Түш биҙәүестәре
Түш биҙәүестәре (рус. Нагрудные украшения) — ҡатын‑ҡыҙҙар байрам, йола мәлендә йәки көндәлек тормошта кейгән кейеменә таҡҡан түшелдеректәр йәки күкрәксәләр. Селтәргә тегелгән тәңкә, мәрйен һәм башҡа зиннәтле әйберҙәр ғаиләнең етешлеген, кешенең йәмғиәттә социаль хәлен билдәләүсе күрһәткес булып торған.
Түшелдеректәр төрлөсә аталған: селтәр, ҫаҡал, һаҡал, яға, муйынса, башкиҙеү, алмиҙеү,төйрәүес (ҡаптырма). Атамаларҙың һәр береһе айырым башҡорт төркөмдәрендә ҡулланылған, нағышында урындағы йолалар сағылыш тапҡан. Формаһы, мәрйен һәм көмөштәр нисбәте, туҡымаға һалынған тегелеше һәм төбәк үҙенсәлектәре менән айырылған.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары биҙәүестәрҙе ғәҙәти булмаған художестволы зауыҡ, бай фантазия менән эшләй, ҡулланылған материалдарҙы тылсымлы көстәренә ышаныу нигеҙендә һайлай.[1]
Ышаныуҙар
үҙгәртергәТүшелдереккә (селтәргә) башҡорт мифологияһының тәрән фәлсәфәһе һалынған. Ышаныуҙар буйынса, кешенең йәне ҡалҡан биҙе эргәһендә урынлашҡан. Шуға ла муйын аҫтында изге көстәр үтә алһын өсөн «инеү» урыны ҡалдырылырға һәм сихырҙан бетеү-биҙәк, мәрйен, тәңкә кеүек һаҡ ҡуйылырға тейеш.[2] Биҙәүестәргә материалдар һайлағанда башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары уларҙың тылсымлы көсөнә ышанған. Көмөш һаҡлаусы, таҙартыу көсөнә эйә тип иҫәпләнгән, уның ялтырауы һәм сыңлауы яуыз көстәрҙән һаҡлау һәләтенә бәйле булған, шуға ла кейемдә көмөштән эшләнгән сулпылар күп булған. Алһыу мәрйен бөртөктәре тормош яралыуын, яңы ғүмер башланыуын символлаштыра.[3]
Селтәр тарихы
үҙгәртергәСелтәр — ҡатын-ҡыҙҙарҙың традицион биҙәүесе. Түшелдерек менән хәситә күлдәк йәки камзул өҫтөнән кейелә. Улар мәрйен, сәйлән, ваҡ диңгеҙ ҡабырсағы, тәңкәләр баҫылған беше ҡыҙыл туҡыманан һәм билдәле бер тәртиптә тегелгән тар туҡымаларҙан торған. Көньяҡ‑көнсығыш һәм көньяҡ башҡорттарының түшелдеректәре (селтәр) ҙур, оҙонса булған, уға биҙәүесте тотоп торған киң билбау ҡушып тегелгән. Селтәрҙең өҫкө өлөшө ромб, түңәрәк йәки ярым түңәрәк рәүешендәге тығыҙ мәрйен менән һырыла, ситенә тәңкәләр тегелә, бил тәңгәленә буйлатып бер нисә рәт тәңкә баҫҡандар, аҫҡы яғы мәрйендән теҙелгән селтәр һәм тәңкәнән торған. Селтәрҙең өҫкө өлөшө ромб, түңәрәк һәм ярым түңәрәк рәүешендә тығыҙ урынлашҡан мәрйен менән һырыла. Бындай түңәрәк эсендә яуыз көстәрҙән һаҡлаусы ҡабырсаҡ бетеү — ҡортбаш, «аждаһа күҙе» урынлаштырыла.[4]
Хәситә
үҙгәртергәКүкрәккә тағыла торған был затлы биҙәүес — арҡыры яға йәки хәситә тип йөрөтөлә. Абруйлы, дәрәжәле ҡатын-ҡыҙҙар, бейсәләр кейгән. Биҙәкле тауарҙан эшләнгән, йыш ҡына барса (парча) ҡулланылған. Алғы яғына тәңкә, мәрйен, ҡиммәтле таштар, төймә, муйынсаҡтар беркетелеп ҡуйыла. Арҡаһы ла шулай уҡ биҙәлә йәки яҫы бау — ләмкә ҡуйыла. 2-3 сантиметр киңлегендәге туҡыма таҫмаға тәңкәләр тағыла.
Арҡыры яға, ғәҙәттә, һул яурынға һалына, аҫҡа төшөп, бил тапҡырында төймәгә эленә йәки тегеп ҡушыла. Әммә ҡайһы бер төбәктәрҙә, киреһенсә, уң яурынға һалынып, һул яҡтан билгә төшөп торғаны ла осрай.[5] Яурын башында киңлеге 4-5 сантиметр булһа, аҫҡы яҡта 12 — 25 сантиметрға етә. Хәситәнең икенсе төрө таҫма рәүешендә эшләнә. Уға шаҡмаҡ, өсмөйөш, трапеция, ромб рәүешендә айырым кеҫә кеүек төшөп торған биҙәктәр тегелә Арҡыры яғанан өҫтә тәңкәле, аҫылташлы йәки мәрйенле алмиҙеү тағырға мөмкин.
