Йыуан һәм нәҙек

антон Чехов хикәйәһе
(Толстый и тонкий битенән йүнәлтелде)

«Йыуан һәм нәҙек» — урыҫ яҙыусыһы Антон Павлович Чеховтың сатирик хикәйәһе, 1883 йылда яҙылған. Тәүге тапҡыр «Осколки» юмор журналында 1883 йылдың 1 октябрендә баҫылып сыға.

Йыуан һәм нәҙек
Нигеҙләү датаһы 1883
Рәсем
Атамаһы Толстый и тонкий
Сәнғәт формаһы хикәйә
Баҫма йәки тәржемә Q88393266? һәм Fat and Thin[d]
Автор Чехов Антон Павлович
Ил  Рәсәй империяһы
Әҫәрҙең теле урыҫ теле
Нәшер ителеү ваҡыты 1 (13) октябрь 1883
Первая строка На вокзале Николаевской железной дороги встретились два приятеля: один толстый, другой тонкий.
Баҫылған Пёстрые рассказы[d][1] һәм Q108856476?
Авторлыҡ хоҡуғы статусы 🅮[d] һәм 🅮[d]
 Йыуан һәм нәҙек Викимилектә

Әҫәрҙең яҙылыу тарихы

үҙгәртергә

«Йыуан һәм нәҙек» хикәйһенең сюжеты тәүге редакцияла анекдотҡа оҡшатыңҡырап яҙылған, ә персонаждар араһындағы конфликт «нәҙектең» яңылышлығы арҡаһында уйламағанда килеп сыға"[2].

1886 йылдың редакцияһы 1883 йылдыҡына оҡшаһа ла, унда индерелгән әҙ генә үҙгәртеүҙәр хикәйәнең мәғәнәһен ныҡ үҙгәртеп ебәрә. Хикәйәләге кешеләрҙең хеҙмәттәре буйынса буйһонған булыу мотивы һүрәтләнмәй: «нәҙек» хәҙер инде «йыуан» алдында бер ниндәй кәрәге булмаған — бары тик ғүмер буйына унда барлыҡҡа килгән «рефлекс» буйынса ғына ялағайлана. Шуның арҡаһында хикәйә ҙурыраҡ мәғәнәгә һәм дөйөмләштереүгә эйә була[2].

Персонаждар

үҙгәртергә
Төп персонаждар
  • Миша — Йыуан
  • Порфирий — Нәҙек
Икенсе дәрәжәләге персонаждар
  • Луиза — Порфирийҙың ҡатыны
  • Нафанаил — Порфирийҙың улы

Николаев тимер юлында элекке ике дуҫ осраша. Уларҙың береһе «йыуан», ә икенсеһе — «нәҙек». Нәҙек — Порфирий — яңы ғына ҡатыны Луиза һәм улы Нафанаил менән поездан төшә. Йыуан — Миша — нәҙекте танып ҡала һәм уны шунда уҡ сәләмләй. Дуҫтар һөйләшеп китә.

Мәҙәниәттә

үҙгәртергә
 
Таганрог, 2014
  • Хикәйә1955 йылда[3] экранлаштырыла.
  • Таганрогта "2011 йылдың 13 майында хикәйә геройҙарына «Чеховтар кибете» янындағы музей алдында скульптор Давид Бегалов)[4] эшләгән һәйкәл ҡуйыла.
  • Хикәйә геройҙарына Южно-Сахалинскиҙа, Сахалин халыҡ-ара театр үҙәге янындағы скверҙа 2013 йылда һәйкәл ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. http://dlib.rsl.ru/viewer/01003619449#?page=164
  2. 2,0 2,1 Чехов А. П. Толстый и тонкий
  3. Толстый и тонкий (фильм, 1955) — RuData.ru 2011 йыл 23 март архивланған.
  4. Сазонова Е. Так рождаются легенды // Таганрогская правда. — 2011. — 17 мая.

Һылтанмалар

үҙгәртергә