Төньяҡ Кавказ тимер юлы музейы

Төньяҡ Кавказ тимер юлы музейыРостов тимер юл техникаһы музейының асыҡ һауалағы экспозиция майҙаны, элекке Гниловская тимер юл станцияһы (хәҙер — туҡталыш пункты) юлдарында, Дондағы Ростовтың көньяҡ-көнбайыш ситендә урынлашҡан. Музейҙа күсмә составтың 60-тан ашыу берәмеге ҡуйылған. Төньяҡ Кавказ тимер юлының тимер юл техникаһы музейы 2003 йылдың 1 авгусында, тимер юлсылар көнө алдынан асыла.

Төньяҡ Кавказ тимер юлы музейы
Паровоз Су музейҙа
Паровоз Су музейҙа
Асылған ваҡыты 2003 йылдың 1 авгусында
Нигеҙләүсе Рәсәй тимер юлдары
Урынлашыуы Рәсәй, Дондағы Ростов ҡалаһы, Гусев урамы, й.2, ДКЖ; Гниловская станцияһы
Директор Бураков В.В.[1]
Логотип Викисклада Төньяҡ Кавказ тимер юлы музейы Викимилектә

Экспозиция

үҙгәртергә

Экспозиция юлының дөйөм оҙонлоғо 1900 метр тәшкил итә. Музей коллекцияһында күсмә составтың 53 берәмеге иҫәпләнә: Паровоз Э, Паровоз ФД, Паровоз Л, П36, паровоз ТЭ, Паровоз СО, паровоз Су сериялы паровоздар, тепловоздар ТЭ3, ТЭП60, ТЭП10, ТЭМ1М, электровоздар ВЛ8, ВЛ22М (1947 йылғы сығарылыш), ВЛ41, ВЛ61, ВЛ80, ВЛ82, ВЛ84, ЧС4, ЭР22 электропоезының ике баш һәм бер тағылма вагоны; тендерҙар Лп-138, ИС20-286, ИС20-320, вагондар, юл техникаһы, 1935 йылғы мотовоз, дрезиналар, танк һәм артиллерия тягачтары, XX быуат башында төҙөлгән ике күсәрле вагон-боҙлоҡ, юл техникалары[1]. 50 экспонат эшләй торған хәлдә. Экспозиция юлы буйында семафор, тимер юл светофоры һәм һыу колонкаһы ҡуйылған. Бынан тыш, 1930-сы йылғы мотодрезина эшләй торған хәлгә килтерелгән, һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы йылытылған тауар вагоны эске интерьеры менән тергеҙелгән[2]. Күргәҙмәлә эшләүсе телетайптар, телефондар, төрлө осорҙағы тимер юл карталары, өлкәнең күренекле эшмәкәрҙәре тураһында һөйләгән документтарҙың төп нөсхәһе һәм фотокүсермәләр бар[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Экспонаты. Паровоз ИС. Дата обращения: 23 ғинуар 2017.
  2. Музей истории Северо-Кавказской железной дороги. РЖД (18 сентябрь 2015). Дата обращения: 23 ғинуар 2017. 2017 йыл 12 август архивланған.
  3. Музей истории Северо-Кавказской железной дороги. Localway. Дата обращения: 23 ғинуар 2017.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә