Тәрәнкүл (Ҡоншаҡ районы)

Рәсәйҙәге Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районында урынлашҡан түңәрәк күл.

Тәрәнкүл (рус. Тере́нкуль) — Рәсәйҙәге Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районында урынлашҡан.

Тәрәнкүл
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Карта

Этимологияһы

үҙгәртергә

Атама башҡортса «тәрән» һәм «күл» тигән һүҙҙәрҙән барлыҡҡа килгән[2].

Географияһы

үҙгәртергә

Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районында урынлашҡан Тәрәнкүл — Урал төбәгенең урман-дала һыҙаты өсөн типик һыуһаҡлағыс. Силәбе ҡалаһынан 65-70 километрҙа урынлашҡан. Күлдең өҫкө йөҙө — 1.6/1.4 км тәшкил итә.

Иң тәрән ере — 7 м, уртаса тәрәнлеге — 3-4 метр.

Күл буйында ауылдар юҡ. Балыҡ үрсетеү — балыҡ килтереп һыуға ебәреү, ыуылдырыҡ сәсеү. Һәүәҫкәр балыҡ тотоу түләүле. Балыҡ ыуылдырыҡ сәскән сағында балыҡ тотоуҙо тыйыу Силәбе өлкәһе буйынса тыйыуҙар нигеҙендә тормошҡа ашырыла.

Яуым-төшөм, ер аҫты һыуҙары, көнбайыш һәм көнсығыш яр буйҙарындағы күп һандағы шишмә һыуҙары менән туйына.

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Күл түңәрәк формала. Ярҙарында ҡарағай урмандары, томбойоҡ һәм екән, ҡамыш, тал үҫә.

Күлдең флораһы һәм фаунаһы

үҙгәртергә

Күлдең төбө ҡомло һәм ташлы. Бында алабуға һәм себер сабағы тереклек итә. В озере Теренкуль заселены и обитают следующие виды рыб. Карповые: карп, карась, лещ. Сиговые: сиг, рипус. Хищники: щука, окунь, судак, ротан.

Шулай уҡ ҡара

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN 5-7688-0157-7.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7<
  • Обзорно-географический Атлас России. — Картография, АСТ, Астрель, 2010. — С. 60—61.

Һылтанмалар

үҙгәртергә