Туймазы ҡатырға-ҡағыҙ комбинаты

Туймазы ҡатырға-ҡағыҙ комбинаты (Туймазы ҡағыҙ фабрикаһы) — Рәсәйҙең Туймазы ҡалаһындағы целлюлоза-ҡағыҙ предприятиеһы. Рәсәйҙәге иң эре гофрировкалау өсөн ҡағыҙ, ҡатырға, гофрировкаланған ҡатырға, төрөү материалдары, ҡап, туалет ҡағыҙы һәм йомортҡа һалыу өсөн һауыт етештереүселәрҙең береһе.

«Ҡатырға-ҡағыҙ комбинаты» ЯСЙ
Тип

асыҡ компания

Нигеҙләнгән

1962

Уранлашыуы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы: Туймазы, Башҡортостан

Төп фигуралар

Смородин Сергей Александрович

Тармаҡ

целлюлоза-ҡағыҙ

Продукция

ҡатырға, ҡағыҙ

Сайт

[1]

1962 йылда нигеҙ һалынған.

1967 йылда Рәсәй ҡулланыусылар союзының Туймазы ҡағыҙ фабрикаһы булараҡ асыла. Тәүҙә әйбер төрөү ҡағыҙы, шунан ҡағыҙ пакет етештерә.

1971—1975 йылдарҙа йылына 140 миллион дана ҡеүәтле ҡытырмаҡлы прокладка етештереү буйынса цех төҙөлә[1]

1975 йылда Туймазы ҡағыҙ фабрикаһы көнбайыш районда ҙур ағас эшкәртеү предприятиеһы булып китә. Предприятие 73 процентҡа сеймал менән (макулатура) Башҡортостан ҡулланыусылар союзы системаһы буйынса тәьмин ителә, ҡалғаны — күрше райондарҙан килгән сеймал. Төп ҡулланыусылар — БАССР-ҙан ситтә[2].

1977 йылдың апрелендә йомортҡа һалыу өсөн ҡытырмаҡлы прокладка етештереү башлана[3]. 1978 йылда тармаҡтың дөйөм ҡеүәте йылына 150 миллион дана прокладка тәшкил итә[4].

1992 йылда иң ҙур етештереү күләменә өлгәшелә.

2005 йылда — санитар-гигиена ҡағыҙының нигеҙен әҙерләү буйынса яңы ҡағыҙ эшләү машинаһы сафҡа индерелә.

2010 йылда, Тайвандә етештерелгән махсус ҡорамалдар ҡулланып, гофрировкаланған һауыт етештереү буйынса яңы цех эшләй башлай.

Предприятие етәксеһе

үҙгәртергә

Смородин Сергей Александрович

Продукцияһы

үҙгәртергә
Атамаһы Стандарт
Гофрировкалау өсөн ҡағыҙ ГОСТ 53206-2008
Гофрировкаланған ҡатырғаның яҫы ҡатламы өсөн ҡатырға ГОСТ Р 52901-2007
Гофрировкаланған ҡатырғанан һауыт
ГОСТ Р 9142-90
Туалет ҡағыҙы ГОСТ Р 52354-2005
Ҡытырмаҡлы һауыт
ТУ 5481-002-01599401-94

Эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Комбинат «Fampa» (Польша) етештергән ҡағыҙ эшләү машинаһы менән ҡорамалландырылған. Йыл һайын 45 мең тоннаға тиклем ҡағыҙ эшләп сығара.

Санитар-гигиена продукцияһы етештереү цехы 45 миллион самаһы төргәк етештерә.

Гофрировкаланған ҡатырға етештереү цехы Champion Machinery линияһын (Тайвань) үҙ эсенә ала, ул 2200 мм-ға тиклем форматтағы төргәкте эшкәртә ала. Ике гофрировкалау прессы бар, был иһә С,В,Е профилле 3 һәм 5 ҡатлы гофрировкаланған ҡатырға етештереү мөмкинлеге бирә. Гофрировкаланған ҡатырғанан һауыт етештереү өсөн күп төҫлө флексографик тамға һөртөү мөмкинлеге булған өс линия ҡулланыла. Шулай уҡ Moska (Германия) етештергән төргәкләү ҡорамалдарын үҙ эсенә ала[5].

Ҡытырмаҡлы һауыт етештереү буйынса цех «Hartmann» (Дания) етештергән ике линияны һәм билдәле Исландия фирмаһы «Silfurturn» етештергән линияны үҙ эсенә ала[6][7][8][сығанаҡ 3152  көн күрһәтелмәгән].

Йомортҡа тултырыу өсөн һауыт етештереү һәм һатыу менән шөғөлләнеүсе иң эре етештереүселәрҙең береһе булып тора[9].

Макулатура эшкәртеү менән шөғөлләнә[10][11].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. ж.Советская потребительская кооперация, № 1 (15), 1971. Центросоюз, 1971, С. 44
  2. Территориально-производственные комплексы Башкирской АССР [Текст] : [Сборник статей] / [Ред. коллегия: В. М. Пастушенко (отв. ред.) и др.] ; АН СССР . Башк. филиал. Отд. экон. исследований. — Уфа : [ БФАН СССР ], 1974 . — 254 с. : схем.; 22 см. С.202
  3. История г. Туймазы. 2017 йыл 5 июль архивланған.
  4. История города Туймазы. 2016 йыл 25 июнь архивланған.
  5. http://www.gofrotech.ru/zakaz02.php. 2016 йыл 27 апрель архивланған.
  6. Туймазинская Бумажная фабрика. 2016 йыл 26 апрель архивланған.
  7. История Картонно-Бумажного комбината (Бумажной фабрики).
  8. История г. Туймазы (Бумажной фабрики).
  9. http://wikimapia.org/23305113/ru/%D0%9A%D0%B0%D1%80%D1%82%D0%BE%D0%BD%D0%BD%D0%BE-%D0%B1%D1%83%D0%BC%D0%B0%D0%B6%D0%BD%D1%8B%D0%B9-%D0%BA%D0%BE%D0%BC%D0%B1%D0%B8%D0%BD%D0%B0%D1%82.
  10. Всё больше уфимцев готовы сдавать макулатуру 2016 йыл 21 апрель архивланған.
  11. http://www.kumertime.ru/2013/04/biznes-na-musore/ 2016 йыл 23 апрель архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә