Уралтау заказнигы
Уралтау заказнигы — Ағиҙел, Урал йылғалары башланған урындарҙы һәм уларҙың тирә‑яғындағы тәбиғәт комплекстарын һаҡлау маҡсатында булараҡ ойошторолған ландшафт заказнигы. Ул даими рәүештә күҙәтелеп тора[1]
Уралтау заказнигы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Учалы районы һәм Башҡортостан Республикаhы |
Тасуирламаһы
үҙгәртергәУралтау заказнигы 1981 йылда Башҡортостан Республикаһының Учалы районы биләмәһендә Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының үҙәк өлөшөндә ойошторолған. Майҙаны 52,4 мең га, яҡынса 80 %‑ын урман ҡаплаған, 3 %‑ы һаҙланған[2].
Билдәле булыуынса, заказниктар тәбиғәт комплекстарын йәки уларҙың компоненттарын һаҡлау йәки тергеҙеү, экологик балансты тигеҙлектә тотоу маҡсатында булдырыла, уларҙа хужалыҡ эшмәкәрлеген алып барыу даими йәки ваҡытлыса тыйыла. Заказник территорияһында йәнлектәр донъяһына зыян килтерерлек ғәмәлдәр — һунар итеү, балыҡ тотоу; тупраҡтың тәбиғи составын боҙмаҫ өсөн минераль ашламалар ҡулланыу, ер һөрөү; файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу һ.б. тыйыла йәки сикләнә[3].[4]
Һыу сығанаҡтары
үҙгәртергәУралтау заказнигы биләмәләрендә һаҙлыҡтар күп, улар иҫәбендә Кирәбе, Оло Әүнәр ҡушылдығы Тығын йылғалары буйындағы һаҙҙар. Һыу һаҡлар объекттар булараҡ уларҙың әһәмиәтен аңлау арта бара, шуның өсөн дә ҡурсыу саралары күрелә.
Был төбәктә Оло Әүнәр ҡушылдығы менән Ағиҙел , Йүрүҙән, Әй, Яйыҡ йылғалары башлана.
Тауҙары
үҙгәртергәЗаказник сиктәрендә Уралтау һыртының төньяҡ‑көнсығыш өлөшө урынлашҡан, көнбайышта Ирәмәл тауы һәм Әүәләк һырты ята. Тауҙары уртаса бейеклектә, тау аралары үҙәндәр менән йырғыланған. Тауҙарын урман ҡаплаған, тау түбәләрендә ландшафтарҙың һыҙатлылығы айырымланып күренә[5]
Республика заказниктары
үҙгәртергәБашҡортостанда дөйөм майҙаны 383,2 мең га (2012) булған 29, шул иҫәптән 9 ботаник, 17 зоологик, 3 ландшафт, заказник ойошторолған.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ В Башкирии с помощью беспилотников обследовали заказник Урал-тау
- ↑ заказнигы//Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)
- ↑ Уралтау заказнигы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ На территории заказника «Урал-Тау» задержаны браконьеры 2020 йыл 26 сентябрь архивланған.
- ↑ заказнигы//Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)