Ғәҙелша шарлауығы
Ғәҙелша шарлауығы (Ибраһим, Төйәләҫ шарлауығы) — Баймаҡ районында, Ирәндектең көнсығыш тармағы булған Яманташ тауында, Төйәләҫ йылғаһындағы шарлауыҡ. Диңгеҙ кимәленән 800 м бейеклектә. Өс киртләсле. Юғары киртләсенең бейеклеге 1,2 м, икенсе һәм өсөнсө киртләсе етешәр метр. Шарлауыҡ Башҡортостандағы иң бейеге һанала.[1][2][3].
Ғәҙелша шарлауығы | |
---|---|
Координаты: пропущена долгота | |
Ил | |
Регион | Башҡортостан |
Район | Баймаҡ районы |
Йылға | Төйәләҫ |
Бейеклеге | 15 м |
Һыу сығымы | 10 м³/с |
Ғәҙелша шарлауығы Викимилектә |
Тирә–яғында йәшмә таралған. Шарлауыҡ 1965 йылда тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән һәм дәүләт тарафынын һаҡлана. Был тәбиғәттең гидрологик, гидроморфологик, ботаник ҡомартҡыһы ғына түгел, ундағы тәбиғәт һирәк осрай торған үҫемлектәргә бай.
"Башҡортостандың Ҡыҙыл китабы"на индерелгән үләндәр: йомшаҡ әрем (полынь шелковистая), ҡаясатыр (бороздоплодник), казак артышы (можжевельник казацкий), ҡарға ҡуҙағы (чина Гмелина), Литвинов сырмалсығы (чина Литвинова), тау һарынаһы (горноколосник колючий), ебәк ҡаҙүлән (лапчатка шелковая), шиверекия үләне (шиверекия подольская), цицербита үләне (цицербита уральская), шырт еҙүлән (тонконог жестколистный), елемүлән (смолевка башкирская).
Ҡаяға йәбешеп үҫкән ағастарға оя ҡорған ҡоштарҙы һәр ерҙә лә осратып булмай.
Ғәҙелша шарлауығы — туристарҙың яратҡан урыны. Ҡояш нурҙарында йәйғор уйнай, һалҡынса саф һауа. Бында башҡаса моң, шуға ла Мәхмүт-сәсән, Ғата Сөләймәнов, Кәрим Дияров, Рәхмәтулла Бүләков кеүек башҡорт йырсылары, сәсәндәре, ҡурайсыларының тыуған төйәге.
Географияһы
үҙгәртергәАдминистратив яҡтан Ғәҙелша шарлауығы Башҡортостандың Баймаҡ районында, Баймаҡ урманхужалығы биләмәһендә урынлашҡан. Шарлауыҡтан көньяҡ-көнбайышҡарағ 5,6 км алыҫлыҡта шул исемле ауыл булған, хәҙер был ауыл бөткән.[2][3] Шарлауыҡтан 4 км көньяҡ-көнбайышта Абҙаҡ ауылы бар. Бынан тыш 1.5 км алыҫлығта Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинатының ял итеү базаһы төҙөлгән.[2].
Физик географияға нигеҙләнеп, Ғәҙелша шарлауығы Ирәндек тауының көнсығыш битләүендә Яманташ тау түбәһенән йыоаҡ түгел урынлашҡан. Был урындағы тауҙар Түбән һәм Урта Девон осорондағы, Ирәндек свитаһы тип аталған[1], вулкан (эффузия) тоҡомдарынан барлыҡҡа килгән. Ғәҙелшаның һикәлтәләре кремний сланецтары, порфириттар, туф кеүек тау тоҡомдарынан тора.[2].
Гидрология
үҙгәртергәШарлауыҡ Яйыҡ йылғаһының ҡушылдығы Төйәләҫ йылғаһында барлыҡҡа килгән. Шарлауыҡ каскад тибындағы шарлауыҡтарға керә һәм өс каскадтан тора. Шарлауыҡтың дөйөм бейеклеге 15 м-ҙан артыҡ, 20 м-ға етмәй. Был күрһәткес буйынса был Көньяҡ Уралдағы иң бейек шарлауыҡ.[1][2] Шарлауыҡтың беренсе күтәрмәһе яҫы һәм бейеклеге 1,2 метрҙан артмай, һыу ялғаштан аҡҡан кеүек аға. Икенсе һәм өсөнсө күтәрмәләре 7-шәр метр бейеклектә һәм икеһе лә текә. Уларҙан ағып төшкән һыу айырым ағымдарға бүленә. Һыу ағымы йыл миҙгеленә ҡарап үҙгәрә. Ҡышын шарлауыҡ туңы. Яҙ көнө һыуҙың иң ҙур сығымы булған миҙгел. Был ваҡытта шарлауыҡ иҫ киткес матур була. Йәй һәм көҙ айҙарында һыу сығымы кәмәй, шулай ҙа бары бер 10 л/с һыу сығымы һаҡлана.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- YouTube сайтында Водопад Гадельша
- YouTube сайтында Путешествие на водопад Гадельша весной
- Детский лагерь «Сармат»-Водопад Гадельша . detuni.narod.ru. Дата обращения: 8 февраль 2020.
- Водопад Гадельша на карте . www.ykoctpa.ru. Дата обращения: 8 февраль 2020.
- Фотоотчет похода на водопад весной . ant-ufa.com. Дата обращения: 8 февраль 2020.
- Водопады Республики Башкортостан . 102ozera.ru. Дата обращения: 8 февраль 2020. Архивировано из оригинала 7 октябрь 2019 года. 2019 йыл 7 октябрь архивланған.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Ғәҙелша // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- 102 озера 2016 йыл 12 март архивланған.
- Детский лагерь «Сармат»-Водопад Гадельша
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Фаткуллин Р. А. Ҡалып:Башкирская энциклопедия
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Н. Рундквист, О. Задорина. Гадельша // Урал. Иллюстрированная краеведческая энциклопедия. — Издательство «Квист», 2013.
- ↑ 3,0 3,1 А. А. Мулдашев. Водопад Гадельша (Ибрагимовский) // Реестр особо охраняемых природных территорий Республики Башкортостан / отв. ред. А. А. Мулдашев. — Уфа: Издательский центр «МедиаПринт», 2010. — С. 68—69.