Традицион йондоҙ атамалары
Хәҙерге заман традицион Европа астрономияһында йондоҙҙарҙың күбеһе — айырыуса яҡтылары — боронғо мәҙәниәттәрҙән алынған яңғыҙлыҡ исемдәрен йөрөтә. Бөтә йондоҙлоҡтар латин атамаһында булһа, йондоҙ исемдәренең күпселеге ғәрәптәрҙән ингән. Бының сәбәбе шул: Европалағы ҡараңғы быуаттарҙа фәнгә, шул иҫәптән астрономияға ла, ҡыҙыҡһыныу һүнә, ә ғәрәп донъяһында астрономия ғилеме үҫеүен дауам итә. Клавдий Птолемейҙың антик донъялағы төп астрономик хеҙмәт тип һаналған «Әл-мәғест» тигән китабы ғәрәп теленә тәржемә ителә. Был хеҙмәт грек телендә яҙылып, латин теленә тәржемә ителгән була һәм уға йондоҙҙарҙың күк йөҙөндә нисек урынлашыуын ентекле тасуирлаған йондоҙ каталогы ла инә. "Әл-мәғест"тәге каталогты грек һәм латин телдәренән ғәрәпсәгә тәржемә итеү күп йондоҙҙарға ғәрәп атамаһы бирелеүгә нигеҙ була. "Әл-мәғест"тән тыш, ғәрәптәр грек һәм латин телдәрендәге һуңғыраҡ осорҙар сығанаҡтарын да ҡуллана.
Мәҫәлән, ғәрәптәр Буға йондоҙлоғондағы иң яҡты йондоҙ булған Opisthen (грек. Οπισθεν — «һуңынан» йәки «сираттағы») йә Opiso (грек. Οπισω — «һуңынан килеү») тигән грек атамаһын тәржемә итәләр, ул Әлдабаран (ғәр. الدبرانالدبران (әl-dabarān) «эйәреүсе») булып китә, сөнки был йондоҙ күк йөҙө буйлап тәүлек эсендәге хәрәкәтендә һәр ваҡыт Өлкәр йондоҙлоғо артынан эйәрә. Шулай итеп, Буғалағы был иң сағыу йондоҙҙоң өс төп исеме бар: ҡәҙимге атамаһы — Әлдабаран (русса — Альдебаран), каталогтағы атамалары — Alpha Tauri (Буға Альфаһы) һәм 87 Tauri (Буға 87-һе). Был атамаларҙың бөтәһе лә ҡулланыла, ләкин хәҙерге астрономдар ғилми атама һаналған һуңғы икеһенә өҫтөнлөк бирә.
Көп йондоҙҙарҙың атамаһы, айырыуса ғәрәпсәләре, уларҙың антик йондоҙ каталогтарындағы йондоҙлоҡтарҙа нисек урынлашыуын һүрәтләй. Мәҫәлән, Ригель (ғәрәпсә — «аяҡ») тигән йондоҙ — һунарсы Ориондың (Орионды башҡорттар Арҡысаҡ тип атаған) аяғын, Денеб (ғәрәпсә — «ҡойроҡ») Аҡҡош йондоҙлоғондағы аҡҡоштоң ҡойроғон билдәләй. Йондоҙҙарға ғәрәп исемдәре биреү һуңғары ла дауам итә. Мәҫәлән, Торна йондоҙлоғо Планциус тарафынан 1598 йылда ғына тәҡдим ителә, әммә уның йондоҙҙарының береһе Торна Гаммаһы Ras Alkurki (ғәрәпсә — «Торна Башы») тип атала, сөнки ул йондоҙлоҡта Торнаның башын билдәләй.
Ҡайһы бер йондоҙҙарға уларҙың йондоҙлоҡтағы урынына бәйһеҙ исемдәр ҡушылған. Мәҫәлән, Ҡуяндағы йондоҙға (Ҡуян Бетаһы) Ниһал тигән атама бирелгән, ул ғәрәпсә «һыуһын ҡандырыусы дөйә» мәғәнәһен бирә, сөнки боронғо ғәрәптәр Ҡуян йондоҙлоғон традицион ғәрәп астеризмындағы Дөйә каруаны менән бәйләгән.
