Үлмәҫбаева Тәнзилә Абдулла ҡыҙы

Үлмәҫбаева Тәнзилә Абдулла ҡыҙы (14 март 1963 йыл) — радиожурналист, Рәсәйҙең һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы (1999). Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2014), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһы лауреаты (2006).

Тәнзилә Үлмәҫбаева
Тыуған көнө:

14 март 1963({{padleft:1963|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (61 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Мәләүез районы Баш Әлмәс ауылы[1]

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

радиожурналист

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт

Премиялары:

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия (2006)

Наградалары:

Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2014), Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003)

Биографияһы

үҙгәртергә

Тәнзилә Абдулла ҡыҙы Үлмәҫбаева 1963 йылдың 14 мартында Башҡорт АССР-ының Мәләүез районы Баш Әлмәс ауылында тыуған. Хәҙер был ауыл Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районына ҡарай һәм Әлмәс исемендә.

1988 йылда Михаил Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлаған. 1981—1982 йылдарҙа Күгәрсен районының «Хеҙмәткә дан» гәзите хәбәрсеһе. 1988 йылдан — «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы хеҙмәткәре. 1995 йылдан башлап «Даирә» ижади берекмәһе етәксеһе, 2000 йылдан «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһының радио тапшырыуҙары студияһында баш мөхәррир.

Замандаштар тураһында тапшырыуҙар әҙерләүсе «Мосафир» ижади берекмәһе етәксеһе, ҡыҙыҡ яҙмышлы кешеләр һәм әхлаҡи ҡиммәттәр тураһында «Шәмсыраҡ», «Даирә» радио тапшырыуҙары авторы һәм алып барыусыһы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2014),
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003)
  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2006).

Өҫтәмә мәғлүмәт

үҙгәртергә
  • Ире Әхәт Мортазин, 1986—2018 йылдарҙа Башҡортостан радиоһы һәм телевидение дикторы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2009).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә