Тулҡынсалар (лат. Lymantriidae, рус. Волнянки ) — тәңкә ҡанатлылар отряды төн күбәләктәре. 3000 гә яҡын төрө бар. Һәр ерҙә таралған. Эре һәм уртаса ҙурлыҡтағы, ҙур кәүҙәле төклө күбәләктәр. Ҡанаттары бер төҫтә генә — аҡ, һары, һирәк кенә йәшел; ҡанат ҡоласы — 20—70 мм. Йыш ҡына енси диморфизм күҙәтелә — ҡайһы бер төрҙәренең инә заттары ҡанатһыҙ. Кис һәм төндә активтар. Көндөҙ ата күбәләктәр инә күбәләктәрҙе эҙләп осалар һәм еҫтәре буйынса эҙләп табалар. Ҡарышлыуыҡтары төк менән ҡапланған, шуға күрә ҡоштар өсөн ашарға яраҡһыҙ.
Ағас япраҡтары менән туҡланалар. Урман һәм баҡсаларга ҙур зыян килтерергә мөмкин. Айырыуса йыш осрайҙар: парһыҙ ебәк күбәләге; монах ебәк күбәләге (Lymantria monacha) — алғы ҡанаттары һорораҡ, зигзаг һымаҡ дүртәр ҡара һыҙыҡлы, артҡылары — аҡһыл-һоро, ҡарышлауығы ылыҫлы ағастарҙа үҫә; алтынһорһаҡ (Euproctis crysorrhoea) — ҡорһаҡ осо ҡыҙыл көрән йәки алтын һымаҡ төктәр усмаһынан тора (исеме шунан), ҡарышлауығы — һорғолт ҡара, емеш ағастарында, имән, йүкә һ. б. ағастарҙа туҡлана.
- Кожанчиков И. В. Волнянки // Фауна СССР. Бөжәктәр чешуекрылые. М.-Л., 1950. Т. XII; Жизнь животных. М., 1984. Т. 3; Гордиенко С. Г. Бабочки Татарии. Казань, 1990.