Туң (мәғәнәләр)
Туң (мәғәнәләр)
Туң һүҙе ошондай мәғәнәләрҙә ҡулланыла:
- Туң -һыуыҡтан ҡатҡан: туң ер, туң иҙән, туң ит, туң еләк
- Туң - яғымһыҙ, кешегә ҡаты, йылы хисе булмаған әҙәм
- Туң - аңрараҡ, аңлауы самалы кеше
- Туң - һыуытып, аяҡ аҫты боҙланған мәл
Һүҙбәйләнештәр, "туң" һүҙенән яһалған исемдәр
үҙгәртергә- Туңғатар - (рус. Тунгатарово) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл.
- Туңдырма - туңдырып яһалған татлы ризыҡ.
- Туңғаҡ - һыуытып, аяҡ аҫты туңған мәл
- Туңлыҡ - тупраҡтың туң хәле. Ер шарындағы меңәр йылдар буйы тупрағы 0 °C-тан күтәрелмәгән урындар рус. вечная мерзлота .
- Туңғаҙаҡ - әҙ генә туңған
- Ҡара туңғаҡ - ҡар яумайса туңған тупраҡ
- Туңға һөрөү - көҙөн ерҙе яҙғы культуралар өсөн һөрөп ҡалдырыу
Әйтемдәр
үҙгәртергә- Алты ай ҡыштың алты туңы була
- Байҙың ете тун, ярлының ите туң
- Ерҙең туңы йылыға ирей, күңел туңы йырға ирей
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 2-се том, 411-се бит
Оҡшаш исемле мәҡәләләр. Әгәр Һеҙ бында Википедияның башҡа бер мәҡәләһенән килһәгеҙ, зинһар мәҡәләгә кире ҡайтығыҙ һәм һылтанманы мәҡәләгә дөрөҫ күсерлек итеп төҙәтегеҙ. |
Хаҡ (мәғәнәләр)