Уоррен Баффетт

АҠШ эшҡыуары

Уоррен Эдвард Баффетт (ингл. Warren Edward Buffett [ˈbʌfɨt]; 30 август 1930 йыл, Омаха, Небраска)[8][9] — АҠШ эшҡыуары, донъялағы иң эре һәм иң билдәле инвесторҙарҙың береһе, 2017 йылға байлығы $77.3 млрд доллар күләмендә баһалана[10].

Уоррен Баффетт
ингл. Warren Buffett
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Америка Ҡушма Штаттары
Ҡушамат The Oracle of Omaha
Тыуған көнө 30 август 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})[2][3][4][…] (93 йәш)
Тыуған урыны Омаха[d], Небраска, Америка Ҡушма Штаттары
Атаһы Howard Homan Buffett[d]
Әсәһе Leila Stahl Buffett[d][5]
Бер туғандары Doris Buffett[d] һәм Roberta Buffett Elliott[d][6]
Хәләл ефете Susan Buffett[d] һәм Astrid Menks[d]
Балалары Говард Баффетт[d], Susan Alice Buffett[d] һәм Питер Баффетт[d]
Һөнәр төрө инвестор, эшҡыуар, акционер, финансист, иҡтисадсы
Биләгән вазифаһы CEO[d]
Уҡыу йорто Университет Небраски в Линкольне[d]
Школа делопроизводства Колумбийского университета[d]
Уортон бизнес мәктәбе[d]
Woodrow Wilson High School[d]
Колумбийский университет[d]
Пенсильванский университет[d]
New York Institute of Finance[d]
Кемдә уҡыған Бенджамин Грэм[d]
Ойошма ағзаһы Америка сәнғәт һәм фәндәр академияһы[d]
Милке Berkshire Hathaway[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Президентская медаль Свободы
Оценка финансового состояния 82 500 000 000 $[7]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 1 685 782
 Уоррен Баффетт Викимилектә
Баффет менән президент Обама Аҡ йорттоң Овал кабинетында, 2010 йылдың 14 июле.

Уоррен Баффетт — донъялағы иң бай кешеләрҙең береһе һәм байлығының күләме буйынса АҠШ-та икенсе кеше[11]. «Алдан күреүсе», «Омаха тылсымсыһы» (ингл. Wizard of Omaha), «Омаха оракулы» (ингл. Oracle of Omaha)[12] тигән ҡушаматтары бар.

Биографияһы үҙгәртергә

Уоррен Баффетт 1930 йылдың 31 авгусында АҠШ-тың Небраска штатындағы Омаха ҡалаһында тыуа. Сәйәсмән һәм эшҡыуар Говард Баффетт менән уның ҡатыны йәһүд Ләйлә Шталдең өс балаһының уртансыһы һәм берҙән-бер улдары. Баффетт тәүҙә Омаханың Rose Hill Elementary School мәктәбендә белем ала. 1942 йылда, атаһы АҠШ Конгресына һайлауҙа еңгәс, ғаилә Вашингтонға күсә, Баффетт Alice Deal Junior High School мәктәбен, шунан 1947 йылда Woodrow Wilson High School мәктәбен тамамлай.

11 йәшендә Уоррен тәүге тапҡыр көсөн биржала һынап ҡарай. Апаһы Дорис менән икәүләп Cities Servic’тың өс дана өҫтөнлөклө акцияһын $38,25-әр доллар менән һатып алалар. Башта акциялар $27 тиклем арзаная, артабан күтәрелеп $40-ҡа етә. Баффетт, уларҙы һатып, 5 доллар килем ала (комиссия түләүенән ҡалғаны). Шуныһы ҡыҙыҡ: бер нисә көндән акцияның хаҡы 202 долларға етә. Баффетт көтөңкөрәп торһа, килеме $500 самаһы булыр ине. Был беренсе тәжрибә Баффетты хаҡ төшкәндә түҙемле булырға һәм ҡауғаламаҫҡа; бәләкәй генә отош өсөн тиҙерәк һатып ебәреү яғын ҡарамаҫҡа; сит кешенең аҡсаһын һалғанда ла уңышҡа ышанырға (акция арзанайғанда ул апаһының аҡсаһын юғалтыу хәүефе аҫтына ҡуйған өсөн үҙен ғәйепле тоя) өйрәтә[13].

13 йәшендә Уоррен тәүге тапҡыр килемдәре тураһында декларация тапшыра. Декларация менән бергә велосипед менән ҡул сәғәтенең хаҡына һалым ҡайтарыу ғаризаһын да бирә, сөнки был сығымдар уның гәзит таратыусы булып эшләүенә бәйле яһалған була[13].

