Триалети һырты
Триалети һырты (груз. თრიალეთის ქედი) — Грузияла Тбилисиҙан көнбайышта Кураның уң яғы буйлап һуҙылған тау һырты, оҙонлоғо — 150-нән 200-гә тиклем километр, киңлеге — 30 километр самаһы. Һырт эре һыубүләр булып тора. Палеоген дәүерендә влкандар эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә хасил булған, флишлы һәм вулкан сығышлы тоҡомдарҙан яһалған[2].
Триалети һырты | |
груз. თრიალეთის ქედი | |
Тау һырты | Кесе Кавказ |
---|---|
Дәүләт | Грузия[1] |
Административ-территориаль берәмек | Самцхе-Джавахети[d], Шида-Картли[d], Мцхета-Мтианети һәм Квемо-Картли[d] |
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан | Трехк[d] |
Иң юғары нөктә | Шавиклде[d] |
Оҙонлоҡ | 150 km |
Киңлек | 30 km |
Триалети һырты Викимилектә |
Иң юғарғы нөктәһе — Шавиклде тауы (2850 м), грузинсанан тәржемәһе — Ҡара ҡая. Башҡа түбәләре — Саквелосмта (2803 м), Арджевани (2757 м), Далицаварятаг (2708 м), Ортатави (2513 м), Кенчакаро (2320 м), Кваджвари (2280 м).
Триалети битләүҙәренән Храми, Гуджаретисцкали йылғалары, Тедзами, Алгети, Дигмисцкали, Вере ҡушылдыҡтары ағып сыға.
Һырт башлыса япраҡлы ағас тоҡомдары — имән, граб, бук менән ҡапланған, бейегерәк көнбайыш битләүендә аҡ шыршы, ҡарағай, шыршы ағастарынан торған ылыҫлы һәм ҡатнаш урмандар үҫә. Урмандарҙа ваҡ-төйәк күлдәр күп. Көньяҡ битләүҙәрендә — туғайҙар.
Һырттың төньяҡ битләүендә урта быуаттарҙа төҙөлгән Кватахеви монастыры урынлашҡан.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Триалетский хребет
- Триалетские горы // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)(рус.)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ Триалетский хребет 2008 йыл 7 ноябрь архивланған.