Тура (йылға)
Тура (себ.-тат Түре) (Тура (Оҙон) йылғаһының үрге ағымында) — Рәсәй Федерацияһының Свердловск һәм Төмән өлкәләрендәге йылға, Тубыл йылғаһының һул ҡушылдығы (Иртыш бассейны). Тура тигеҙлеге буйлап аға.
Тура | |
Һыу башы | Урал тауҙары |
---|---|
Ҡайҙа ҡоя | Тубыл |
Ҡушылдыҡ | Салда[d], Тагил[d], Ница[d], Пышма[d], Багышевка, Сусатка, Погорелка, Пуреговка, Межница, Тегень, Санкина, Диановка, Захаровка, Турузбаевка, Выя, Выдра, Копланка, Налим, Коноваловка, Копанка, Айга, Кокузовка, Пихтовка, Косолманка, Цыганка, Таборинка, Сарагулка, Неромка, Маринка, Ахманка, Ис, Липка, Ялынка, Канырка, Отрадновка, Оло Именная, Кесе Именная, Морозовка, Кесе Налим, Кушва, Актай[d], Шайтанка[d], Шайтанка[d], Каменка[d], Тура[d], Бабарынка[d], Вязовка[d], Тюменка[d] һәм Мельничная река[d] |
Йылғалағы һыу ятҡылығы | Верхне-Туринское водохранилище[d] һәм Верхотурское водохранилище[d] |
Һыу йыйыу бассейны | бассейн Тобола[d] |
Һыу сығымы | 202,7 м³/с |
Бассейн майҙаны | 80 400 км² |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Свердловск өлкәһе һәм Төмән өлкәһе |
Оҙонлоҡ | 1030 km |
Бассейн категорияһы | Категория:Бассейн Туры[d] |
Тура Викимилектә |
Тасуирлама
үҙгәртергәОҙонлоғо — 1030 килеметр, бассейны майҙаны — 80 400 км2[1]. Тамағынан 635 км алыҫлыҡта суднолар йөрөй. Башланған урынында бейеклеге — 416 м[2]. Тамағында бейеклеге — диңгеҙ кимәленән 42,2 м[3]. Тамағынан 184 км өҫтәрәк уртаса йыллыҡ һыу сығымы — 202,7 м3/с.
Йылға Хребет-Уральский тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 4 километр алыҫлыҡта бер нисә бәләкәй йылғаның ҡушылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә[4]. Йылға башы (51 %) ҡуйы урман менән ҡапланған, өҫкө өлөшөндә кристалл тау тоҡомдары ята, үрге, түбәнге ағымында ултырмалар күп.
Үрге ағымында йылға үҙәне тар, битләүҙәре текә, йылға төбө һикәлтәле. Түбәнге ағымы талғын. Үрге ағымында ағым тиҙлеге — 2,0—2,5 м/секундтан ашыу һәм 1,5 м/с түбәнге ағымында[4].
Һыу режимы
үҙгәртергәТура ноябрь айында туңа, апрелдең икенсе ун көнлөгө башында әрселә башлай. Айырым йылдарҙа яҙын боҙ тығындары барлыҡҡа килә. Йылға һыуы күбеһенсә ҡар һәм ямғыр һыуҙарынан тулылана. Ташҡын оҙайлы (2,5 ай) ваҡыт дауам итә. Йылға кимәле ҡырҡа күтәрелә һәм һыу бик әкрен ҡайта. Бер йылда һыу кимәле 4 метрҙан 6,6 метрға тиклем күтәрелә[4].
Төбәктең башҡа күп кенә йылғалары кеүек үк, йылғаның һыу режимы дүрт фазаға бүленә:
- яҙғы көслө ташҡын;
- йәйен-көҙөн (август — октябрь айҙары) һыу түбән кимәлдә;
- көҙгө ямғырҙар ваҡытында бер аҙ ғына күтәрелгән ташҡын;
- Ҡышын (140 −160 көн) тотороҡло рәүештә һыуҙың түбәнәйеүе. Ҡышын һыуҙың түбәнәйеүе ноябрҙең икенсе яртыһында урынлаша, ә ямырҙар күп яуып, көҙгө ташҡын булғанда, һыуҙың иң түбән кимәле ғинуар-мартта күҙәтелә[5].
