Туғанлыҡ (скульптура)

«Туғанлыҡ» - рус. «Братание», чех Sbratření, шулай уҡ «Братство», «Братья по оружию»булараҡ та билдәле) - Чехия рәссамы Карел Покорны яһаған бронза скульптура. Унда совет һалдатының чех ополченецы менән 1945 йылдың май айында Икенсе донъя һуғышы ваҡытында Чехословакия азат ителгәндән һуң осрашыуы һынландырыла. Сәнғәт тәнҡитселәре «Туғанлыҡ»ты социалистик реализмдың иң яҡшы әҫәрҙәренең береһе тип баһалайҙар[5]

Туғанлыҡ
чех Sbratření
Нигеҙләү датаһы 1947 һәм 1960[1]
Рәсем
Рәсми атамаһы pomník Sbratření[2]
Дәүләт  Чехия
Административ-территориаль берәмек Прага-1[d] һәм Нове-Место[d]
Урынлашҡан урамы Vrchlického sady[d][2][1]
Урын Vrchlického sady[d]
Жанр паблик-арт[d][1]
Булдырыусы Карел Покорный[d]
Автор Karel Pokorný[1]
В память о liberation of Czechoslovakia[d] һәм Икенсе бөтә донъя һуғышы
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән бронза[1]
Коллекцияләре Ческа-Тршебова[d], Прага, Центральный музей Вооружённых Сил[d], Московский парк Победы (Санкт-Петербург)[d], Категория:Федеральные объекты культурного наследия в Санкт-Петербурге[d], Курпаты[d], Ҡырым һәм Прага милли галереяһы
Мираҫ статусы памятник культуры Чехии[d]
Яуаплы Прага-1[d][1]
Ассоциированный кадастровый округ Нове-Место[d][3][4]
Карта
 Туғанлыҡ Викимилектә

Символлылығы һәм төҙөлөшө

үҙгәртергә

Бронза скульптураның бейеклеге 2,5 метр. Ундағы образдар эмоционаллек һәм динамизм менән һуғарылған. Ике ир-ат шатлығынан ҡайнар ҡосаҡлашып һәм үбешеп тора. Совет һалдаты плащ һәм фуражка кейгән, ул саҡ ҡына бейегерәк тупһала тора. Алға атлап, ул һул ҡулы менән чех партизанын уң яурынынан ҡосаҡлай һәм һул яңағынан үбә. Совет һалдаты уң ҡулында күксин ботағын тотҡан, ул яҙ һәм Праганы азат итеү метафораһы. Һуңғараҡ был сәскә символы Чехословакия сәнғәтендә бер нисә тапҡыр ҡабатлана (мәҫәлән, Иван Конев һәйкәлендә).[5][6][7].

Скульптура еңеү шатлығын һәм Гитлер Германияһын ҡыйратҡан халыҡтарҙың хәрби туғанлығын кәүҙәләндерә [5][6][7].

 
В. Б. Корецкий плакаты. 1939 йыл маркаһы.
 
Ленинград блокадаһын өҙгәндә фронтта осрашыу ваҡытында. 1943 йылдың 18 ғинуары .

Чехословакия-совет хәрби ҡәрҙәшлеге тураһында скульптура ижад итеү идеяһы Карел Покорныға Икенсе донъя һуғышы Икенсе бөтә донъя һуғышы бөткәс үк килә[7].

Чехословакияла «Бәрхәт революция» ваҡытында коммунистик режим емерелгәндән һуң Прагалағы Дуҫлыҡ һәйкәленә ҡараш үҙгәрә башлай. Күптәр унда совет хакимиәтенең еңеүе, СССР-ҙың төбәктә хакимлығы метафораһы итеп күрә. Шуға күрә ул хатта вандал һөжүмдәренә дусар була. Башҡа бер тәнҡитселәр скульптурала идеологик нигеҙ түгел, ә тарихи хәл-ваҡиға һәйкәле итеп ҡаралырға тейеш тигән фекерҙә тора[8][9][10][11].

