Томилов Михаил Иванович

агроном, совет партия һәм хужалыҡ хеҙмәткәре. Башҡорт АССР-ының (1989) һәм Рәсәй Федерацияһының (1997) атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре . Мәсетле районының почётлы гражданы.

Томилов Михаил Иванович (18 ноябрь 1929 йыл — 15 июль 2008 йыл) — агроном, совет партия һәм хужалыҡ хеҙмәткәре. 1967—2000 йылдарҙа Мәсетле районы Ленин исемендәге колхоз рәйесе. Башҡорт АССР-ының (1989) һәм Рәсәй Федерацияһының (1997) атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981), «Почёт билдәһе» (1973) ордендары, «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» (1948) миҙалы менән бүләкләнгән. Райондың почётлы гражданы.

Томилов Михаил Иванович
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 18 ноябрь 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй, Мәсетле районы, Кесе Ыҡтамаҡ ауылы
Вафат булған көнө 15 июль 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (78 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Башҡортостан Республикаhы, Мәсетле районы, Кесе Ыҡтамаҡ ауылы
Һөнәр төрө агроном, рәйес
Уҡыу йорто КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбе[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

БиографияһыҮҙгәртергә

Михаил Иванович Томилов 1929 йылдың 18 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Мәсәғүт кантоны Ямаш волосы[1] Кесе Ыҡтамаҡ ауылында тыуған.

Рәсми хеҙмәт юлын 1946 йылда колхозда тракторист булып башлай.

1958 йылдан Мәсетле районы Ленин исемендәге колхозда бригадир, партия ойошмаһы сәркәтибе (секретаре) булып эшләй.

1967 йылда Силәбеләге Юғары партия мәктәбен тамамлаған (хәҙерге ваҡытта Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһының Силәбе филиалы тип атала).

1967 йылда Ленин исемендәге колхоз рәйесе итеп һайлана һәм 2000 йылда хаҡлы ялға киткәнсе шул вазифала эшләй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреҮҙгәртергә

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

СығанаҡтарҮҙгәртергә

  • Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия / Редкол.: Ю. Ю. Султанов (гл.ред.), Н. Ф. Ахкамова (сост.), Г. К. Бикташева (отв.ред.) и др. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл. ISBN 978-5-9613-0148-9