Томас де Торквемада

Томас де Торквемада[2], йәки Торкема́да[3] (исп. Tomás de Torquemada; 14 октябрь 1420, Торкемада[d], Королевство Кастилия[d], Королевство Кастилия и Леон[d] или Вальядолид[d], Королевство Кастилия[d], Королевство Кастилия и Леон[d]16 сентябрь 1498[4] (77 йәш), Авила[d], Королевство Кастилия[d], Королевство Кастилия и Леон[d]) — Испания инквизияһына нигеҙ һалыусы, Испанияның беренсе бөйөк инквизиторы. Испанияла маврҙарҙы һәм йәһүдтәрҙе эҙәрләү инициаторҙарының береһе булған[5].

Томас де Торквемада
Хасринта
Томас де Торквемада
Флаг
Флаг
Испанияның бөйөк инквизиторы
Флаг
Флаг
21 февраль 1483 — 16 сентябрь 1498
Монарх: Изабелла I Кастилиялы
Фердинанд II Арагонлы
Алдан килеүсе: вазифа барлыҡҡа килгән
Дауамсы: Диего де Деса
 
Дине: католицизм
Тыуған: 14 октябрь 1420({{padleft:1420|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Вальядолид (Кастилия)[1]
Үлгән: 16 сентябрь 1498({{padleft:1498|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (77 йәш)
Авила
Ерләнгән: Авила[d]
Белеме: Саламанка университеты

Биографияһы

үҙгәртергә

Томас де Торквемада Испанияның Вальядолид ҡалаһында тыуған. Суҡындырылған йәһүдтәрҙең нәҫеленән булған кардинал Хуан де Торквемаденың ҡустыһының улы булған. Ошо дәүерҙең тарихсыһы Эрнандо дель Пульгар кардинал Хуан де Торквемада хаҡында былай тип яҙа: «уның ҡартатаһы менән өләсәһе беҙҙең изге католик динебеҙгә күскәндәрҙән булды». Шулай уҡ Хуан исемен йөрөткән Томас Торквемаданың атаһы доминикан орденының вәкиле булған, Констанц соборында (юғары христиан руханиҙары йыйылышында) ҡатнашҡан.

Дини тәғлимәт буйынса белем алып һәм аскетлыҡ һәләте менән айырылып торған Торквемада доминикан орденына инә. 1459 йылда Сеговиялағы төп монастырҙарҙың береһе — Санта-Крус ла Реал монастыры приоры, һуңынан Кастилия короллеге инфантаһы Изабелланың руханиһы була. Ул уны тәхеткә ултыртыуға һәм Арагон короле Фердинанд II менән никах төҙөүгә булышлыҡ иткән. Торквемада король Фердинандҡа ла ҙур йоғонто яһаған. Ҡаты һәм көслө характерлы булыуы, дини энтузиазмы һәм дини уҡымышлылығы арҡаһында үҙенең йоғонтоһона хатта Рим папаһын буйһондора. 1478 йылда, Фердинанд һәм Изабелланың үтенесе буйынса, Сикст IV Испанияла инквизияның изге канцелярияһы трибуналына нигеҙ һала, ә 1483 йылда Торквемаданы бөйөк инквизитор итеп тәғәйенләй.

Испанияны дини һәм сәйәси яҡтан берләштереү — Торквемаданың төп бурысы булған. Был маҡсатҡа ирешеү өсөн ул инквизия эшмәкәрлеген үҙгәртеп ҡороп, киңәйткән[6]. 1483 йылда Торквемада — Кастилия һәм Арагондың, ә 1486 йылда Валенсия һәм Каталонияның бөйөк инквизиторы итеп тәғәйенләнә. Ул дәүерҙең йылъяҙмасыһы Себастьян де Ольмедо уны «еретиктар сүкеше, Испания яҡтылығы, үҙ илен ҡотҡарыусыһы, үҙ орденының намыҫы» тип атай. Испанияның «ҡара легендаһының» бер өлөшө булараҡ Торквемада исеме аяуһыҙ дини фанатикты билдәләү өсөн ҡулланылған.