 
 
 
Файл:Скульптура Братья по оружию. Московский парк Победы. Санкт-Петербург 2.jpg
 
Карел Покорны макеты менән. 1949 Врхлицкий Баҡсаһы, Прага Ян Пернер майҙаны, Ческа-Тршебов Мәскәү Еңеү паркында , Санкт-Петербург Пансионат «Дуҫлыҡ», Курпаты, Ҡырым

Мәҙәниәттә

үҙгәртергә

«Туғанлыҡ» скульптураһы образы ҙур популярлыҡ ҡаҙана. Уның образын чехословак-совет дуҫлығы йәмғиәте йыш ҡулланған. Уларҙың атрибуттары дизайнында, бигерәк тә ағзалыҡ түләүҙәре маркалары, значоктар, грамоталарҙа йыш ҡулланыла. "Туғанлыҡ"ты Чехословакияның 1952 йылғы 2 крона маркаларында, «Чехословакия Армияһы Көнө» серияһынан, шулай уҡ 1953 йылда 50 кроналы купюраларҙа Совет Социалистик Республикалар Союзы күрергә мөмкин. СССР-ҙа скульптура образы 1960 йылда «Чехословакия Республикаһының 15 йыллығы» серияһына, 1970 йылда — «Венгрия һәм Чехословакияның фашистар оккупацияһынан азат ителеүенең 25 йыллығы» серияһына, һәм 1985 йылда "Чехословакия азат ителеүенең 40 йыллығы"на ҡуйылған. ". Рәсәйҙә 2014 йылда «Туғанлыҡ» "Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығы. Прага операцияһы " тип аталған 5 һумлыҡ иҫтәлекле монетаның реверсына һуғылған.[12]


 
 
 
 
 
 
50 крона. Чехословакия, 1953 йыл. «Чехословакия республикаһының 15 йыллығы».СССР маркаһы. 1960 йыл. «Венгрия һәм Чехословакияны фашист оккупацияһынан азат итеүҙең 25 йыллығына».СССР маркаһы, 1970 йыл. « Чехословакияны фашист илбаҫарҙарынан азат итеүҙең 40 йыллығына». СССР маркаһы, 1985 йыл. Чехословакия-совет йәмғиәте дуҫлығы маркаһы. 1989 йыл. «Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығы. Прага операцияһы». 5 һумлыҡ монета. 2014 йыл

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 https://opendata.praha.eu/dataset/katalog-umeni-pro-mesto-hmp
  2. 2,0 2,1 https://pamatkovykatalog.cz/soupis/podle-relevance/1/seznam?katCislo=1000151846
  3. https://www.drobnepamatky.cz/node/9701
  4. https://pamatkovykatalog.cz/soupis/podle-relevance/1/seznam/?katCislo=1000151846
  5. 5,0 5,1 5,2 Всеобщая история искусств, 1966
  6. 6,0 6,1 Колпинский Ю. Д., 1961
  7. 7,0 7,1 7,2 Шипунов А. Н., 2016
  8. Claire McCallum. The Fate of the New Man: Representing and Reconstructing Masculinity in Soviet Visual Culture, 1945–1965. — Northern Illinois University Press, 2018. — 324 p. — ISBN 0875807836, ISBN 978-0875807836.
  9. Ольга Васинкевич, Татьяна Кржелинова. Памятники русским воинам не забыты чехами (рус.) // Радио Прага. — 2007.
  10. Lenka Procházková. Petr Brandtner: Lenka Procházková a My kacíři, 3. díl (чех.) // Parlamentní Listy. — 2020.
  11. Matěj Ludvík. Koněvův pomník v Praze 6 se dočká vysvětlivek, proti byli komunisté (чех.) // Idnes.cz. — 2018.
  12. Пражская операция. Серия: 70-летие Победы в Великой Отечественной войне 1941-1945 гг.. Каталожный номер: 5712-0028. База данных по памятным и инвестиционным монетам. Банк России. Дата обращения: 22 апрель 2020.
  • Шипунов А. Н.. Забытый шедевр: скульптура «Братание» в Московском парке Победы Санкт-Петербурга (рус.) // Молодёжный вестник СПбГУК : Сборник статей аспирантов, магистрантов, студентов / гл. ред. А. Ю. Русаков. — СПб.: СПбГУК, 2016. — № 2 (6). — С. 70—73.
  • Колпинский Ю. Д.. Карел Покорны. — М.: Академия художеств СССР, 1961. — 24 с.
  • Искусство Чехословакии // Всеобщая история искусств: В шести томах / Академия художеств СССР, Институт теории и истории изобразительных искусств / под общ. ред. Б. В. Веймарна и Ю. Д. Колпинского. — М.: Государственное издательство «Искусство», 1966. — Т. 6, Книга вторая. — 763 с.
  • {{Китап|автор=Калинин Б. Н., Юревич П. П..|год=1979|тираж=|серия=|страниц=519|столбцы=|страницы=|том=|издательство=Лениздат|часть=|место=Л.|издание=3-е изд., доп. и перераб.|ответственный=|ссылка=|заглавие=Памятники и мемориальные доски Ленинграда|ссылка