Улан-Батор зоопаркы

Улан-Батор зоопаркы (монг. Улаанбаатар амьтны хүрээлэн) — Монголияның баш ҡалаһы Улан-Баторҙа төрлө ваҡыттарҙа ла йәшәп килгән зоопарк. Хәҙер был исеме аҫтында [1][2] Улан-Баторҙың мини-зоопаркы (монг. Улаанбаатар мини-амьтны хүрээлэн) күҙ уңында тотола, 2010 йылдан эшләп килә. Зоопарк Халыҡ-ара Будда паркы территорияһында урынлашҡан, майҙаны ~ 200 м², унда яҡынса 100 -ләп хайуандың 30 төрө йәшәй. «Талын Жононгууд» компанияһына ҡарай[3]. Монголия территорияһында эшләп килгән берҙән-бер зоопарк[4]

Улан-Батор зоопаркы
Нигеҙләү датаһы 1913
Майҙан 200 квадрат метр
 
Богдо-хан һарайы

Монголияның баш ҡалаһында беренсе зоопарк 1913 йылда Богдо-хан һарайында асыла. Унда 1913 йылда Рәсәйҙең Красноярск ҡалаһынан һатып алған фил йәшәгән. Ошо уҡ йылдың аҙағында фил Кяхтаға поезд менән килтерелә, ә 1914 йылдың яҙында — Монголияның баш ҡалаһына. Ҡыш уны йылы ағас өйҙә тоталар ә йәй йылғаға һәм башҡа урындарға йөрөргә сығаралар. Архивта һаҡланған документтарға ярашлы филгә ашатыу өсөн көн һайын 21 мантуу (парҙа бешерелгән пампушка төрө),1 кг иретелгән май, яҡынса 2 сүмес ҡыҙыл слива кәрәк булған[5]. Филдән тыш зоопаркта жираф, бүреләр, төрлө ҡоштар йәшәгән. Зоопаркта хайуан ҡарасҡыларының ҙур коллекцияһы булған, улар бөгөнгө көнгә тиклем Богдо-хан һарай-музейында һаҡланып ҡалған[6]. Халыҡ революцияһынан һуң зоопарк ташлап ҡуйыла, ә фил, тарихта билдәләнгәнсә Монголия дәүләтенең ете мөғжизәһенең береһе булараҡ, 1926 йыл да үлә[6]

Сираттағы зоопарк Улан-Баторҙа яҡынса 1993 йылда, Демократик революцияһынан һуң асыла. Хәҙерге зоопарктан алыҫ түгел Зайсан районында урынлашҡан булған. Ул оҙаҡҡа бармай. 1995 йылда күңелһеҙ осраҡ була: айыу зоопарктан ҡаса һәм бер килеүсе кешене үлтерә, ошонан һуң зоопарк ябыла.[7]

2010 йылда «Талын Жононгууд» компанияһы күсмә зоопарк ойоштора, ул Монголияның төрлө ҡалаларында була[1][4][8] . 2012 йылда мини-зоопарк Улан-Баторҙа Будда паркында урынлаша[9][10][11][12][13][14] . 2014 йылда ул зоопарктар буйынса халыҡ-ара мәғлүмәттәр базаһына индерелә. Унда зоопаркта хайуандарҙың 30-ҙан ашыу төрө бар һәм ул йәй генә эшләй тип күрһәтелә[3] Зоопарктың киләсәге билдәһеҙ.

Шул уҡ ваҡытта 2012 йылдан Монголия хөкүмәте милли зоология һәм ботаника баҡсаһын төҙөү проектын әҙерләй (монг. Амьтан ургамлын үндэсний хүрээлэн). Зоопарк Эрдэнэ сомоныда Улан-Баторҙан яҡынса 60 километр алыҫлыҡта урынлашырға һәм 20 гектарға яҡын майҙанға эйә булырға тейеш[15][16]  

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Улаанбаатар хотын Амьтны хүрээлэн Дарханд (монг.). Дата обращения: 12 июль 2014. 2014 йыл 14 июль архивланған.
  2. Mongolia (ингл.). Дата обращения: 12 июль 2014.
  3. 3,0 3,1 Ulaanbaatar Mini ZOO (ингл.). Дата обращения: 12 июль 2014.
  4. 4,0 4,1 Единственный зоопарк под угрозой закрытия. Дата обращения: 12 июль 2014. 2014 йыл 14 июль архивланған.
  5. ДВОРЕЦ-МУЗЕЙ БОГДО ХАНА экскурсия по дворцу Богдо Хана в Улан-Баторе. Дата обращения: 12 июль 2014. 2014 йыл 14 июль архивланған.
  6. 6,0 6,1 † Bogd Khaan's Menagerie (ингл.). Дата обращения: 12 июль 2014.
  7. † Ulaanbaatar ZOO (ингл.). Worldwide Zoo Database. Дата обращения: 12 июль 2014.
  8. Mongolia’s mini zoo makes an appearance in Darkhan (ингл.). Дата обращения: 12 июль 2014. 2015 йыл 2 апрель архивланған.
  9. 100 амьтан, 1000 иргэн эсэргүүцлийн жагсаал хийнэ (монг.). Дата обращения: 26 июнь 2014. 2014 йыл 14 июль архивланған.
  10. 100 амьтан, 1000 иргэн оролцсон эсэргүүцлийн жагсаал хийнэ гэв. Огноо: 2013-04-23 14:14:16 (монг.). Дата обращения: 26 июнь 2014. 2013 йыл 9 декабрь архивланған.
  11. Газрын асуудлыг шийдэхгүй бол 100 амьтан жагсаана гэв (монг.). Дата обращения: 26 июнь 2014.(недоступная ссылка)
  12. “Амьтны хүрээлэн үйл ажиллагаа явуулах хууль ёсны эрхгүй” гэв (монг.). Дата обращения: 26 июнь 2014. 2015 йыл 2 апрель архивланған.
  13. Амьтны хүрээлэнг хууль ёсны эрхгүй гэв (монг.). Дата обращения: 26 июнь 2014. 2014 йыл 14 июнь архивланған.
  14. Л.Сайнбат: Монголд үүнээс өөр амьтны хүрээлэн байхгүй (монг.). Дата обращения: 26 июнь 2014.
  15. Амьтан ургамлын үндэсний хүрээлэнтэй болно. Дата обращения: 12 июль 2014. 2014 йыл 14 июль архивланған.
  16. National Botanical and Zoological Gardens (ингл.). Дата обращения: 12 июль 2014.

Һылтанмалар

үҙгәртергә