Тюгаев Прокофий Фёдорович

инженер-технолог, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре

Тюгаев Прокофий Фёдорович (6 октябрь 1931 йыл2 март 2011 йыл) — инженер-технолог, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1977—1994 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» производство берекмәһендә генераль директоры. Башҡорт АССР-ының XI һәм XII саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Рәсәй Федерацияһының Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1994), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1991), СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1985), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1988). СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1985). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971). Салауат ҡалаһының почётлы гражданы (2010).

Тюгаев Прокофий Фёдорович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 6 октябрь 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})
Тыуған урыны Кузоватово[d], Урта Волга крайы[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 2 март 2011({{padleft:2011|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (79 йәш)
Вафат булған урыны Салауат, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө ғалим, директор
Эшмәкәрлек төрө нефтехимия[d]
Уҡыу йорто Өфө дәүләт нефть техник университетының Салауат филиалы
Әүҙемлек урыны Газпром Нефтехим Салауат
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Прокофий Фёдорович Тюгаев 1931 йылдың 6 октябрендә Ульяновск өлкәһенең Кузоватов районы Кузоватово ауылында тыуған.

1951 йылда Сызрань нефть техникумын тамамлағандан һуң, Салауат ҡалаһындағы 18-се нефть химияһы комбинатына эшкә ебәрелә. Бында стажер, оператор, катализатор фабрикаһының объекттарын төҙөү буйынса өлкән оператор, смена начальнигы булып эшләй.

1954 йылдан 1956 йылға тиклем Совет Армияһында хеҙмәт итә[1]. Армиянан һуң өлкән оператор вазифаһында Яңы Ишембай нефть эшкәртеү заводында производстволарҙы ебәреүҙә ҡатнаша.

Прокофий Фёдорович Өфө нефть институтының Салауат филиалын «нефть һәм газ технологияһы» һөнәре буйынса тамамлай. Инженер-технолог квалификацияһын ала.

Артабан пенсияға тиклем П. Ф. Тюгаев «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһендә эшләй: установка начальнигы, цех начальнигы урынбаҫары, цех начальнигы, карбамид заводы директоры, Салауат нефть эшкәртеү комбинатының баш технологы, баш инженер була. 1977 йылдан 1994 йылға тиклем «Салауатнефтеоргсинтез» производство берекмәһенең генераль директоры.

 
Газпром Нефтехим Салауат административ бинаһы

Тюгаев генераль директор булып эшләгән ваҡытта предприятие даими ҙурая — фталь ангидриды һәм пластификаторҙар, этилен әсемәһе, аммиак — АМ-76 етештереү, производствоның икенсе сират бутил спирттары, этилен-пропилен ЭП-300, химия заводында пластификаторҙарҙың яңы етештереүе, ырымбур газ конденсаттарын эшкәртеү буйынса ҡоролмалар һәм нефть эшкәртеү заводында һыу таҙартҡыс һәм реформинг ҡоролмалары—эре тоннажлы етештереүҙәр сафҡа индерелә.

Уның етәкселеге аҫтында продукцияның сифатын күтәреү һәм технологияларҙы яҡшыртыу маҡсатында висбрекинг ҡоролмаларының реконструкциялау, майлы спирттар, ЭЛОУ АВТ-4 ҡоролмаларын етештереү башҡарыла. Таҙартҡыс ҡоролмаларҙың һәм башҡа тәбиғәт һаҡлау объекттарын реконструкциялау буйынса ҙур эштәр үткәрелә.

Ҡулланыла торған химик технологияларҙың һәм эшләп сығарылыусы продукцияның исемлеген киңәйтеү менән бәйле 1980 йылда предприятие «Салауатнефтеоргсинтез» производство берекмәһе тип үҙгәртелә.

Тюгаев етәкләгән предприятие, ҡаланы булдырыусы предприятие булараҡ, 1983 йылдан 1986 йылдарға тиклем яҡынса 50 мең квадрат метр торлаҡ төҙөй. 1983 йылда социаль-мәҙәни көнкүреш объекттарын һәм торлаҡты хужалыҡ ысулы менән төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителә. «Йәштәр торлаҡ комплексы» хәрәкәте барлыҡҡа килә. Шәхси төҙөлөштәр башлана. Ҡасаба-спутник төрөндәге (Юлдаш, Желанный) күләмле төҙөлөш йәйелдереү планлаштырыла. Ер бүлеп биреү (бартер килешеүе) мәсьәләләре был проектта Прокофий Федоровичтың ҡатнашлығы арҡаһында хәл ителә.

Уның ҡатнашлығында 20-се медик-санитар частә хирургия бүлегенең өҫтәмә корпусы төҙөлә, «Маяҡ» шифахана-профилакторийының реконструкцияһы үткәрелә, Ялтала һәм Красноусолда шифахана корпустары төҙөлә, Нөгөш ҡасабаһында шифахана-профилакторийҙың яңы бинаһы, балалар баҡсаһы һәм «Ағиҙел» турбазаһында ашхана, заманса балалар поликлиникаһы төҙөлә, яңы «Нефтехимик» микрорайоны булдырыла, Салауат музыка колледжы төҙөлә.

Прокофий Фёдорович Тюгаев 70-80 йылдарҙа күп тапҡыр хеҙмәтсәндәр депутаттарының Салауат ҡала Советы депутаты итеп һайлана, БАССР Юғары Советының ике саҡырылыш депутаты, КПСС-тың ҡала комитеты бюроһы һәм ҡала комитеты ағзаһы, КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты ағзаһына кандидат була.

2010 йылдан Прокофий Фёдорович Тюгаев — Салауат ҡалаһының почётлы гражданы[2]. 2011 йылдың 2 мартында Салауатта вафат була[3]. Мәскәүҙә ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971)
  • «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
  • «СССР-ҙың нефть сәнәғәте министрлығының почетлы нефтехимигы» исеме (1985)
  • «БАССР-ҙың атҡаҙанған нефтсеһе» (1991 йыл)
  • «Рәсәй Федерацияһының энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре»
  • «СССР уйлап табыусыһы» билдәһе.
  • П. Журавлев «Прокофий Фёдорович Тюгаев» изд. Скиф, 2011[4].
  • Газпром нефтехим Салават. Энциклопедия. изд. Башкирская энциклопедия. Уфа. 2013.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә