Тоһарҙар (хәҙерге ваҡытта йыш ҡына был исем менән псевдотоһарҙар атала[1]) — Үҙәк Азияның тоһар телдәрендә һөйләшкән (йәғни ārsí һәм kučaññe телдәрендә) халҡы (беҙҙең эраның III быуатынан VIII быуатына тиклем билдәле); фараз буйынса һинд-европа ғаиләһе телдәренең иң көнсығышта йәшәгән халҡы. Ысын тоһарҙар менән бутарға ярамай (тогарҙар, грек. Τοχάριοι), улар көнсығыш-иран телдәрендә һөйләшә һәм юэчжиларға ҡәрҙәш. Тикшеренеүселәр Р. Келлог, Е. Швентнер, В. Краузе, В. Порциг, Э. Бенвенист тоһар теленең (ārsí-kučaññe) фрако-фригий, герман һәм балто-славян телдәре менән айырыуса тығыҙ бәйләнешен билдәләй[2]. Arsí һәм kučaññe — псевдотоһар теленең атамалары. Псевдотоһарҙар тәүҙә Тарим уйпатлығында, Ганьсула йәшәй. Тарим мумиялары уларҙың ҡиәфәтенең ниндәй булыуын төҫмөрләй. Тәүҙә табылған мумиялар беҙҙең эраға тиклем XVIII быуатта, ә һуңғылары беҙҙең эраның II быуатында эшләнгән булырға тейеш. Уларҙың ерән, йәки асыҡ һоро төҫтәге сәсәтәре толомға үрелгән. Туҡымалары — кейеҙ плащтар һәм шаҡмаҡлы һүрәтле гетралары ярайһы уҡ яҡшы һаҡланған.

Тоһарҙар
 Тоһарҙар Викимилектә

Тәүге йәшәү урыны

үҙгәртергә
 
Боронғо Тарим бассейнындағы төп оазис дәүләттәр

Һәр дәүерҙә Урта Азияға ғәжәп этник төрлөлөлөк хас була, шуға күрә «урал-дравид» биполяр берҙәмлегенә алмашҡа иран монолит донъяһының килеүенә аптырарға ғына ҡала. Тәүшарттарға башҡа сәбәптәрҙән тыш иң тәүге сиратта «тоһар проблемаһы» ла инә. Беҙҙең эраға тиклем II быуаттың икенсе яртыһына, Грек-Бактрия биләмәләренә юэчжилар баҫып ингәнгә тиклем, элекке схема контексында бер ниндәй тоһарҙар, унан да бигерәк псевдотоһарҙар тураһында һүҙ ҙә бармай. Күпселек тикшеренеүселәр, Ҡытай йылъяҙмаларынан билдәле да юэчжилар (ҙур юэчжилар) классик антик сығанаҡтарҙа аталған тоһарҙарға тиңләшә, тип раҫлай[3].

Юэчжиларҙың Амударъя буйындағы ерҙәргә күсенеүенең сәбәбе Ши Цзи китабында түбәндәгесә күрһәтелгән: «Юэчжилар башта Дуньхуан (округы) менән Цилянь (һырт) араһында йәшәй. Һуннар уларҙы ҡыйратҡандан һуң был урынды ташлап китәләр. (Дай)юанды үтеп, көнбайышта Дасяға һөжүм итәләр һәм уны буйһондоралар. Һуңынан Гуйшуй йылғаһынан төньяҡҡараҡ эре ҡалаға нигеҙ һалалар, хакимдың һарайы шунда урынлаша. Юэчжиларҙың ҙур булмаған өлөшө наньшань цяндарына (тибет халҡы) хеҙмәт итә, уларҙы сяоюэчжи тип атай башлайҙар»[4]

Әлеге ваҡытта тоһарҙарҙың килеп сыҡҡан ватаны һәм күсенеү юлдары тураһында өс төрлө фаразды айырып күрһәтергә була, теләк булғанда уларҙы ярашлы рәүештә һинд-европа халыҡтарының килеп сыҡҡан ватаны менән бәйләргә була.

