Төйлән (Дәүләкән районы)

Төйлән, Төйлән разъезы ҡасабаһы[1] (рус. Тюлянь [2]) — 2005 йылда Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы Көрмәнкәй ауыл Советының бөткән ауылы

Төйлән
Төйлән разъезы
Рәсми атамаһы Төйлән разъезы
Халыҡ һаны 39 кеше (1968)
Карта

Географияһы

үҙгәртергә

Төйлән разъезы янында урынлашҡан булған[3], Төйлән йылғаһы эргәһендә.[4].

Географик урыны

үҙгәртергә

Алыҫлығы (1969 йылдың 1 ғинуарына тиклем)[1]:

  • район үҙәгенә тиклем (Дәүләкән): 9 км
  • ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Дүртөйлө): 5 км
  • яҡындағы тимер юл станцияһы (Дәүләкән): 9 км

Этимологияһы

үҙгәртергә

Разъезд Дим йылғаһының һул ҡушылдығы Дәүләкән районы Ҡоръятмаҫ ауылынан төньяҡ - көнсығышта ике саҡрым, Асылыкүлдән көньяҡҡа табан дүрт саҡрым алыҫлыҡта башланған Төйлән йылғаһының исеме менән йөрөтөлә. Дәүләкән һәм Әлшәй райондарын иңләп аға. Төйлән атамаһы үҙе — төйәклән, төйәкләнеү урыны тигән һүҙҙер, уны, бәлки, Туҡтамышхан үҙе ҡушҡандыр[5].

Ҡасаба Төйлән разъезы (Төйлән баш (төйлөгән 'төйлөгән'))[2] тимер юлы төҙөлгәндә барлыҡҡа килгән.

Бында разъездың инфраструктураһын хеҙмәтләндереүселәрҙең ғаиләләре йәшәгән. Башҡортостан Республикаһының 2005 йыл 20 июлендәге " Тораҡ пункттарҙың барлыҡҡа килеүе, берләшеүе, бөтөрөлөүе һәм стаусы үҙгәреүе, административ үҙәктәрен күсереү менән бәйле,Башҡортостан Республикаһының административ — территориаль ҡоролошона үҙгәрештәр индереү тураһында " 211-3 номерлы законы былай тип белдерә:
ст.1

4. Түбәндәге тораҡ пункттарын бөтөрөргә:

17) Дәүләкән районында:

а) Төйлән ҡасабаһын (Бик - Ҡарамалы ауыл Советы),Төйлән разъезын(Көрмәнкәй ауыл Советы);

в) Яковлевка ауылын (Поляковка ауыл Советы)

1969 йылдың 1 ғинуарынан 39 кеше йәшәгән; башлыса башҡорттар[1].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Башкирская АССР: административно-территориальное деление на 1 января 1969 года. — Изд. 5-е. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1969. С.142.
  2. 2,0 2,1 Хисаметдинова Ф. Г., Сиразитдинов З. А. Русско-башкирский словарь справочник названий населенных пунктов Республики Башкортостан. — Уфа: Китап, 2001. — С. 125. — 320 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
  3. N-40 карты СССР. Уфа, Златоуст, Магнитогорск
  4. Карта Башкирии 1928 года
  5. Й.Солтанов.Үҫәргән батшалар шәжәрәһен барлау.
  • Башҡорт АССР- ы: административ-территориаль бүленеше 1 ғинуар 1969 йылда булды. —. 5- се баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1969. 142. с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә