Ростов тимер юл техникаһы музейы
Төньяҡ-Кавказ тимер юл тарихы музейы — Дондағы Ростов ҡалаһы техника музейы Төньяҡ Кавказ тимер юлдары һәм хәрәкәт составы тарихына бағышланған музей. Ул ошо тема менән бәйле барлыҡ әйберҙе лә күрһәтә. Музейға 1960 йылда нигеҙ һалына. Хәрәкәт составы майҙансығы тарихи экспозицияһы 2003 йылда асыла.
Төньяҡ Кавказ тимер юл тарихы музейы + Гниловская станцияһындағы тарихи хәрәкәт составы экспозиция майҙансығы исторического подвижного состава на станции Гниловская | |
---|---|
Асылған ваҡыты | 1960 йыл (Музей), 2003 йыл (экспозиция майҙансығы) |
Урынлашыуы | Музей - Дондағы Ростов, Гусев урамы, 2а/5, Тимер юлсылар мәҙәниәт һарайы ; экспозиция майҙансығы - Дондағы Ростов, Казачий тыҡрығы, 44-а |
Директор | Владимир Бураков |
Төньяҡ-Кавказ тимер юл тарих музейы Ростов- Главный станцияһы янындағы район тимерселәр мәҙәниәт һарайында урынлашҡан. Экспозиция майҙансығы Гниловская станцияһының Порт урамында булдырылған. Уға ҡала транспортында йәки Таганрогҡа Гниловская станцияһы аша үтеүсе электропоезда(ҡала яны тимер юл вокзалынан) барырға мөмкин.
60-тан ашыу берәмек техникаһын музей экспозицияһы тәҡдим итә. Улар иҫәбендә-14 паровоз, уларҙың бөтәһе лә эшләй, боронғо 2 пассажир вагон-салон, 1пассажирҙар вагоны (ул 1869 йылда төҙөлгән һәм Рәсәй менән БДД илдәрендә һаҡланып ҡалған иң боронғо вагондарҙың береһе), вагон тауар 11 тауар вагоны, 7 электровоз, 5 тепловоз, 4 юл машиналары, 2 тимер юл буйынса йөрөй торған кран , 2 электропоезд (айырым вагондар), хәрәкәт итеү составы бар, Рәсәйгә хәрби трофей рәүешендә килтерелгән һәм шулай уҡ авария-тергеҙеү эштәрендә ҡулланыла торған бер нисә гусеницалы техника берәмеге лә бар. Тимер юлсылар мәҙәниәт йортондағы музей экспозицияһындағы майҙансыҡта экскурсияға килгән кешеләр төркөмө өсөн биналар бар.
Боронғо музейҙың экспонаттары-румын өс күсәрле цистерналарына 125 йыл тула. Цистерна химик матдәләрҙе юлда һаҡлау өсөн ҡулланылған.
Музей Төньяҡ-Кавказ тимер юл хужалығы балансында тора. ТКТЮ — ААО «РЖД» филиалы . Музей хеҙмәткәрҙәре шулай уҡ реставрация үткәрәләр һәм Дондағы Ростов ҡалаһы энтузиастары көсө менән музей хәрәкәт составын лак менән буяйҙар һәм тергеҙеү эштәре алып баралар[1].
Раритет экспонаттарҙы тергеҙергә һәм реставрациялауға ТКТЮ подразделениелары байтаҡ ярҙам күрһәтә,бигерәк тә — Тихорецкий станцияһы, Лихой, Каменоломнялар, Краснодар, Дондағы Ростов, Батайск, Кавказ Минераль Һыуҙары , Новочеркасск, Туапсе, Сочи, Тимашевский,Сальск станциялары һ. б. был эштә әүҙем ҡатнашалар.
Музей директоры һәм паровоз техникаһын һаҡлап ҡалыуҙың төп энтузиасы — Владимир Бураков.
Музейға йөрөүсе транспорт — автобус № 4, троллейбус № 12, маршрут такси маршруттары № 8 йәки 4 — Үҙәк баҙарҙан алып № 77 мәктәпкә тиклем (Порт урамы).
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Страница на сайте РЖД 2017 йыл 16 май архивланған.