Трезини һәйкәле (Санкт-Петербург)

Архитектор һәм инженер Доменико Трезини һәйкәле Санкт-Петербургта Трезини майҙанында Трезини йорто эргәһендә ҡаланың Василеостровский районының Университет яр буйы һәм Благовещен күпере менән йәнәш урынлашҡан.

Трезини һәйкәле
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург
Карта

Доменик Трезиниға һәйкәл ҡуйыу идеяһы 1990 йылда тыуа. Скульптор — Павел Петрович Игнатьев һәйкәл өҫтөндә 1995 йылдан алып эшләй, был йәш скульпторҙың өйрәнеү заданиеһы була. Был өйрәнеү эшенән артабан ҙур проект килеп сыға. 1999 йылда Санкт-Петербург губернаторы Владимир Яковлев Трезини һәйкәле төҙөү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуя. Әммә оҙаҡ ваҡыт һәйкәл төҙөү өсөн аҡса таба алмайҙар, һәм 2000-се йылдар аҙағында Жорно Фонды финанслауҙы үҙ өҫтөнә ала, әммә барыбер һәйкәл барлыҡҡа килгәнгә тиклем 17 йылдан ашыу ваҡыт үтә. П.П. Игнатьев Трезинины тун кейгән 5,5 м бейклектәге бронза фигура рәүешендә һүрәтләй. Һәйкәл Мәскәү яны метал иретеү заводында ҡойола.

Трезини һәйкәле беренсе тапҡыр 2012 йылдың майында эксперттарға күрһәтелә, унан һуң һәйкәлгә төҙәтмәләр индерелә: Трезининың аяҡтары һәм аяҡ кейеме үтә ҙур, туны шыуып төшөп торған кеүек күренә Һәйкәлгә тағы бер нисә ай өҫтәмәләр талап ителә. Һәйкәл өсөн урын һайлау ҙа оҙаҡ ваҡытты ала.

2013 йылдың 17 декабрендә скульптура постаментҡа ҡуйыла. 2014 йылдың 19 февралендә һәйкәл асыу тантанаһында һәйкәл авторы, Санкт-Петербург хөкүмәте ағзалары, район хакимиәте чиновниктары, шулай уҡ Италия һәм Швейцария генераль консуллығы вәкилдәре ҡатнаша. Һәйкәлдән япманы асыу хоҡуғына «Яңынан асылыусы Трезини» конкурсы еңеүсеһе 18-се мәктәптең етенсе синыф уҡыусыһы Александрова Ксения эйә була.

Һылтанмалар

үҙгәртергә