$10 меңлек тәүге капиталын Уоррен уңышлы фекерен тормошҡа ашырыу — бөҙрәханаларға пинтбол автоматтары ҡуйыу һөҙөмтәһендә эшләп ала.

1965 йылда Баффетт Berkshire Hathaway текстиль компанияһы акцияларының контроль пакетын һатып ала, был уның артабанғы бөтә йылдарға төп инвестициялау компанияһы була. 1976 йылда Баффетт «National Indemnity Co», шунан GEICO-ны һатып ала ($8,6 миллионға һәм $17 миллионға). 1973 йылғы биржа кризисы ваҡытында $11 миллионға «Вашингтон Пост» гәзите акцияларын ала.

Баффетт Колумбия университетында Бенджамин Грэм етәкселеге аҫтында уҡый. Баффеттың һүҙҙәре буйынса, нәҡ Грэм уны фундаменталь анализ ярҙамында һөҙөмтәле инвестициялауға өйрәтә һәм атаһынан ҡала тормошона бик ҙур йоғонто яһай. Уоррен Баффетт оҙайлы мөҙҙәткә инвестициялау стратегияһы менән эш итә — ул акцияларҙы үҙендә уртаса 10 йыл тота.

2004 йылдың 14 декабрендә Berkshire Hathaway компанияһы советына бойондороҡһоҙ директор булараҡ Билл Гейтс инә.

2009 йылда Баффет $26 миллиардҡа Burlington Northern Santa Fe тимер юлын һатып ала.

2011 йылда тәүге тапҡыр ИТ-компанияға инвестиция һала — $10,7 миллиардҡа IBM акцияларының 5,5 процентын ала.

2015 йылдың 16 июлендә Уоррен Баффет менән итальян миллиардеры Алессандро Прото €15 миллионға Сароникос боғаҙындағы Изге Фома утрауын һатып ала. Был грек утрауының майҙаны 1,2 км² тәшкил итә, ул Эгина утрауы эргәһендә урынлашҡан. Миллиардерҙар утрауҙа күсемһеҙ милек төҙөү менән шөғөлләнергә ниәтләй.

Инвестициялау принциптары үҙгәртергә

Баффет фекеренсә, баҙарҙың нисек булыры тураһында фараз ҡороуҙың мәғәнәһе юҡ. Оҙайлы уңышҡа, Баффет әйтеүенсә, билдәле бер принциптарҙы тотоп, сабырлыҡ һәм һаҡсыллыҡ күрһәтеп кенә өлгәшергә була[14].

Хәйриәлек үҙгәртергә

2010 йылдың июнендә Баффетт байлығының 50 проценттан ашыуын ($37 миллиард самаһы) биш хәйриә фондына тапшырыуы тураһында белдерә[15]. Байлыҡтың ҙур өлөшө Билл менән Мелинда Гейтстар фондына тапшырыла. Был ғәмәл кешелек тарихында иң йомарт хәйриәлек акты булып тора.

Сәләмәтлеге үҙгәртергә

2012 йылдың апрелендә Баффеттҡа икенсе стадия простата яман шеше диагнозы ҡуйыла[16]. 2012 йылдың 15 сентябрендә Баффетт 100 көнлөк радиотерапия курсы алыуы һәм тулыһынса һауығыуы тураһында хәбәр итә[17].

