Мостафин Өлфәт Мансур улы

(Ульфат Мустафин битенән йүнәлтелде)

Мостафин Өлфәт Мансур улы (4 май 1959 йыл — 29 октябрь 2020 йыл) — дәүләт эшмәкәре, ғалим. Техник фәндәр кандидаты. 2018 йылдың 29 октябренән Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы[1].

Мостафин Өлфәт Мансур улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 4 май 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})
Тыуған урыны Иҫке Ихсан ауылы, Саҡмағош районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 29 октябрь 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (61 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе коронавирусная инфекция COVID-19[d]
Һөнәр төрө дәүләт эшмәкәре, ғалим
Биләгән вазифаһы муниципаль берәмек башлығы[d]
Уҡыу йорто Өфө дәүләт авиация техник университеты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр кандидаты[d] (2005)

Биографияһы

үҙгәртергә

Өлфәт Мансур улы Мостафин 1959 йылдың 4 майында Башҡорт АССР-ының Саҡмағош районы Иҫке Ихсан ауылында тыуған[2]. 1976 йылда Иҫке Бәшир урта мәктәбен тамамлағандан һуң Өфө еңел сәнәғәт техникумына уҡырға инә. 1977 йылдың майында Совет Армияһына хеҙмәткә саҡырыла. 1979 йылдың майынан 1981 йылдың мартына тиклем Өфө еңел сәнәғәт техникумында уҡыуын дауам итә, уны тамамлағандан һуң мамыҡ иләү сәнәғәте техник-технологы һөнәре буйынса диплом ала[3].

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1981 йылдың июнь айында Өфө ҡалаһының Киров районында торлаҡ-эксплуатация идаралығында башлай. Киров районы торлаҡ-коммуналь хужалығы системаһында 4-се разрядлы слесарь булып эшләй башлай, торлаҡ хужалығы производство тресының мастеры, баш инженеры, 40-сы торлаҡ-эксплуатация идаралығы (ЖЭУ-40) начальнигы вазифаһына тиклем үрләй, унда 1991 йылдың мартына тиклем эшләй.

1992 йылда Серго Орджоникидзе исемендәге Өфө авиация институтын тамамлай[4].

Киров район Советы башҡарма комитетында эшләүен дауам итә, коммуналь хужалыҡ бүлеге мөдире, торлаҡ хужалығы предприятиелары идаралығы һәм мэрияның инженер тәьминәте начальнигы урынбаҫары, ААЙ "Газ-сервис"тың «Уфагаз» филиалы баш инженеры. 2003—2008 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты хакимиәтенең финанс-хужалыҡ идаралығын етәкләй. 2008 йылдың 28 майында Башҡортостан Республикаһы Президентының махсус бойороғо менән биләгән вазифаһынан бушатыла. 2010—2013 йылдарҙа Росатомнадзор идаралығында төрлө вазифаларҙа эшләй. 2013 йылда "Газпром газ бүлеү Өфө"гә ҡайта.

Башҡортостан Республикаһы дүртенсе саҡырылыш Өфө ҡалаһы ҡала округы Советының 32-се ултырышында Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы итеп һайлана. Өфө ҡалаһы мэры вазифаһына 28 кандидаттың иләктә ҡалған өс кандидаты дәғүә итә.

28 депутат Өлфәт Мансур улы Мостафин өсөн тауыш бирә. 2020 йылдың 29 октябрендә Мәскәү ҡалаһының Склифосовский институтында ковид, пневмония һәм башҡа сирҙәрҙән өҙлөгөү һөҙөмтәһендә вафат була[5].

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Техник фәндәр кандидаты. 2005 йылда «Комплексная система оценки остаточного ресурса трубопроводов системы газоснабжения, бывших в консервации» темаһы буйынса диссертация яҡлай. Ғилми етәксеһе — техник фәндәр докторы, профессор Зәйнуллин Рәшит Сибәғәт улы, ғилми консультанты — техник фәндәр докторы Нәҙершин Альберт Сәхәп улы[6].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Азат Гиззатуллин. Мэром Уфы избран Ульфат Мустафин. ИА «Башинформ» (29 октября 2018). Проверено 31 октября 2018.
  2. с 1991 года Республика Башкортостан
  3. Валерия ПАНАЕВА. Новым мэром Уфы назначен 59-летний Ульфат Мустафин. PROUFU.RU (29 октября 2018). Проверено 2 ноября 2018.
  4. Уфимский государственный авиационный технический университет
  5. Радий Хабиров выразил соболезнования родным и близким Ульфата Мустафина
  6. Сведения о диссертации Мустафина У. М.. Научная библиотека диссертаций и авторефератов disserCat (2005). Проверено 2 ноября 2018.