Түбәнкүл
Түбәнкүл (урыҫ. Тубанкуль) — Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Иҫке Туймазы ауыл советының юҡҡа сыҡҡан ауылы. 1982 йылда Туймазы ҡалаһы составына инә.
Түбәнкүл | |
Түбән күл | |
Рәсми атамаһы | Түбән күл |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Тарихы
үҙгәртергәАуылға нигеҙ Бәләбәй кантоны биләмәһендә 1920-се йылдар аҙағында һалына. Колхоз ойошторола, шуға бәйле күмәк хужалыҡтың сәсеүлек, сабынлыҡ ерҙәре аныҡлана. Ауылда төпләнеп йәшәгән һәр ғаиләгә йорт, картуфлыҡ, сабынлыҡ өсөн ер бүленә.
Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1982 йылдың 25 февралендәге 6-2/63-сө һанлы «Туймазы районының Иҫке Туймазы ауыл советына ҡараған Түбәнкүл ауылын Туймазы ҡалаһы эсенә индереү тураһындағы» Указына түбәндәгесә яҙылған:
«Туймазы районының Иҫке Туймазы ауыл советына ҡараған Түбәнкүл ауылын Туймазы ҡалаһы эсенә индерергә, уны административ-территориаль бүленеш буйынса иҫәп мәғлүмәттәренән алып ташларға
Өфө, 1982 йылдың 25 феврале»[1].
Хәҙер элекке ауыл биләмәһе — Туймазы ҡалаһының Түбәнкүл биҫтәһе[2][3]
Географияһы
үҙгәртергәТуймазы шишмәһе ағып ята.
Халҡы
үҙгәртергә1939 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Түбәнкүл ауылында 293 кеше, ә 1959 йылдағы мәғлүмәттәр буйынса 368 кеше йәшәй. Халыҡ, башлыса, "Түбәнкүл" колхозында эшләй. Ауылда мәктәп йәшендәге балаларға мәктәп, мәҙәни саралар өсөн клуб була.
Инфраструктураһы
үҙгәртергәАуыл хужалығы үҫешкән була. «Түбәнкүл» колхозы ойошторолоуға бәйле ауылға нигеҙ һалына.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ О ВКЛЮЧЕНИИ В ЧЕРТУ ГОРОДА ТУЙМАЗЫ ДЕРЕВНИ ТУБАНКУЛЬ СТАРОТУЙМАЗИНСКОГО СЕЛЬСОВЕТА ТУЙМАЗИНСКОГО РАЙОНА
- ↑ Республика Башкортостан//РЕЗОНАНС :"Тубанкуль живёт в сердце" .Под таким заголовком в № 6 от 12.01.06 было опубликовано письмо М. Садриева, уроженца деревни Тубанкуль Туймазин … 2015 йыл 18 ғинуар архивланған.
- ↑ Тубанкуль Туймазы