Эшмәкәрлеген баһалау

үҙгәртергә

Испаниянан йәһүдтәрҙе (1492) һәм уның үлеменән һуң маврҙарҙы (1502) ҡыуып сығарыу, шулай уҡ инквизия менән хөкөм ителгәндәрҙең мөлкәтен тартып алыу. Торквемада ваҡытында аутодафеның дөйөм һаны 2200 тип баһалана[7]. Ересь (Бидғәт) пропагандаһын булдырмаҫ өсөн, бөтә Европала кеүек үк, Торквемада католиктарҙыҡы булмаған әҙәбиәтте, башлыса йәһүд һәм ғәрәп китапханаларындағы китаптарҙы яндырырға ҡушҡан. Инквизицияның беренсе тарихсыһы Хуан Антонио Льоренте раҫлауынса, Торквемада Изге Канцелярияны етәкләгән ваҡыт арауығында хәҙерге Испания биләмәһендә донъяуи властар тарафынан 8800 кеше тереләй яндырылған, 6500-ҙө үлгәндән һуң, йәки ҡасҡандарҙың шартлы һындары яндырылған һәм 27000 кеше төрлө язаларға тарттырылған (күп тарихсылар был һандарҙы юғары тип иҫәпләгән, ә Льоренте киреһенсә уларҙы түбән тип һанаған).

Торквемаданың сәйәсмән булараҡ эшмәкәрлеге арҡаһында, Кастилия һәм Арагон короллектәре Испания берҙәм короллегенә берләштереү мөмкин булды. Һуңынан Испания Европалағы иң ҡеүәтле дәүләттәрҙең береһенә әүерелә, ул Яңы Донъяны колониялаштырыуға нигеҙ һалған һәм бөтә Латин Америкаһының «мәҙәни матрицаһы» булып тора. Әлеге көнгә тиклем Латин Америкаһы илдәрендә бер идиома бар, уны «Ватан әсәй» (мать-отечество) тип тәржемә итергә мөмкин. Был һүҙ Испанияны аңлата.

Бөйөк инквизитор вазифаһында 15 йыл хеҙмәт иткәндән һуң, Торквемада 1498 йылда Авила ҡалаһында изге Фома Аквинский монастырында вафат булған.

Сәнғәттә телгә алыу

үҙгәртергә

Әҙәбиәттә

үҙгәртергә
  • «Торквемада» — Виктор Гюго пьесаһы;
  • «Торквемада» — АҠШ яҙыусыһы Говард Фаст романы;
  • «Ҡараңғылыҡ ерҙе ҡаплай» (Ciemności kryją ziemię, 19551957) — поляк яҙыусыһы Ежи Анжеевский романы;
  • Ф. М. Достоевскийҙың «Ағалы-энеле Карамазовтар» романында Торквемада Бөйөк инквизиторҙың прообразы булып тора;
  • В. Д. Дудинцевтың «Аҡ кейемдәр» романында «Торквемада» Дежкин;
  • «Торквемада һәм испан инквизицияһы» — Рафаэль Сабатиниҙың тарихи йылъяҙмаһы;
  • Торквемада — Пат Миллс һәм Оливье Ледруаның «Реквием Рыцарь-Вампир» график новеллаһы персонажы, унда убыр формаһында;
  • Торквемада Фрэнк Герберттың «Илаһ-Дюна императоры» китабында телгә алына. Илаһ-Император һөйләүенсә, ул тарихта уның турала бөтә телгә алыуҙарҙы юйған;
  • Торквемада Бернар Верберҙың «Фәрештәләр империяһы» повесында фантомдарҙың береһе булараҡ телгә алына;
  • Торквемада Габриэль Гарсия Маркестың «Һағышлы фәхишәләремде иҫләп» (2004) тигән повесында нәшриәттең баш корректорына ҡарата телгә алына. «…ул үҙенең Торквемада ҡәләме менән харап итеп ҡуя торғайны»;
  • Торквемада украин яҙыусыһы Роман Иванычуктың «Манускрипт з вулиці Руської» (1978) романында «Инквизия кодексы» авторы булараҡ телгә алына;
  • Украин яҙыусыһы Дмитр Павличканың «Коли умер кривавий Торквемада» тигән шиғырында иҫкә алына, унда Томас Торквемаданың эшмәкәрлеге Сталиндың эшмәкәрлегенә тиңләштерелә;
  • Торквемада яҙыусы-фантаст Александр Рудазов яҙған «Яцхен» циклының өсөнсө китабында икенсе дәрәжәләге геройҙарҙың береһе булып тора; өс йөҙ йылға яҡын «Ер-1691» параллель донъяла йәшәгән (исеменең итальян транскрипцияһы ҡулланыла — Томмазо).

