Турай
Турай — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Менделеевск районы ауылы. Турай ауыл биләмәһе составына керә һәм уның үҙәге булып тора.
Ауыл | |
Турай татар. Турай | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған |
1664 йыл |
Халҡы | |
Милли состав |
татарҙар[1] |
Конфессиональ составы |
мосолмандар |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды |
+7 +7 85549 |
Почта индексы |
423650 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
География
үҙгәртергәАуыл Түбәнге Кама һыуһаҡлағысынан 1,5 км алыҫлыҡта, Менделеевск ҡалаһынан көнсығыштараҡ 19 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих
үҙгәртергәТурай — байлар ырыуы башҡорттарының ауылы[2]. 1664 йылдан билдәле[1]. Ырымбур губернаһы Байлар улусының Турай түбәһенә, 1805 йылдан Вятка губернаһы Алабуға өйәҙе Байлар улусының Турай түбәһенә ҡарай. 11-се башҡорт кантоны составында була. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Салағош улусы составына керә.
ХХ быуат башында ауылда мәсет һәм мәктәп теркәлгән. 1913 йылдан земство мәктәбе эшләй[1].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1921 йылдан —Алабуға кантоны, 1928 йылдан — Саллы кантоны составында була. 1930 йылдан — Бөндөж районы, 1931 йылдан — Алабуға районы, 1935 йылдан — Бөндөж районы, 1963 йылдан — Алабуға районы, 1985 йылдан — Менделевск районы составында була[1].
Халҡы
үҙгәртергә1816 йылда ауылда ир енесле 161 йән башҡорт; 1834 йылда — 246 йән башҡорт; 1850 йылда — 346 йән башҡорт йәшәй[2].
1859 | 1887 | 1905 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2008 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
843 | 1227 | 1445 | 1655 | 1576 | 1186 | 757 | 743 | 675 | 607 | 550 | 518 | 474 |
Инфраструктура
үҙгәртергәИгенселек, малсылыҡ үҫешкән; кирбес заводы эшләй. Ауылда урта мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[1].