Күп йондоҙҙарҙың ғәрәпсә атамаһында «әл» приставкаһы бар, ул инглиз телендәге «the» артикленә тап килә. Бер үк ғәрәп тамыры байтаҡ йондоҙҙарҙың исеменә инә; мәҫәлән, денеб — «ҡойроҡ» — тамыры унлаған йондоҙҙоң атамаһында бар. Күп йондоҙҙарҙың ғәрәп телендәге атамаһы Европа телдәренә ингәндә ул телдәрҙең талаптарына яраҡлашыу барышында боҙолған, шунлыҡтан уларға этимологик анализ яһау ярайһы уҡ ауырлыҡтар тыуҙыра һәм төрлөсә аңлауға килтерә.
Ҡайһы бер йондоҙҙарҙың элекке грек йә латин атамаһы һаҡланып ҡалған. Мәҫәлән, Арктур (грекса «Етегән һаҡсыһы»), Капелла (латинса «Кәзә»), Спика (латинса «бойҙай башағы») һәм башҡалар. Һуңғы быуат эсендә ҡытай, һинд һәм башҡа мәҙәниәттәрҙәге атамалар ҙа танылыу алды. Мәҫәлән, Koo She (ҡытайса «йәйә һәм уҡ»), Simiram (полинезса «таң яҡтыһындағы диңгеҙ»). Билдәле астрономдар, астронавтар исемдәре ҡушылған йә милли исемдәр йөрөткән йондоҙҙар бар. Мәҫәлән, Елкән Гаммаһы Регор тип атала, был һүҙ Аполлон-1 шартлағанда һәләк булған ҡаһарман астронавт Роджер Чаффи исеменең палиндромы булып тора.
Йондоҙҙарҙың яңғыҙлыҡ исемдәре лә, каталог исемдәре лә баш хәрефтән яҙыла (Вега, Лира Альфаһы, 3 Lyrae), сөнки улар — үтә мөһим һәм бик билдәле объекттарға бирелгән махсус атамалар.
Хәҙерге ваҡытта бойондороҡһоҙ астрономик һәм астрологик ойошмалар араһында «йондоҙ исемдәре» менән сауҙа итеүселәр күп, улар тауарҙарына сертификаттар ҙа бирә. Быға бәйле шуны әйтергә була: теләһә ниндәй ойошма тарафынан бирелгән йондоҙ исемдәре Халыҡ-ара астрономия союзы (ХАС) тарафынан танылмай. ХАС — астрономик объекттарға рәсми исем бирергә хоҡуғы булған берҙән-бер ойошма һәм астрономик берләшмәнең танылыуын тик ул ғына яулаған. ХАС коммерция эшмәкәрлеге менән шөғөлләнмәй һәм «йондоҙ атамалары һатыу» эшмәкәрлеге алып бармай.
Төрлө ойошмаларҙың йондоҙ атамалары һатыуына ХАС үҙ мөнәсәбәтен белдерергә мәжбүр була[1].
Әлеге ваҡытта йондоҙҙарҙың рәсмиләштерелгән яңғыҙлыҡ исемдәре юҡ. Төрлө каталогтарҙа йондоҙҙарҙың рәсми идентификаторҙары бар; каталогтарҙарғы идентификаторҙарҙы алып барыу барышын ХАС-тың махсус төркөмө күҙәтә. Шулай ҙа ҡайһы бер каталогтарҙа (мәҫәлән, SIMBAD’та) йондоҙҙарҙың традицион атамалары өҫтәмә мәғлүмәт итеп бирелә; ләкин был атамалар был каталогтарҙыңрәсми өлөшөнә индерелмәй. Дөйөм ҡабул ителгән атама йөрөтөүсе йондоҙҙарҙың һаны — 500-ҙән ашыу[2].
