Туймазытехуглерод

«Туймазытехуглерод» асыҡ акционерҙар йәмғиәте — Башҡортостан Республикаһының Туймазы ҡалаһында урынлашҡан нефть химияһы предприятиеһы. Бындай предприятиелар Рәсәйҙә ни бары ете генә. Ярты быуат дауамында бында синтетик каучук ингеҙендә резина эшләгәндә тултырыусы һәм көсәйтеүсе сифатында ҡулланылған техник углерод сығарыла. Эшләй башлаған 1958 йылдан алып бөгөнгәсә «Туймазытехуглерод» асыҡ акционерҙар йәмғиәте миллион ярым тоннанан ашыу техник углерод сығарған.

«Туймазытехуглерод»
Тип

асыҡ акционерҙар йәмғиәте

Нигеҙләнгән

1958

Уранлашыуы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы: Туймазы, Башҡортостан

Төп фигуралар

Илгиз Ҡотошов (генераль директор)

Тармаҡ

Нефть химияһы

Продукция

Техник углерод

Сайт

www.tztu.ru

Техник углерод шыйыҡ углеводород сеймалы — нефть һәм һәм таш күмер эшкәртеү продукттарының юғары температурала тарҡалыуынан барлыҡҡа килә. Техник углерод эшләү өсөн технологик ағым эсенә вертикаль реакторҙарҙы, һыуытҡыс — быуландырғыс һәм электрофильтрҙарҙы инә. Алынған техник углеродтың транспорт һәм технологик үҙенсәлектәрен яҡшыртыу өсөн уны өҫтәмә рәүештә эшәкртергә — гранулларға мөмкин. Экспортҡа күпселек осраҡта шундай продукция оҙатыла. Предприятиела техник углерод эшләү процесы тулыһынса автоматлаштырылған һәм механизизациялаштырылған. Продукцияны Рәсәй Федерацияһының 40-тан ашыу предприятиеһы (Санкт-Петербург, Мәскәү, Тамбов, Тула, Волжск, Краснодар, Саранск, Өфө, Екатеринбург, Омск, Барнаул ҡалаларындағы резино- һәм асбетехник изделиелар эшләүселәр), Германия, Польша, Украина һәм Үзбәкстан ҡуллана. Техник углерод ҡулланып алынған резина һығылмалылылығы һәм ныҡлығы менән айырылып тора.

Производство һөҙөмтәлелеген һәм эш сифатын күтәргәне өсөн «Туймазытехуглерод» асыҡ акционерҙар йәмғиәте төрлө наградаларға лайыҡ була:

  • Производство һөҙөмтәлелеген һәм эш сифатын күтәргәне, сауҙа эшмәкәрлеген киңәйткәне өсөн «Алтын пальма» (Канны) халыҡ-ара призы.
  • Тышҡы баҙарҙа һөҙөмтәле хеҙмәте өсөн — «Сәнәғәткә ярҙам итеү ассоциацияһының» алтын миҙалы (Париж).
  • Сәнәғәттең химия тармағындағы «Яҡшы эшлекле репутацияһы өсөн» Рәсәй-Швейцария бизнес-клубының алтын миҙалы (Мәскәү).
  • «Сифат өсөн» Сауҙа клубы лидерҙарының халыҡ-ара призы (Мадрид).
  • Башҡортостан Республикаһының тышҡы сауҙа бәйленештәрен үҫтереүгә индергән өлөшө, юғары профессионаллек һәм 2003—2006 йылдарҙағы экспорт операцияларын тормошҡа ашырыуҙағы ҡаҙаныштары өсөн Башҡортостан Республикаһы Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығының дипломдары

Һылтанмалар

үҙгәртергә