыҡ сәсәне, фольклорсы, драматург Мөхәмәтша Буранғолов, Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, тарихсы, фольклорсы Мерәҫов Сәғит Ғөбәйҙулла улы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти «Мой Урал» ҡобайырын башҡорт теленә тәржемә итә. СССР шағиры, тәржемәсе Турганов Б. А. Салауат Юлаевтың 8 шиғырын урыҫ теленә тәржемә итә, улар араһында батырҙың «Мой Урал» ҡобайыры ла бар[1].

Уралым (йыр)

үҙгәртергә

Салауат Юлаев һүҙҙәре. З. Исмәғилев музыкаһы.

Ай, Уралым, Уралым,
Күгәреп ятҡан Уралым!
Нурға сумған түбәһе —
Күккә ашҡан Уралым!
Һине маҡтай йырҙарым.
Ай, Уралым, Уралым,

Һылыу ҙа һылыу Уралым!
Һүҙем бөтһә телемдә,
Йырым бөтмәҫ, Уралым!
Маҡтап ҡурай уйнаһам,
Бөтмәй ҙә торған көй булыр.
Данлап йырҙар йырлаһам,
Бөтмәй ҙә торған йыр булыр.
Ай, Уралым, Уралым!

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан» Мой Урал