Йондоҙҙарҙың традицион ғәрәп атамалары
үҙгәртергәЙондоҙ атамаларының иң боронғолары Ғәрәбстан ярымутрауында исламға тиклем үк барлыҡҡа килгән. Ләкин ғәрәп телендәге йондоҙ атамаларының күпселеге грек телендәге тасуирламаларҙың тәржемәһе рәүешендә һуңыраҡ осорҙа барлыҡҡа килгән. Искәндәриәнән (Мысыр) Клавдий Птолемей 1 025 йондоҙҙоң тасуирламаһын йыйған. Китап б. э. т. яҡынса 140 йылда баҫылып сыҡҡан. 8-се һәм 9-сы йөҙ йыллыҡтарҙа ғәрәп теленә тәржемә ителгәндән һуң ул «Әлмәғест» тигән ҡыҫҡартылған ғәрәп атамаһы аша киң билдәлелек ала. «Әлмәғест»тә ғәрәп телендә бирелгән күп йондоҙҙарҙың тасуирламалары йондоҙҙарҙың атамалары булып киткән.
Һуңыраҡ мосолман астрономдары йондоҙҙарҙы күҙәтеү өсөн обсерваториялар файҙалана башлаған һәм тағы ла күберәк йондоҙ тапҡан, трактаттар яҙып, йондоҙҙарҙы төрлө зиждәргә (таблицаларға) индергән. Улар араһында иң билдәлеһе — Әс-Суфи яҙған «Тик торған йондоҙҙар йондоҙлоҡтары китабы». Ул хеҙмәтендә үҙенә билдәле булған бөтә йондоҙҙарға ҡағылышлы күҙәтеүҙәрҙе, уларҙың нисек урынлашыуын, дәүмәлен, яҡтылығын, төҫөн һүрәтләгән.
Европала Урта быуаттарҙа һәм Яңырыу дәүерендә ҡайһы бер йондоҙҙарҙың боронғо атамалары ғәрәп телен йүнләп белмәгән авторҙар тарафынан хаталы итеп күсерелә йә дөрөҫ булмаған тәржемәлә бирелә. Ошо сәбәпле йондоҙ атамаларының тарихы ҡатмарлашып китә[3]. Ҡайһы бер йондоҙҙар бер нисә ғәрәп һүҙе менән аталған, ҡайһы берҙәренең исеме ғәрәп һәм латин атамаларының ҡатнашмаһын хасил булған.
Йондоҙҙарҙың традицион ҡытай атамалары
үҙгәртергәЙондоҙҙарҙың традицион ҡытай атамалары — йондоҙҙарҙың боронғо ҡытай әҙәбиәтендә, тарихында, динендә, мифологияһында, фольклорында, операларында, шулай уҡ астрология, йондоҙнамә (火羅) һәм фэн-шуй ише юрамыш ысулдарында ҡулланылған атамалары ул. Йондоҙҙарҙың ҡытайса атамалары ҡайһы бер осраҡтарҙа урыны буйынса иҫәп һанынан һәм ҡытай йондоҙлоғо атамаһынан тора. Иҫәп һаны династиянан династияға үҙгәреп торорға мөмкин.
Ҡытай астрономияһы үҙенең антиклыҡ дәүерендә алдынғы була һәм Птолемей тасуирлағанға ҡарағанда биш тапҡырға күберәк йондоҙҙо белә. 1875 йылда Густав Шлегель ҡытай антиклығы әҫәрҙәрендә осраған йондоҙ атамаларына тулы күҙәтеү яһай. Уның «Uranographie Chinoise» тигән хеҙмәте көнбайыш астрономияһында билдәле булған 760 йондоҙҙоң атамаһын сағыштырып бирә[4]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Buying Stars and Star Names — Официальная позиция Международного астрономического союза по поводу покупки звёзд и имен звёзд (англ.
- ↑ страница «Названия звёзд» на сайте «Мифология и история созвездий».
- ↑ [1] 2007 йыл 28 сентябрь архивланған., rmsc.org
- ↑ Xiaochun Sun, Jacob Kistemaker, «The Chinese sky during the Han», с. 8, <http://books.google.com/books?id=87lvBoFi8A0C>
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Йондоҙҙарҙың традицион атамалары исемлеге
Тышҡы һылтанмалар
үҙгәртергә- Названия звёзд, Стивен Гибсон 2017 йыл 24 ғинуар архивланған. (инг.)(инг.)
- Названия звёзд, Джим Калер 2004 йыл 1 апрель архивланған. (инг.)(инг.)
- Названия звёзд, Ян Ридпат (инг.)(инг.)