Кинола һәм телеэкранда

үҙгәртергә
  • 1981 йылғы «Бөтә донъя тарихы, беренсе өлөшө» комедияһында Мел Брукс «Инквизиция» мини-мюзиклында Торквемада ролен башҡара;
  • 1989 йылғы «Ҡараңғылыҡ ерҙе ҡаплай» (башҡа тәржемәләрҙә «Торквемада») фильмындағы (режиссёры — Станислав Барабас) Торквемада роле;
  • 1992 йылғы «Христофор Колумб: Американы яулау» фильмында Торквемада ролен Марлон Брандо башҡара;
  • Торквемада — 1990 йылда төшөрөлгән «Колодец и маятник» («Ҡоҙоҡ һәм маятник» йәки «Инквизитор») фильмының төп геройы;
  • Торквемада — «Изабелла» испан тарихи телесериалының 2-се миҙгеле персонаждарының береһе;
  • 2009 йылғы «Разрытые могилы» («Аҡтарылған ҡәберҙәр») фильмы;
  • Томас де Торквемада — «Кредо убийцы» («Үлтереүсенең кредоһы») фильмының төп яуыз геройҙарының береһе, уны билдәле испан актеры Хавьер Гутьеррес уйнаған.
  • Бөйөк Инквизиторҙа аллюзия 2006 йылғы «Фонтан» фильмының хронологик линияларының береһендә бирелгән.


Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Торквемада, Томас — Кругосвет энциклопедияһынан. Кривушин И. В.
  2. латин телендәге уҡылышы
  3. хәҙерге испан телендәге уҡылышы
  4. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  5. Торквемада Томас // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  6. Longhurst, John Edward. The Age of Torquemada. European University Institute (1962). Дата обращения: 10 июнь 2015. Архивировано 22 февраль 2020 года.
  7. Kamen, Henry, The Spanish Inquisition, p. 17.
рус телендә
  • Ян Гус; Мартин Лютер; Жан Кальвин; Торквемада; Лойола: Биографические очерки. — М.:Республика, 1995. — 384 с. (Жизнь замечательных людей. Биографическая библиотека Ф. Павленкова). ISBN 5-250-02418-1
  • Ло­зин­ский С. Г. Ис­то­рия ин­кви­зи­ции в Ис­па­нии. — СПб.: Брокгауз-Ефрон, 1914. — 507 с.
  • [Льоренте Х. А. История испанской инквизиции: В 2 т.: Т. 1, Т. 2 / Пер. М. А. Алексеевой. — М.: Ладомир: АСТ, 1999. — 816+607 с. (Классики исторической мысли). ISBN 5-86218-162-8
  • Пискорский В. К. Торквемада, Томас // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Сабатини Р. Торквемада и испанская инквизиция. / Пер. с англ. П. Павленко. — М.: Терра-Книжный клуб, 1999. — 319 с. (Сон разума рождает чудовищ). ISBN 5-300-02157-1
  • Торквемада, Томас / Фомина Н. В. // Телевизионная башня — Улан-Батор [Электронный ресурс]. — 2016. — С. 301—302. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 32). — ISBN 978-5-85270-369-9.
  • Шеллер А. К. Савонарола: Его жизнь и общественная деятельность // Будда. Конфуций. Савонарола. Торквемада. — СПб.: «ЛИО Редактор», 1993. — 365 с. ISBN 5-7058-0199-8 (Жизнь замечательных людей)
башҡа телдәрҙә
  • Barrios M. Torquemada: Inquisidor y hereje. Córdoba, 2006.
  • Caballero Escamilla S. Fray Tomás de Torquemada, iconógrafo y pro­motor de las artes // Archivo español de arte. — 2009. — Vol. 82. — № 325.
  • Edwards J. Torquemada & the Inquisitors. — Stroud, 2005.
  • Hope T. Torquemada. B. Aires, 1944.
  • Llorca B. La inquisición en España. 3 ed. Barcelona, 1954.
  • Meseguer Fer­nández J. Instrucciones de Tomás de Tor­que­mada: a la Inquisición: ¿preinstruccio­nes o pro­yecto? // Hispania sacra. — 1982. — Vol. 34. — № 69.
  • Huerga Criado P. Tomás de Torque­ma­da, primer Inquisidor Oficial // Historia. — 1985. — Vol. 16. — № 113.
  • Ott M. «Tomás de Torquemada.» // The Catholic Encyclopedia. — Vol. 14. — New York: Robert Appleton Company (инг.)баш., 1912.

Һылтанмалар

үҙгәртергә