Тыл хеҙмәтсәндәре һәм һуғыш балаларына һәйкәл (Алексеевка)

Тыл хеҙмәтсәндәре һәм һуғыш балаларына һәйкәл — Өфө районы Алексеевка ҡасабаһында тыл хеҙмәтсәндәре һәм һуғыш балаларына ҡуйылған һәйкәл.

Тыл хеҙмәтсәндәре һәм һуғыш балаларына һәйкәл
Нигеҙләү датаһы 2017
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Алексеевка ауылы
Карта

Тарихы үҙгәртергә

Проект 2017 йылда урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Өфө районынан Бөйөк Ватан һуғышында 10280 офицер һәм һалдат ҡатнаша. 7800 кеше һуғыштан бөтөнләй әйләнеп ҡайтмай. 9 яугирға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Берәү — Дан орденының тулы кавалеры. Еңеүҙең 72 йыллығын 12 һуғыш ветераны һәм 450 тирәһе тыл хеҙмәтсәне ҡаршылай.

Алексеевка ҡасабаһында быға тиклем хәрби мемориал булмай. Был — тәүгеһе һәм халыҡтың хәҙер Бөйөк Еңеүгә үҙ өлөшөн индергән яҡындары иҫтәлегенә сәскәләр һалыу мөмкинлеге бар.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә