Тубылғы (лат. Spiraea); Спирея — япраҡ ҡойоусы декоратив ҡыуаҡтар ғаиләһе, розовых (Rosaceae).

Тубылғы (Спирея)
Спирея Тунберга
Спирея Тунберга.
Сәскә атҡан сағының дөйөм күренеше.
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Spiraea L., 1753

Синонимдар
Төр өлгөһө
Бүлендек таксондар

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
GRIN  g:11409
IPNI  ???

Ырыуҙың латин атамаһы бор. грек. σπειρα — «спираль».

Тал япраҡлы тубылғы.
О. В. Томе, «Flora von Deutschland, Österreich und der Schweiz», 1885 китабынан ботаник иллюстрация

Ботаник тасуирламаһы

үҙгәртергә
 
 
 
 
 
Өҫтән аҫҡа: Аҡ спирея бөрөһө, япрағы, һары мәтрүшкә япраҡлы спиреяның диаграммаһы, ҙурайтылған сәскәле, япон спиреяһы емеше.

Морфологияһы

үҙгәртергә

Бейеклеге 15 см-ҙан 2,5 м-ға тиклем үҫемлек. Тамыр системаһы тәрән түгел.

Ботаҡтары тура, йәйелеп ятыусан, асыҡ көрәндән ҡараһыу көрәнгә тиклем, буйға ҡатламланған ҡабыҡлы. Йәш үренделәре асыҡ йәшел, һарғылт, ҡыҙғылт йәки көрән, яланғас йәки төклө.

Бөрөләре ваҡ, айырым төрҙәренең оҙонлоғо 0,51 см тиклем, яңғыҙ йәки икешәр урынлаша, түңәрәк, йомортҡа формаһынан алып осло, яланғас йәки төклө, 2 — 8 тәңкәле. Япраҡтары сиратлап теҙелә, тар ланцет-һыҙатлынан түңәрәккә тиклем, 3 — 5-ҡанатлы.

Емеше күп орлоҡло табаҡсалы, башта уртала, ә һуңыраҡ тышҡы яҡтан асыла. Орлоҡтары яҫы, ланцет формаһында, көрән төҫтә, оҙонлоғо 1,5 — 2 мм, киңлеге 0,5 мм, ҡанатлы.

Таралыуы һәм экологияһы

үҙгәртергә

Күп төрҙәре ҡоролоҡҡа сыҙамлы, ҡышҡа сыҙамлы һәм тупраҡ байлығына талапсан.

Спиреялар орлоҡтар ярҙамында үрсей, һабаҡтары менән һәм ҡыуаҡтарҙы бүлеү.

Мәғәнәһе һәм ҡулланылышы

үҙгәртергә

Спиреялар декоратив баҡсасылыҡ һәм урман паркы хужалығында бик баһалана. Ҡыуаҡтарҙың формаһы һәм ҙурлығы, сәскә атыу ваҡыты һәм оҙайлығы, сәскәләрҙең төҫө һәм сәскәлек формаһы буйынса күп төрлө булған үҫемлектәр йәшелләндереү һәм тере ҡоймалар булдырыуға яйлы . Туғыҙ тиҫтәгә яҡын спирея төрөнөң бер нисәһе генә әүҙем үҫтерелә[1].

Бынан тыш, Спирея ырыуының күп төрҙәре — ҡорт балы һәм дарыу сеймалы сығанағы. Был үҫемлектәрҙең төрлө өлөштәрендә аскорбин кислотаһы, каротин, алкалоидтар, флавоноидтар, сапониндар, дуплаусы матдәләр табылған. Спиреяларҙы тупраҡты нығытыусы үҫемлек булараҡ та ҡулланырға мөмкин.

Классификацияһы

үҙгәртергә

Таксономияһы

үҙгәртергә

Спирея ырыуы составы:

  ещё 8 семейств (согласно Системе APG II)   ещё более 60 родов  
         
  порядок Розоцветные     подсемейство Спирейные    
              80—100 видов
  отдел Цветковые, или Покрытосеменные     семейство Розовые     род Спирея  
           
  ещё 44 порядка цветковых растений
(согласно Системе APG II)
  ещё 2 подсемейства  
     

Вәкилдәре

үҙгәртергә

Ырыуҙа 80 — 100 төр иҫәпләнә, бында уларҙың ҡайһы берҙәре:[2][3][4]

Спиреялар ныҡлы биреү һәләтенә эйә гибридтар, декоратив үҙенсәлектәре буйынса йыш ҡына ата-әсә төрҙәренән өҫтөн:

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Окунёва И. Б. Спиреи // Питомник и частный сад : журнал. — 2009. — № 2. Архивировано из первоисточника 2 апрель 2015.
  2. По данным сайта GRIN (см. карточку растения).
  3. По данным сайта NCBI (см. карточку растения).
  4. Русские названия приведены согласно книгам «Флора СССР» и «Деревья и кустарники СССР» (см. раздел Литература).
  • Спирея // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Род 718. Таволга — Spiraea // Флора СССР = Flora URSS : в 30 т. / гл. ред. В. Л. Комаров. — М. ; Л. : Изд-во АН СССР, 1939. — Т. 9 / ред. тома С. В. Юзепчук. — С. 283—306. — 540, XIX с. — 5200 экз.
  • Шульгина В. В. Род 4. Таволга — Spiraea // Деревья и кустарники СССР : дикорастущие, культивируемые и перспективные для интродукции : в 6 т. — М. ; Л. : Изд-во АН СССР, 1954. — Т. 3 : Покрытосеменные. Семейства Троходендроновые — Розоцветные / ред. С. Я. Соколов. — С. 269—334. — 872 с. — 3000 экз.
  • Александрова М. С. Спиреи. — Кладезь-букс, 2010. — 32 с. — ISBN 978-5-93395-351-7.
  • Моисеева Е. В., Щербаков Г. С. Оценка интродукционной устойчивости представителей рода Spiraea L. в Ботаническом саду Воронежского университета // Ботанические сады в современном мире: теоретические и прикладные исследования : Материалы Всероссийской научной конференции / Демидов А. С.. — М.: Товарищество научных изданий КМК, 2011. [404 Архивировано] из первоисточника 12 май 2012.
  • Плотникова Л. С. Спиреи. — МСП, 2004. — 48 с. — ISBN 5-7578-0212-X.

Һылтанмалар

үҙгәртергә