1) Шартлы атамаһы «автохтон», тарихи йәшәгән урындарынан алыҫ булмаған ерҙә көн иткән тоһар телдәрендә һөйләшеүселәрҙе аныҡлау («ҡурған гипотезаһы» сиктәрендә йәки уға яҡын). Был ролгә өс көньяҡ-себер археологик мәҙәниәттәре — афанасьев мәҙәниәте, ҡарасуҡ мәҙәниәте һәм андрон мәҙәниәте тап килә .

2) Шартлы атамаһы «европа», тохарҙарҙың килеп сығышын күсенеп йөрөү, йәки икенсе бер европа археологик мәҙәниәте һәм Себерҙәге шундай уҡ мәҙәниәт менән бәйләй.

3) Шартлы атамаһы«алғы азия», тоһарҙарҙың күсенеп йөрөүен һинд-:европалыларҙың «боронғо ватандары Анатолия» менән туранан-тура бәйлелеген раҫлай.

Тармаҡтары

үҙгәртергә

Фәндә ысын тоһарҙарға бүленеш бар, улар скифтар[5] телдәренә туғандаш булған көнсығыш иран төньяҡ диалекттарында һөйләшкән һәм, көньяҡҡа күсенеп, хәҙерге Афғанстан Республикаһының төньяҡ ерҙәрендә урынлашҡан Тоһарстанға исем биргән халыҡ.

(Псевдотоһарҙарҙың) нәҫеле

үҙгәртергә

Тоһарҙар (псевдотохарҙар), үҙҙәре төпләнеп йәшәгән ерҙә йөҙәр йылдар буйы көн иткән, бер ҡасан да ул ерҙәрҙе ташлап китмәгән, уларҙың мәҙәниәте VIII быуатҡа тиклем сәскә атыу осорон кисергән.

Тоҡомдары (хәҙерге тохарҙар)

үҙгәртергә

Ысын тоһарҙарҙың төп өлөшө үҙҙәренең туғандаш халҡы кушандар менән бергә көньяҡҡа Бактрияға киткән, төньяҡта хәҙерге Афғанстан Республикаһы ерҙәрендә төпләнеп, Тоһарстан өлкә-дәүләтен барлыҡҡа килтергән. Хәҙерге Афғанстандың Таһар провинцияһында йәшәгән таджиктар һәм пуштундар уларҙың вариҫтары булып тора.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Millward, James A. Eurasian Crossroads: A History of Xinjiang. — Columbia University Press, New York, 2007. — P. 15. — ISBN 978-0-231-13924-3.
  2. Сверчков Л. М. История изучения и лингвистический анализ тохарских языков // BEHPS, ISSN:2410-1788, Том 3. № 10, Ноябрь 2016 (4), C. 810
  3. Сверчков Л. М. Тохары. Древние индоевропейцы в Центральной Азии. — Т.: SMI-ASIA, 2012. 2016 йыл 2 июнь архивланған.
  4. Сыма Цянь. Исторические записки (Ши цзи). — Т.9. — М.: Вост.лит, 2010. — С. 201. — 623 с.
  5. цитата — Б. Лауфер изучил пять юэчжийских слов, сохранившихся в записях династии Хань, и пришёл к выводу, что эти слова принадлежали языку североиранской группы. Шестое слово — юэчжи — он восстановил с учётом особенностей древнекитайской фонетики, как sgwied-di, и сопоставил его с хорошо известным названием Sogdoi, то есть Согд, причём приставку di истолковал как суффикс множественного числа по аналогии с осетинским, скифским, согдийским и ягнобским языками, отметив отличие этой группы от тохарского языка, близкого к западноевропейским и, следовательно, далёкого от иранских. Книга «Bertold Laufer. The Language of the Jue-chi or Indo-Scythi-ans. Chicago, 1917, P. 14»