Яға
үҙгәртергәУрал аръяғы башҡорттарының түшелдереге (яға) трапеция рәүешендә булған, ситтәренә тәңкә, мәрйен тегелә, уртаһы мәрйендән теҙелгән селтәр, тәңкәләр, сулпы һәм бауға баҫылған эре тәңкә һәм айылдар менән биҙәлә, ҡайһы берҙә уны яурынға беркетеп, иңһәлек менән бергә кейгәндәр. Уға ваҡ тәңкәләр, айыл, мәрйен, ҡабырсаҡ баҫылған. Селтәрҙәге кеүек үк, мәрйен селтәре ҡуйыла. Иңһәлек мәрүәт (перламутр) һиҙәптәр, мәрйен, тәңкәләр менән ҡапланған өс суҡ менән тамамлана. Яға менән был биҙәүес мәрйен баҫылған сәсәкле яғалыҡ төшөп торған бау менән беркетелә.[6]
Муйынса
үҙгәртергәТөньяҡ-көнсығыш, Әй, Йүрүҙән, Үрге Ҡариҙел буйҙары түш биҙәүесе — муйынса. Трапеция рәүешендә муйын уйымы ҡалдырылған һәм аҫҡы өлөшө түңәрәкләтелгән кизе-мамыҡ туҡыма менән ҡапланған йөн буҫтау киҫәгенән ғибәрәт. Бик күп мәрйен һәм тәңкәләр баҫылған, ауырлығы 5-6 килограмға еткән селтәрҙәрҙе башлыса кейәүҙәге ҡатындар йөрөткән. Йәш ҡыҙҙар мәрйен муйынсаҡ таҡҡан. Төньяҡ‑көнсығыш башҡорттарының түшелдереге (муйынса) бәләкәй булған, туҡыма өҫтөнә тәңкәләр бер‑береһенә тығыҙ итеп тегелгән, ҡайһы берҙә — муйынсаҡ, һирәкләп мәрйен менән биҙәлгән. Билбауы көмөш еп менән нағышлана, рәт итеп теҙелгән төрлө төҫтәге өсмөйөштәрҙән торған аппликация менән биҙәлә.[7]
Һаҡал
үҙгәртергәКөньяҡ-көнбайыш башҡорттары биҙәүесе — ҫаҡал, һаҡал. Ҫаҡал Өфөгә яҡын райондарҙа, Дим йылғаһы бассейнында һәм Туҡ-Соран (Ырымбур) башҡорттарында осрай. Һаҡалдарҙың оҙонлоғо төрлөсә була ала: билгә еткәндәре лә, киреһенсә, күлдәктең күкрәк өлөшөн саҡ ябып торғандары ла (20 см оҙонлоғонда) бар. Ул оҙонса, ярым түңәрәк формала булған, муйын тирәләй түңәрәк «яға» тегелгән, уртаһы эре тәңкә, айыл, сулпы, епкә теҙелгән муйынсаҡтар менән биҙәлгән, сите эре мәрйен баҫылған киң таҫма мәнән ҡаймаланған. Ҡайһы берҙә уны иңһәлек-елкәлек менән таҡҡандар. Төньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш башҡорттары һул яурындан уң ҡул аҫтына ҡыя бәйләнгән әмәйлек, медальон һәм тәңкә менән биҙәлеп, дүңгәләкле сылбырҙан эшләнгән өс ҡатлы муйынсаҡ (һырға), оҙон, сыңлап торған сулпылы алынмалы яға (яға сылбыры), муйын тәңкәһе, гәрәбә муйынсаҡ кейгән. Күп мәрйен һәм тәңкә теҙелгән ауыр түшелдеректәрҙе күберәк кейәүҙәге ҡатындар йөрөткән. Йәш ҡыҙҙар мәрйен муйынсаҡ таҡҡан. Төньяҡ башҡорттары араһында ярым аҫыл таштарҙан эшләнгән муйынсаҡтар, уҡа һәм тәңкә баҫылған ай рәүешендәге биҙәүестәр (һаҡалтай) киң таралған була, бетеү (талисман) һаҡлағыс ролен үтәгән. Татар, удмурт, мари, сыуаш, Урта һәм Алғы Азия халыҡтарында ла киң таралған.[8]
Түшелдеректәрҙән менән бергә башҡа биҙәүестәр ҙә булған. Уҡа һәм тәңкәләр рәте менән ҡапланған ҙур булмаған түшелдерек башкиҙеү йәки алмиҙеүҙе Бөрйән, Баймаҡ райондары ҡатын-ҡыҙҙары йөрөткән.[9]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Ф.Г.Хисамитдинова. Мифологический словарь башкирского языка. — Москва: Наука, 2010. — 451 с. — ISBN 978-5-02-037580-2.
- С. Н. Шитова. Башкирская народная одежда. — Уфа: Китап, 1995. — 237 с. — ISBN 5-295-01204-2.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Түш биҙәүестәре // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 14 февраль 2024)
- /«Башҡортостан ҡыҙы». Гөлшат Ҡунафина. «Бейсәләр яғаһы — хәситә»