Ҡушылдыҡтары
үҙгәртергә(тамағынан иҫәпләнә)
- 27 км: Межница
- 97 км: Пышма
- 143 км: Капланка
- Ҡалып:Нет АИ 2
- Ҡалып:Нет АИ 2
- 239 км: Канырка
- 246 км: Ахманка
- 266 км: Липка
- 269 км: Тегень
- 295 км: Ница
- 305 км: Погорелка
- 330 км: Шайтанка
- 358 км: Сарагулка
- 418 км: Шайтанка
- 432 км: Пихтовка
- 443 км: Ялынка
- 448 км: Таборинка
- 469 км: Кокузовка
- 503 км: Багышевка
- 508 км: Сусатка
- 524 км: Маринка
- 571 км: Турузбаевка
- 592 км: Сукина
- 596 км: Коноваловка
- 616 км: Санкина
- 643 км: Тагил
- 663 км: Цыганка
- 671 км: Копанка
- 687 км: Выдра
- 700 км: Отрадновка
- 704 км: Диановка
- 744 км: Морозовка
- 752 км: Шайтанка
- 761 км: Пуреговка
- 777 км: Салда
- 785 км: Захаровка
- 815 км: Неромка
- 828 км: Актай
- 851 км: Косолманка
- 861 км: Шайтанка
- 873 км: Талица
- 899 км: Налим
- 909 км: Малый Налим
- 911 км: Ис
- 919 км: Выя
- Большая Именная
- 951 км: Малая Именная
- 977 км: Каменка
- Кушва
- 1016 км: Тура
Төп ҡушылдыҡтары: Салда, Тагил, Ница, Пышма, Актай, Ис.
Ҡулланыу
үҙгәртергәЕрмактың Себер ханлығын яулап алыуы Туранан башлана. Билдәле булыуынса, йылға буйлап Бабиновка (йәки Ғәли йәнәптәренең) юлы һалына.
Бассейн яҡшы итеп үҙләштерелгән. ҮргеТура, Түбәнге Тура, Верхотурье, Туринск һәм Төмән ҡалалары ошо йылға ярында урышланҡан. Тура Төмәнде һыу менән тәьмин итеү өсөн һыу алыу сығанағы булып тора[5].
Бассейндың өҫкө өлөшөндә баҡыр, тимер мәғдәне, алтын һәм платина ятҡылыҡтары урынлашҡан. Ошо ятҡылыҡтар булыу сәбәпле эшләгән сәнәғәт предприятиелары йылға бысратыусы сығанаҡтарының береһе булып тора.
Йылғала майҙаны 23 кв. километрға еткән Верхотур гидроэлектростанцияһы бар. Уларҙы төҙөү йылғала һыу режимының үҙгәреүенә килтергән[4].
Галереяһы
үҙгәртергә-
Тура йылғаһы Төмәндә
-
Тура йылғаһы Төмәндә
-
Тура йылғаһы Төмәндә
-
Тура йылғаһы Верхотурела
-
Тура йылғаһы Верхотурьела
-
Түбәнге тур Тур
-
Түбәнге Турала Тура
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ «Тура» — информация об объекте в Государственном водном реестре
- ↑ Карта бите O-40-59-D-C.
- ↑ Карта бите O-42-98-2.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 Фролова Н. Л., Сурков В. В. Тура . — статья из научно-популярной энциклопедии «Вода России».
- ↑ 5,0 5,1 Тюмень-Водоканал: Основной источник забора воды . Дата обращения: 4 март 2009. Архивировано 29 июнь 2008 года. 2008 йыл 29 июнь архивланған. Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тег дөрөҫ түгел: «vodokanal» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән - ↑ Tura At Tumen' (ингл.). R-ArcticNET. Дата обращения: 3 декабрь 2016.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Гордиенко А. В., Корниец В. В. Археологические памятники реки Туры и г. ТюмениМ.: Русайнс, 2019. — 326 с. — ISBN 978-5-4365-3543-2. . —
- Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Тура // Словарь современных географических названий / Рус. геогр. о-во. Моск. центр; Под общ. ред. акад. В. М. Котлякова. Институт географии РАН. — Екатеринбург: У-Фактория, 2006.