Тушҡыр мәсете
Тушҡыр мәсете — Башҡортостан Республикаһы, Балтас районы, Тушҡыр ауылындағы йәмиғ мәсете.
Мәсет | |
Тушҡыр мәсете
Тушҡыр мәсете | |
Ил | Рәсәй Федерацияһы |
Ҡала | Тушҡыр ауылы, Балтас районы, Башҡортостан |
Ябылыу датаһы | 1940-сы йылдар. |
Манаралар һаны | 2 |
Манара бейеклеге | 7 м |
Тарих
үҙгәртергәБашҡорттарҙың ислам динен ҡабул итеүҙәренән һуң, Башҡортостанда мәсеттәр төҙөү башлана. Тәүге мәлдәрҙә түңәрәк йәки һигеҙ ҡырлы мәсеттәр төҙөлә. Ваҡыт уҙыу менән бер йәки ике манаралы мәсеттәр төҙөй башлайҙар. ТУшҡыр мәсете башҡортостан биләмәһендә шул иң беренсе төҙөлгән мәсеттәрҙән иҫәпләнә.
Мәсет халҡыбыҙҙың дини ҡомартҡыһы һәм ул яҡынса XVII аҙағында Себер даруғаһының танып ырыуы башҡорттары тарафынан төҙөлгән.
1805 йылдан йәмиғ мәсете булып иҫәпләнә. Ул Ырымбур мосолмандары дини йыйылышы ҡарамағында була. Мәсет янында мәҙрәсә лә эшләп килә. 1863 йылда йәмәғәттә 393 кеше иҫәпләнһә, 1912 йылда 638 кеше иҫәпләнә. 1940 йылда ябыла.
Тасуирлама
үҙгәртергәТура мөйөшлө ике манаралы мәсет. Бинаның үҙәк өлөшөнә, ике яҡлап ҡапма-ҡаршы тағы ла ике төкәтмә рәүешендә ике яҡ һәм аҙ ғына тәпәшерәк итеп таҡта төкәтмә эшләнгән. Бинаның бүрәнә өлөшө симмитрик композициялы нисбәттә кәүҙәләндерлгән һәм шул уҡ ваҡытта үҙәккә арҡырыға ла буйға ла тигеҙ һуҙылған. Бар бүрәнә бина ҡыйығы берәү, һәм ул ике яҡҡа ауыш итеп ябылған. Ике манара ла бер төрлө, бейеклектә ул ике ҡат итеп эшләнгән, әммә ейеклектәре тигеҙ түгел. Аҫҡы ҡаты һигеҙҡырлыҡ формаһында, һәм манараның нигеҙе рәүешен алған.
Мәсет - ағас, бер ҡатлы тура мөйөш формаһында. Шулай уҡ төньяҡта болдоро, көньяҡта михрабы бар. Ике яҡҡа ауыш итеп ябылған ҡыйыҡлы, ике манаралы һәм көмбәҙле. 1891 йылда ғәмәлгә индерелгән.
Манаралары ике ҡатлы, бейеклеге 7 метр, конус формаһында; ҡаттары айырым ҡыйыҡ менән уратылған, шулай уҡ тәҙрә уйымдары ла урынлашҡан. Ике намаҙ уҡыу залы булған.
Имам-хатыбтар
үҙгәртергә- А. Атнағолов
- А. Абдулбаҡыев ( 1805 йылдан)
- Г. Абдулмәнәфов ( 1836 йылдан)
- М. Ғилманов ( 1874 йылдан)
- Ш. Ғилманов ( 1916 йылдан)
- А. Фәтхетдинов ( 1923 йылдан).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Калимуллин Б. Г. Башкирское народное зодчество. — Уфа, 1978.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Галиева Э. Р., Кутушев Р. Р. Тушҡыр мәсете // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Архитектура Башкортостана(недоступная ссылка)