Туйкә[3] (Аблай, Туйкагурт[4] ; татар. Туйкә, рус. Тойкино) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҙнаҡай районы ауылы.

Туйкә
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Тойкинское сельское поселение[d][1]
Административ-территориаль берәмек Тойкинское сельское поселение[d][1]
Халыҡ һаны 418 кеше (2002)[2]
Почта индексы 423302
Карта

1704—1711 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы етәкселәренең береһе Туйкә абыҙ (ағалы-энеле Фазыл, Кәбир Туйкиндарҙың ата-бабаһы) исеме буйынса аталған.

География

үҙгәртергә

Ауыл Стәрле йылғаһы буйында, Аҙнаҡай ҡалаһынан көньяҡҡа табан 6 км алыҫлыҡта урынлашҡан[5].

Ауылға юрмый ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. 1765 йылдан билдәле. Ауыл Юрмый улусына ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Аҙнаҡай административ-территориаль улусы составына керә[6].

XX быуат башында ауылда 2 мәсет, 2 мәктәп, 5 һыу тирмәне теркәлгән[5].

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан Тымытыҡ районы, 1931 йылдан — Аҙнаҡай районы, 1963 йылдан — Әлмәт районы, 1965 йылдан — йәнә Аҙнаҡай районы составында була[5].

1795 йылда ауылда 10 башҡорт һәм 210 яһаҡлы татар; 1859 йылда — 35 ир затлы керҙәш башҡорт һәм 189 дәүләт крәҫтиәне иҫәпләнгән[6].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [5][4])
1795185918971920192619381949195819701979198920022008
220477813986929813340462514384331418386

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
  2. Численность и размещение населения республики Татарстан. Итоги всероссийской переписи населения 2002 года
  3. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 378. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  4. 4,0 4,1 Населённые пункты камско-икских башкир, входившие в Казанскую и Уфимскую губернии / Туйкә (Татарстан) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 Татарская энциклопедия.
  6. 6,0 6,1 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 566-567. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.