Тут араҡыһы
Тут араҡыһы, шулай уҡ тутовка, һирәгерәк тут брендиһы (әзерб. tut arağı, әрм. թթի օղի) — ҡаты алкоголле эсемлек, Кавказ аръяғының ҡайһы бер райондары өсөн ғәҙәти эсемлек. Тут ағасы емештәренең әсегән һутын ҡыуҙыртыуҙан алына.
Тут араҡыһы | |
Тут араҡыһы Викимилектә |
Алкоголь миҡдары 40%-тан 80 %-ҡа тиклем. Эсемлектең ҡайһы бер сорттары бер нисә йыл буйы мискәләрҙә һаҡлана.
Географияһы һәм етештереү тарихы
үҙгәртергәТут араҡыһы Кавказ аръяғы төбәгәнең ҙур ғына өлөшө, атап әйткәндә, Әрмәнстан һәм Әзербайжан өсөн урындағы йолаларға бәйле ғәҙәти эсемлек булып тора. Тарихи күҙлектән ҡарағанда тут ағасы емешенән ярайһы уҡ әүҙем дистиллят етештереүсе райондарға әлеге ваҡытта танылмаған Таулы-Карабах Республикаһы составына ингән Карабахтың иң ҙур өлөшө инә: бында тут араҡыһының сәнәғәт һәм йортта ҡыуҙыртылған сорттары етештереләТут араҡыһын етештереү тарихы йөҙәр йылдар менән иҫәпләнелә. XIX быуатта, Рәсәй империяһы составына ингән Кавказ аръяғы биләмәләрендә урыҫ араҡыһы тарала башлағас, тут араҡыһын етештереү күләмдәре бер ни тиклем кәмей. Шуға ҡарамаҫтан Әрмәнстанда ла, Әзербайжанда ла тут ағасы емешенән әҙерләнгән традицион ҡаты эсеплек киң ҡулланыла. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: бында йәшәүселәр эсемлектә шифалы сифаттар булыуын раҫлай[1][2][3].
Рәсәйҙең XIX быуат урталарына ҡараған документаль һәм публицистик сығанаҡтарҙа тут араҡыһының үтә популяр булыуы тураһында билдәләнелә. Мәҫәлән, Так, издававшийся канцелярией Кавказ наместнигы канцелярияһында нәшер ителгән 1854 йылға «Кавказ календары» Елисаветполела — хәҙерге Гәнжәлә был эсемлекте әҙерләүҙәре һәм ҡулланыуҙары тураһында яҙа.
Әрмән һәм Әзербайжан халыҡтарының традицион көнкүрешен һүрәтләгән нәфис һәм мемуар әҙәбиәте әҫәрҙәрендә лә тут араҡыһы иҫкә алына. Әрмән яҙыусыһы С. Н. Ханзадян уның тыуған яҡтарында йәшәүселәр өсөн был эсемлектең мөһим әһәмиәткә эйә булыуы тураһында һөйләй.
Совет осоронда тут араҡыһын әҙерләүҙе тарихи ватанын ситтә, башҡа ҡайһы бер төбәктәрҙә лә үҙләштерәләр. 1961 йылғы РСФСР Енәйәт кодексында, РСФСР Юғары Советы указдарында һәм башҡа хоҡуҡи акттарҙа алкоголле эсемлектәрҙе йортта етештереүҙең тыйылыуы тураһында билдәләнеүе лә быны дәлилләй[4]. Хатта Афғанстан территорияһына контрабанда ысулы менән тут араҡыһын сығарыуҙары билдәле.
Етештереү технологияһы
үҙгәртергәАраҡы етештереү өсөн тут ағасы емештәре ғәҙәттә июлдә йыйыла — был ваҡытта еләктәре ныҡлы шәкәрләнеп өлгөрә (күләмдең 15 % шәкәр була). Еләктәрҙән һут һыҡтырыла, ул бер нисә көн буйына, сүпрә йәки шәкәр өҫтәмәйенсә, асыҡ һыйымдарҙа әсеп ултыра. Йортта әҙерләгәндә һут көршәктәрҙә, ә сәнәғәттә эмалле металл һыйымдарҙа әсетелә. Әсегән һутты махсус ҡулайламалар аша ҡыуҙырталар.
Иң һуңынан бер аҙ теште ҡамаштырған һәм асыҡ төҫтәге эсемлек килеп сыға. Ғәҙәттә унда алкоголь миҡдары 40 проценттан 80 процентҡа тиклем була. Эсемлекте шунда уҡ шешәләргә ҡойорға мөмкин, йәки оҙаҡ йылдар (бер йылдан биш йылға тиклем) һаҡлау өсөн мискәләргә тултырып, һалҡын ергә урынлаштыралар. Мискәләрҙе лә шул уҡ тут ағасынын эшләйҙәр. Оҙаҡ һаҡланған эсемлек алтын төҫөнән алып ҡуйы көрән төҫтә була.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Армения, 2007, с. 4242
- ↑ Кавказский календарь, 1853, с. 331331
- ↑ Ханзадян, 1959, с. 4040
- ↑ Лебедева, 2009, с. 150150
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Похлёбкин В. Н. История водки. — М.: Центрполиграф, 2005. — 403 с. — ISBN 978-5-9524-1895-3.
- Серо Ханзадян. Мои родные и соседи. Рассказы. — М.: Советский писатель, 1959. — 300 с.
- Кавказский календарь на 1854 год. — Тф.: Тип. Канц. намес. кавказского, 1853. — С. 776.
- Ж.-П. Лабурдет, Д. Озиа. Армения. Путеводитель «Пти фюте». — М.: Авангард, 2007. — 208 с. — ISBN 9785863943008.
- Лебедева Е. С. Особенности уголовно-правового регулирования производства и оборота алкогольной продукции по Уголовному кодексу РСФСР 1961 г. // Вестник Волжского университета им. В. Н. Татищева. — 2009. — № 70. — С. 149—156.