Ҡыҙыҡлы факттар үҙгәртергә

 
Омахала Баффеттың йорто
  • 2008 йылда Уоррен Баффетт донъяның иң бай кешеләре исемлегенең башында була (Forbes журналы версияһы буйынса).
  • Баффеттың төп капиталын Berkshire Hathaway'ҙың акциялар пакеты тәшкил итә[прим. 1].
  • Баффетт тормошта талымһыҙ, затлы әйберҙәргә битараф (шәхси реактив самолёттарҙан башҡа)[прим. 2]. Тиҙ туҡланыу селтәрендә ашай, ундағы ризыҡтарҙы бик яратҡанлыҡтан хатта бындай селтәрҙе һатып ала. Баффет Омаха үҙәгендәге иҫке районда биш йоҡо бүлмәле ике ҡатлы йортта йәшәй, уны 1957 йылда уҡ һатып алған.
  • Баффетт укулеле тигән музыка ҡоралында уйнарға ярата. Бридж менән мауыға, был уйынды йыш ҡына Билл Гейтс менән уйнай.
  • Йылына бер тапҡыр Баффетт аукционда уның менән иртәнге аш ашау хоҡуғын отҡан кешене иргәнге ашҡа саҡыра. 2007 йылда Баффетт менән иртәнге аш өсөн еңеүсе $600 000 сығарып һала[18]. 2008 йылда, кризис булыуға ҡарамаҫтан, сумма $2,11 миллионға етә. 2009 йылда — $1,68 миллион[19], 2011 йылда — $2,63 миллион, 2012 йылда $3,5 миллион тәшкил итә. Йыйылған аҡса хәйриә маҡсаттарына тапшырыла.
  • Оҙон ғүмерле булыуының серен Баффет көн һайын биш банка кока-кола эсеүе менән аңлата, шунлыҡтан үҙен көслө һәм дәртле итеп тойоуын белдерә. Өс банка ғәҙәти кока-коланы эш көнө дауамында, сейә тәме әйткән икеһен кис өйҙә эсә икән[20].
  • Баффет пресвитер динендәге ғаиләлә үҫә, әммә үҙен агностик тип атай[21].
  • 2011 йылда «Офис» тигән Америка сериалының 7-се миҙгеленең 25/26 серияларында бер компанияның төбәк менеджеры вазифаһына көрәшкән кандидат ролен башҡара[22][23].

Хеҙмәттәре үҙгәртергә

  • Уоррен Баффетт Эссе об инвестициях, корпоративных финансах и управлении компаниями. — Альпина Паблишер, 2005.
  • Уоррен Баффетт «Назад в школу! Бесценные уроки великого бизнесмена и инвестора». — М.: «АСТ», 2010.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр
  1. Баффет владеет 321 000 акциями Berkshire Hathaway, рыночная цена которых составляет около 200 тыс. долл. США за штуку (Berkshire Hathaway Inc. (BRK-A)).
  2. Со свойственым Баффетту юмором первый купленный им подержанный самолёт был назван «Беззащитный» (ингл. Indefensible) ([1])
Төшөрмәләр
  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #119261855 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. Warren Buffett // SNAC (ингл.) — 2010.
  3. Warren Buffett // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  4. Warren Edward Buffett // Энциклопедия Брокгауз (нем.) / Hrsg.: Bibliographisches Institut & F. A. Brockhaus, Wissen Media Verlag
  5. Pas L. v. Genealogics (ингл.) — 2003.
  6. https://giving.northwestern.edu/s/1479/282-giving/21/interior.aspx?sid=1479&gid=282&pgid=11829&cid=19922&ecid=19922&crid=0&calpgid=7226&calcid=12795
  7. список миллиардеровForbes, 2019.
  8. Баффет, Уоррен — американский бизнесмен, генеральный директор холдинга The Berkshire Hathaway. Лента.ру. Архивировано 12 июнь 2013 года.
  9. Уоррен Баффет и его империя. РИА Новости. Архивировано 12 июнь 2013 года.
  10. Warren Buffett  (инг.), Forbes. 7 август 2017 тикшерелгән.
  11. The World's Billionaires  (инг.), Forbes. 7 август 2017 тикшерелгән.
  12. Арнольд, Глен, 2014, с. 9090
  13. 13,0 13,1 Арнольд, Глен, 2014, с. 9292
  14. Миллер, 2017, с. 44
  15. Баффет и Гейтс призвали миллиардеров отдать половину состояния на благотворительность Лента. Ру, 2010
  16. http://news.yandex.ru/yandsearch?cl4url=www.bfm.ru%2Fnews%2F2012%2F04%2F18%2Fu-milliardera-uorrena-baffeta-obnaruzhen-rak-prostaty.html&cat=0&lang=ru У миллиардера Уоррена Баффета обнаружен рак простаты
  17. Sam Ro. Warren Buffett Completes Cancer Treatments, Business Insider (September 15, 2012).
  18. Lunch with Warren Buffett (CNN, May 9 2007)
  19. Ланч с Уорреном Баффеттом продан на аукционе за 1,68 миллиона долларов (NEWSru.co.il, 28 июня 2009 г.)
  20. Уоррен Баффет назвал кока-колу источником долголетия (Lenta.ru, 26 февраля 2015 г.)
  21. Wired 14.11: Faces of the New Atheism: The Scribe
  22. Оракул из Омахи снялся в сериале «Офис» (Lenta.ru, 10 мая 2011 г.)
  23. [2] (Kinopoisk.ru)

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә