Тәһран баҙары (фарс. بازار تهران — бāзāр-е техрāн), Ҙур Баҙар (фарс. بازار بزرگ — бāзāр-е бозорг) — Тәһран ҡалаһының төп баҙары, донъялағы ҡыйыҡлы иң ҙур баҙар. Ул ҡаланың 12-се округында урынлашҡан. Баҙарҙың майҙаны 3 км² самаһы, коридорҙарының тулайым оҙонлоғо 10 км-ҙан арта.

19 быуатта Тәһран баҙары

Асылда, баҙар — Ирандың баш ҡалаһының тарихи үҙәге, сөнки тап бөгөнгө баҙар урынында беҙҙең эраға тиклем 6 меңйыллыҡта Тәһран ауылы барлыҡҡа килгән. Тәһранда яңынан-яңы сауҙа үҙәктәре, магазиндар асылыуға ҡарамаҫтан, баҙар ҡала халҡының һәм туристарҙың яратҡан урыны булып ҡала.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Баҙар
  • Иран иҡтисады

Һылтанмалар

үҙгәртергә