Тоҡтоған Алтыбаҫарова

Тоҡтоған Алтыбаҫарова (Туҡтаған Алтыбаҫарова; 1924 йыл, Күрмөнтү — 2015 йылдың 11 июне, Күрмөнтү, Төп районы, Иссыҡ-Күл өлкәһе, Ҡырғыҙстан) — колхозсы, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ҡамауҙа ҡалған Ленинградтан килтерелгән 150 баланы үҙенә аҫырарға алған[1].

Тоҡтоған Алтыбаҫарова
Тыуған көнө

1924({{padleft:1924|4|0}})

Тыуған урыны

Күрмөнтү

Вафат булған көнө

11 июнь 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})

Вафат булған урыны

Күрмөнтү, Төп районы, Иссыҡ-Күл өлкәһе, Ҡырғыҙстан

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Ҡырғыҙстан Ҡырғыҙстан

Биографияһы үҙгәртергә

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Тоҡтоғанға 16 ғына йәш сағында, Күрмөнтү ауыл советына рәйес итеп һайлап ҡуялар. 1942 йылдың 27 авгусында Ленинградтан килтерелгән 150 баланы ҡабул итә. Балалар урындағы колхоз ятағында уның ҡарамағында ун йыл аҫрала.

Һуғыштан һуң 44 йыл буйы ауыл советы сәркәтибе булып эшләй. 8 балаға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтергән.

Ғүмере буйына тыуған ауылы Күрмөнтүҙә йәшәй. 2015 йылдың 11 июнендә ошонда уҡ вафат була[2].

Бишкектәге Даир Асанов исемендәге Еңеү паркында Ленинград блокадаһында булғандарға һәйкәл ҡуйылған. Уның прообразы — Тоҡтоған Алтыбаҫарова[3].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә