Түңәрәк өҫтәл (Венгрия)

Венгр Түңәрәк өҫтәлдәре (мадьярса  Kerekasztal-tárgyalások) — Венгрия Халыҡ Республикаһында хакимлыҡ иткән власть һәм оппозиция араһындағы билдәле бер тәртипкә һалынған һөйләшеүҙәр, улар быға тиклем ҡулланылған Польша моделе буйынса 1989 йылдың йәйендә һәм көҙөндә булып үтә[1]. Һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһе — тулыһынса ирекле, күп партиялы парламент һайлауҙары үткәреү тураһында килешеү, был һайлауҙар илдә дәүләт ҡоролошоноң алмашыныуына килтерә.

Түңәрәк өҫтәл
Нигеҙләү датаһы 22 март 1989
Ҡыҫҡаса атамаһы EKA
Ҡатнашыусы Революция 1989 года в Венгрии[d]
Дәүләт  Венгерская Народная Республика[d]
 Венгрия

1988 йылда Венгр социалистик эшселәр партияһының Генераль секретары Янош Кадар үҙ посынан отставкаға киткәс, ил етәкселеге идара итеүҙең авторитар режимынан баш тартыуҙың зарури булыуын аңлай. 1980-се йылдар аҙағында Венгрияла ниндәй ҙә булһа ойошҡан оппозиция булмай, әммә сәйәси климаттың алмашыныуы ярайһы уҡ тиҙ арала оппозицион йүнәлештәге берекмәләрҙең барлыҡҡа килеүенә сәбәпсе була, улар араһында «Венгр демократик форумы» һәм «Ирекле демократтар союзы» кеүек берекмәләрҙе айырып атап үтергә мөмкин. Йәш оппозицион хәрәкәт режим тарафынан баҫтырылмай, киреһенсә, уның теге йәки вәкиле лидерлыҡ өсөн көрәштә уларҙы бик оҫта файҙалана. 1989 йылдың башына венгр оппозицияһы дөйөм һаны 15 000 самаһына еткән һәм үҙ-ара ҡатмарлы мөнәсәбәтте һаҡлаған берекмәләрҙән тора. Берекмәләр илдең сәйәси тормошона әллә ни ҙур йоғонто яһамай. Властар сәйәси реформа үткәреүҙе планлаштырыуҙары тураһында иғлан итеү менән хәл кардиналь рәүештә үҙгәрә. Оппозицияның тарҡау булыуына иҫәп тотоп, шул арҡала уларҙы манипуляция эшләү өсөн уңайлы механизм ғына тип иҫәпләп, власть илдең демократлаштырылыуынан бер ниндәй ҙә хәүеф-хәтәр көтмәй[2].

Венгрияның коммунистик етәкселеге махсус ултырышта Үҙәк Комитет секретары Дёрд Фейтиға, оппозиция структуралары менән бәйләнешкә инеп, консультациялар өсөн власҡа уңайлыраҡтарын табыуҙы йөкмәтә. Ә оппозиция «Оппозицион түңәрәк өҫтәл» булдырыу тураһында ҡарар ҡабул итә, бының менән улар властарға берҙәм структура менән килешергә тура киләсәген ишаралай. Власть ваҡиғаларҙың шул йүнәлештә үҫеүе ҡабул итә һәм «Милли түңәрәк өҫтәл» ултырышында ҡатнаша, әммә һөйләшеүҙәрҙә компартияның йоғонтоһо булған структураларҙың (профсоюздар һәм башҡалар) гражданлыҡ йәмғиәте вәкилдәрен айырым көс булараҡ файҙаланырға тырыша. Ләкин оппозиционерҙар һөйләшеүҙәр ике яҡлы характерҙа булыуын һәм унда идара итеүсе партиянан башҡа көстәр ҡатнашмаясағын аңғарта.

Һөйләшеүҙәрҙә биш төп мәсьәлә буйынса килешеүгә өлгәшелә: Конституцияны үҙгәртеү, Конституцион суд булдырыу, күп партиялы система эшмәкәрлеген юлға һалыу, Милли йыйылышты күп партиялы система ҡулланып һайлау, енәйәт-процессуаль кодексына партия һәм дәүләт аппаратын айырыуға йүнәлтелгән үҙгәрештәр индереү. Ирекле һайлауҙар 1990 йылдың март башына тәғәйенләнә, дөйөм ойоштороу һәм процессуаль мәсьәләләрҙе хәл итеү шулай уҡ түңәрәк өҫтәл артында аныҡлана.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә