Тыгын Дархан (саха Тыгын Дархан; ? — 1632) — сахаларҙың кангалас ҡәбиләһе тойоны (кенәзе) һәм тарханы.

Тыгын Дархан
саха Тыгын Дархан
Саха тойоны
XVI быуат — 1632
Алдан килеүсе: Мунньан Дархан
Дауамсы: рус колонизацияһы
 
Тыуған: билдәһеҙ
Туймаада
Үлгән: 1632 йыл тирәһе
Саха өйәҙе
Атаһы: Мунньан Дархан

Бик күп яҡут риүәйәттәре аша билдәле тарихи шәхес. XVI быуат аҙағы — XVII быуаттың тәүге өслөгөндә йәшәгән.

Риүәйәттәр буйынса, Тығындың олатаһы Баджей Урта Лена буйҙарында йәшәгән сахаларҙың беренсе ҡәбилә башлығы булған.

XIXXX быуаттарҙағы иҫтәлектәр буйынса, ул Дойдууһа Дархан исеме менән йөрәй. С. И. Боло мәғлүмәттәре аша Түһүлгэ Дархан тип билдәле.

Түһүлгэнең ике улы булған: Мунньан Дархан һәм Молдьоҕор. Мунньан Дархандың ике улы була: Тыгын һәм Уһун Ойуун.

Тыгын Дархан сығышы менән мейрамдарҙың арғын ырыуынан тигән дә фараздар бар.

Иҫтәлектәр буйынса, хужалығы Лена йылғаһының һул ярында, Туймаада үҙәнендә урынлашҡан була.

Күп итеп йылҡы, мөгөҙлө эре мал тотҡан. Һуғышсылары, хеҙмәтселәре, көтөүселәре һәм мал ҡараусылары булған.

Риүәйәттәрҙең күпселек вариантында, Тыгын мөһәбәт батыр итеп һүрәтләнә (бигерәк тә, хаңалас риүәйәттәрендә).

Тарихи шәхес булараҡ, уның әһәмиәте тураһында берҙәм генә ҡараш юҡ.

Тарихсыларҙың күбеһе, уны яҡут ҡәбиләләрен берләштереүсе итеп ҡарай. Дәүләтселеккә нигеҙ һалыусы булараҡ ҡабул итә.

Икенселәре уны сәйәсәттә ҡаты ҡуллылыҡта ғәйепләй. Берләштерәһе урынға, тарҡатыуға килтергән тип һанай.

Тыгын дәүерҙәр алмашынған осорҙа йәшәгән. Бер яҡтан, Йәнәсәй яғынан килгән рус казактарына ҡаршы тоторға мәжбүр булалар. Икенсе яҡтан, бәрелештәр араһында килешеүҙәр төҙөү зарурлығы ҡалҡып сыға.

Сахаларҙың беренсе тойонының ҡасан һәм ниндәй шарттарҙа мәрхүм булыуы тураһында аныҡ мәғлүмәттәр һаҡланып ҡалған. Якоб Линденау яҙмалары буйынса, Тыгын казактар тарафынан аманат итеп алына. Аҙаҡ Саха төрмәһендә, рустарҙың ғәскәр етәксеһе килер алдынан, тотҡон һымаҡ үлтерелә.

Икенсе сығанаҡтарҙа Тыгын ҡартайып үлә тиелә. Әммә үлеме рустар килеүе менән бәйлеме икәнлеге билдәле түгел.

Академик Алексей Окладников Тыгын, һис шикһеҙ, оҫта ойоштороусы, хәрби яҡтан һәләтле ғәскәр башлығы, көслө шәхес булған тигән фекерҙә.

Күпселек ырыу һәм ҡәбиләләрҙе берләштерә алған. Берләштереп, берҙәм дәүләткә нигеҙ һалырға ынтылған.

Якутск ҡалаһы үҙәгендәге ҡунаҡханаға Тыгындың исеме бирелгән («Тыгын Дархан» кунаҡханаһы). Саха яҙыусыһы Яковлев В. С. «Тыгын Дархан» тигән романын үҙ халҡының билдәле шәхесенә бағышлаған.

  • Пестерев В. И. История Якутии в лицах. — Якутск: Бичик, 2001. — С. 11—16. — 464 с. — ISBN 5-7696-1606-7.

Һылтанмалар

үҙгәртергә