Төньяҡ Македония Паралимпия уйындарында

Төньяҡ Македония Атлантала Паралимпия уйындарында 1996 йылда тәүге тапҡыр сығыш яһай, үҙенең берҙән-бер вәкиле — Йовановский Бранимирҙы атыу буйынса ярыштарға ебәрә. Ошо мәлдән Төньяҡ Македония йәйге Паралимпия уйындарының даими ҡатнашыусыһы, әммә ҙур булмаған делегация ебәрә. Ҡышҡы Паралимпиадаларҙа Македония Республикаһы ҡатнашмай. Македония Республикаһының Паралимпия уйындарында ҡатнашыу тарихында өс спортсы сығыш яһай: Йовановский Бранимир (1996—2004), Каранфилов Ванчо (2000—2012) һәм Наковская Оливер (2004—2012)[1].

Төньяҡ Македония Паралимпия уйындарында
Рәсем
Спорт төрө паралимпийские виды спорта[d]
Дәүләт  Төньяҡ Македония

2004 йылда Афинала пневматик пистолеттан (SH1 категорияһы) 10 метрҙан атыуҙа Каранфилов Ванчо тәүге миҙал алып ҡайта. 2012 йылда Лондонда Наковская-Быкова Оливера пневматик пистолеттан SH1 10 метрға атыуҙа Македония Республикаһынан беренсе паралимпия чемпионы була. Ул P2 категорияһында яңы донъя рекорды (381 мәрәй) һәм паралимпия рекорды ҡуя, шулай уҡ финалда 475,7 мәрәй йыя[2].

Бынан алда Төньяҡ Македония спортсылары Югославияның йыйылма командаһы өсөн сығыш яһай: 1980 йылда Паралимпиадала Вангел Забев йөҙөүҙә ике бронза миҙал яулай. 1992 йылда Йовановский, бойондороҡһоҙ ҡатнашыусылар хоҡуғы менән сығыш яһап, пневматик пистолеттан (SH1 категорияһы) атыу буйынса еңеү яулай[3].

Миҙалсылар үҙгәртергә

Македония Республикаһы өсөн үҙгәртергә

Миҙал Спортсы Йыл Спорт төрө Дисциплина Һөҙөмтә
  Каранфилов Ванчо Афина 2004 Атыу Ирҙәр, пневматик пистолет, SH1 661,6 мәрәй
  Наковская-Быкова Оливера Лондон 2012 Атыу Ҡатын-ҡыҙҙар, пневматик пистолет, SH1 475,7 мәрәй

СФРЮ өсөн үҙгәртергә

Миҙал Спортсылар Йыл Спорт төрө Дисциплиналары
  Забев Вангел 1980 Арнем Йөҙөү 50 м, ирекле стиль, E1
  Забев Вангел 1980 Арнем Йөҙөү 3x50 м, комплекслы йөҙөү, E1

Бойондороҡһоҙ булараҡ үҙгәртергә

Миҙал Спортсылар Йыл Спорт төрҙәре Дисциплиналары
  Йовановский Бранимир Барселона 1992 Атыу]] Ирҙәр, пневматик пистолет, SH1

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Macedonia at the Paralympics, Международный паралимпийский комитет
  2. Paralympic records in Women’s P2-10m Air Pistol-SH1 2012 йыл 2 сентябрь архивланған., Official London 2012 Paralympic site
  3. МЕДАЛИСТИ НА ОИ (макед.). Makedonski Olimpiski Komitet. Дата обращения: 15 июль 2008. Архивировано 2 июнь 2008 года. 2008 йыл 2 июнь архивланған.