Түбәнге Гөмбәт — Ырымбур өлкәһе Октябрь районы ндағы ауыл. Түбәнге Гөмбәт ауыл биләмәһенең ауыл советы административ үҙәге.

Түбәнге Гөмбәт
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Нижнегумбетовский сельсовет[d][1]
Административ-территориаль берәмек Нижнегумбетовский сельсовет[d][1]
Халыҡ һаны 916 кеше (2010)[2]
Карта

Географияһы

үҙгәртергә

Оло Юшатыр йылғаһы ҡушылдығы Гөмбәй йылғаһы буйында урынлашҡан. Октябрьский районы үҙәгенән 15 саҡрым төньяҡ-төньяҡ-көнбайыштараҡ урынлашҡан. Өлкә үҙәге Ырымбур ҡалаһына тиклем — 90 км.

Тарихы һәм атамаһының килеп сығышы

үҙгәртергә

Ауыл 1844 йылда Ырымбур губернаһы территорияһында барлыҡҡа килгән. «Гөмбәт» исеме, күрәһең, башҡортса һәм шулай уҡ төркисә «көн бите» — ҡояшлы тау, яҡты яҡ тигәндән алынғандыр[3].

Ауыл төньяҡтан көньяҡҡа 7 км, көнбайыштан көнсығышҡа 3 км оҙонлоҡҡа һуҙылып киткән.

XVIII быуаттың икенсе яртыһында һәм XIX быуат башында урыҫ крәҫтиәндәре ауыр тормоштан ҡасып, Волга аша, Уралға, Себергә күсеп киләләр. Ырымбур губернаһы Каширинский өйәҙе Исаево — Дедово улусы (хәҙер ул Октябрь районы) ошонан башлана. Түбәнге Гөмбәт Исаево — Дедовонан бер нисә саҡрымда урынлашҡан. Район болондар, һаҙлыҡтар, күлдәр менән ҡапланған (иң ҙур күл — Ҡармалы).

1958 йылда халыҡ иҫәбенә беренсе ағас сиркәү төҙөлә. Был сиркәү изгеләр Кузьма һәм Демьян исеме менән аталған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә