Төрөк әҙәбиәте
Төрөк әҙәбиәте — Төркиә мәҙәниәтенең бер өлөшө. Төрөк әҙәбиәтен халыҡ әҙәбиәте, диуан әҙәбиәте, суфыйҙар әҙәбиәте һәм милли әҙәбиәт тәшкил итә.
Төрөк әҙәбиәте | |
Дәүләт | Төркиә |
---|
Иртә осор
үҙгәртергәДиуан әҙәбиәте юғары ҡатлам өсөн булдырыла, ә ашуғтар әҙәбиәте халыҡ ижады һыҙаттарын һаҡлай, ул мистика һәм исламдың схоластик идеяларынан азат була[1]. Был айырымлыҡ дәүләт телендә (лингвистикала) лә сағылыш таба. Сәлжүктәр һәм Ғосман империяһында ике төп тел була: ғәрәп (дин һәм фән теле) һәм «Ғосман» теле (рәсми һәм әҙәби тел), ә төрөк теле оҙаҡ ваҡыт халыҡтың һөйләш теле булып ҡала.[2]
Эпостар
үҙгәртергәТөрки халыҡтар бер нисә төркөмгә бүленеп йөрөтөлә, улар араһында иң ҙурҙары- уғыҙҙар һәм ҡыпсаҡтар. Төрөктәр сығышы буйынса һәм тел үҙенсәлектәре буйынса уғыҙ төркөмөнә ҡарай. Был төркөмгә шулай уҡ төркмәндәр һәм әзербайжандар ҙа инә. "Ҡорҡот ата китабы" («Китаб-и дэдэм Коркут») был халыҡтарҙың уртаҡ әҙәби ҡомартҡыһы. Был китап уғыҙ ҡәбиләләренең уртаҡ тарихи үткәнен тасуирлай. IX—XV быуаттарҙа халыҡ араһында йәшәп килгән эпик хикәйәттәрҙең әҙәби яҡтан эшкәртелгән тупланмаһы. «Ҡорҡот ата китабы» күп телдәргә тәржемә ителгән. Ул әҙәбиәт белгестәре өсөн генә түгел, ә тарихсылар һәм этнографтар өсөн дә мөһим тикшеренеү сығанағы булып тора. Рәсәйҙә был китапты өйрәнеүҙе В. В. Бартольд (1869—1930) башлап ебәрә.
Халыҡ араһында киң таралған тағы бер эпос- "Көр уғлы" («Һуҡыр улы»). Был бер ғәйепһеҙ һуҡырайтылған атаһы өсөн дошмандарҙан үс алған батыр Рушен Али тураһындағы тарих.
1936 йылда Назим Хикмәт (1901—1963) «Шәйх Бәдретдин дастаны» тигән әҫәрен баҫтырып сығара. Ул хәҙерге заманда яҙылһа ла, боронғо эпостар традицияһын дауам итеп, ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы көрөш темаһына бағышланған. Был эпоста Анатолия шәйехтәренең солтан Мәһмәд I ҡаршы баш күтәреүе һүрәтләнә.
1955 йылда Йәшәр Кемали баҫтырып сығарған «Ҡарсыға Мемед» («Инсе Мемед») романын да белгестәр урта быуаттарҙағы эпос традицияларында яҙылған тип иҫәпләй.
Халыҡ ижады
үҙгәртергәРомантик «хикәйәләр», әкиәттәр һәм мәҫәлдәр (Хужа Насреддин, хайуандар тураһында), мәҡәлдәр,әйтемдәр, йомаҡтар, таҡмаҡтар — мани, «тюркюи кошма» (лирик) һәм «хулы ташлама» (трагик)[3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Суфийская турецкая литература . stanbul.ru. Дата обращения: 13 ноябрь 2012.
- ↑ Кемализм и лингвистика . Турция: История и современность. turkishlife.ru. Дата обращения: 13 ноябрь 2012. Архивировано 8 ғинуар 2013 года. 2013 йыл 8 ғинуар архивланған.
- ↑ Турецкая литература . Онлайн-энциклопедия. Дата обращения: 13 ноябрь 2012. Архивировано 8 ғинуар 2013 года. 2013 йыл 27 апрель архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Турецкая литература на рубеже XIX—XX веков
- [ Турция] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Т. Д. Меликли «История литературы Турции».- М., 2010
- Гениш Эйюн Турецкая литература: Биографии самых известных поэтов и писателей, направления их творчества и примеры произведений. М.: Издательство ЛКИ, 2008. — 464 с. ISBN 978-5-382-00442-6
- Кямилев Х. У истоков современной турецкой литературы. М., 1967.
- Алькаева Л. О. Очерки по истории турецкой литературы. М., 1959.