Тодорович Мица

босния рәссамы. Босния һәм Герцеговина рәссамдары ассоциацияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе

Ми́ца Тодоро́вич (босн. Mica Todorović; 1900[1][2], Сараево1981, Сараево) — босния рәссамы. Босния һәм Герцеговина рәссамдары ассоциацияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе.

Тодорович Мица
босн. Mica Todorović
Файл:Мица Тодорович.jpg
Тыуған:

1900[1][2]

Тыуған урыны:

Сараево, Босния и Герцеговина[d]

Үлгән:

1981

Үлгән урыны:

Сараево, Босния һәм Герцеговина Социалистик Республикаһы, Югославия Социалистик Федератив Республикаһы[d]

Ил:

 Босния һәм Герцеговина

Биографияһы

үҙгәртергә

Мица Тодорович 1900 йылда Сараево ҡалаһында тыуған[3]. Шунда уҡ ҡыҙҙар урта мәктәбен тамамлаған, ә 1920 йылда Загреб нәфис сәнғәт академияһына уҡырға инә, һәм үҙенең класында берҙән-бер ҡыҙ була[4]. 1926 йылда уҡыуын тамамлай һәм[4] һынлы сәнғәттең бөтә төрҙәренең үҙәге булған Сараевоға ҡайта[5]. Шунан Мица Италияға килә, бында Яңырыу дәүере сәнғәтен өйрәнә[6].

Икенсе донъя һуғышы осоронда Стара-Градишка концлагерына ябыла, һуңынан Австрияға мәжбүри эштәргә ебәрелә. 1945 йылда Мица Тодорович Босния һәм Герцеговина рәссамдар ассоциацияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе була. Ул шулай уҡ Бошняцк фән һәм сәнғәт академияһының һәм Сербия фән һәм сәнғәт академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы булған тәүге ҡатын-ҡыҙ була.

Мица Тодорович Сараеволағы Ғәмәли сәнғәт мәктәбенең тәүге профессорҙарының береһе була, унда пенсияға сыҡҡансы эшләй. 1981 йылда вафат була, Голое зыяратында ерләнә[4].

Хеҙмәт юлы

үҙгәртергә

1930 йылда Тодоровичтың тәүге күргәҙмәһе Бөйөк Британияла үтә[7]. Социалист булараҡ, ул Zagreb Zemlja коллективы менән бәйләнешкә инә, уның менән бергә Любляна һәм бөтә Европа күргәҙмәләрендә үҙенең эштәрен тәҡдим итә[3]. Төркөмдә эшселәр синыфының тормошон һүрәтләргә теләүсе рәссамдар тупланған була[8]. 1932 йылда Тодорович Сараевоға ҡайта һәм Югославия Коммунистар партияһы ағзаһы булып китә. 1937 йылдан алып ул башлыса буяуҙар менән эшләй, шуның арҡаһында уның төҫтәрҙе айырыу һәләте үҫешә[6].

1945 йылда Мица Тодорович Белградта Хәрби енәйәттәрҙе билдәләү буйынса дәүләт комиссияһында күрһәтмәләр биргән берҙән-бер рәссам була, унда уның концлагерҙарҙағы тормошто һүрәтләгән «Ясеноваца һәм Градишканың һуңғы ҡорбандары» тигән һүрәттәр серияһы дәлилдәр сифатында файҙаланыла[4]. Икенсе донъя һуғышынан һуң кешеләр рәссам эшенең бер өлөшө булыуҙан туҡтай, һәм ул үҙен уратып алған предметтарҙан илһам ала башлай[6]. Югославияла коллектив күргәҙмәләргә һәм Европала бойондороҡһоҙ күргәҙмәләренә ҡарамаҫтан, Мица Тодоровичтың Белградта тәүге шәхси күргәҙмәһе 1954 йылда ғына үткәрелә. 1962 һәм 1975 йылдарҙа Сараевола, шулай уҡ Белградта 1968 йылда артабанғы күргәҙмәләре була[3].

1959 йылда нигеҙҙә аҡ төҫмөрендә яҙылған «Венеция» картинаһы Мица Тодорович стилендә боролошло мәл булды, ул «үҙенең карьераһының аҡ фазаһына» аяҡ баҫа. 1962 йылдан алып уның эше ҡайтанан үҫешә, был юлы ул буяуҙар ғына түгел, майлы паселде лә үҙ эсенә ала[6]. 1980 йылда Босния һәм Герцеговина милли галереяһында уның эштәренең ретроспективаһы уҙғарыла[4].

1992 йылда «Oslobođenje» гәзитенең ун ҡатлы бинаһы емерелә. Юғалтыуҙар араһында Мица Тодорович төшөргән фотоһүрәттәр ҙә теркәлде[9].

2019 йылда шулай уҡ Тодоровичтың 1929 һәм 1933 йылдар араһында төшөргән һүрәттәре Босния һәм Герцеговина милли галереяһында күргәҙмәгә ҡуйылды[10]. Галерея коллекцияһында рәссам Мица Тодоровичтың 300-ҙән ашыу эше бар, уларҙың ҡайһы берҙәре даими экспозицияла һаҡлана[6][11].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә
  • «За заслуги перед народом» ордены
  • Орден Труда (СФРЮ)

Рәссам хөрмәтенә Горицала, Сараево районында, ул йәшәгән урам Мица Тодорович исеме менән аталған[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Mica Todorović // CONOR.Sl
  2. 2,0 2,1 Brelet C. Mileva TODOROVIĆ // Le Dictionnaire universel des créatrices (фр.) / B. Didier, A. Fouque, M. Calle-GruberÉditions des femmes, 2013. — ISBN 978-2-7210-0628-8
  3. 3,0 3,1 3,2 Mica Todorović - Jedna od najvećih bosanskohercegovačkih umjetnica (босн.).
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 Mica Todorović je bila Sarajka i prva članica Akademije nauka BiH (ингл.). 2021 йыл 12 апрель архивланған.
  5. The Great Cauldron: A History of Southeastern Europe.
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 Mica Todorović | UGBiH.ba (ингл.).
  7. Mica Todorović - Jedna od najvećih bosanskohercegovačkih umjetnica (билдәһеҙ). Impuls. Дата обращения: 8 апрель 2021.
  8. Rowlands. 27 incredible images from the current Zemlja exhibition (ингл.). Time Out Croatia. Дата обращения: 8 апрель 2021.
  9. Dizdarević. Sarajevo : a war journal. — ISBN 978-0-88064-149-4.
  10. SMICALICE – Mica Todorović's Drawings 1929-1933 | UGBiH.ba (ингл.). Дата обращения: 8 апрель 2021.
  11. Permanent Exhibition: Intimacies of space | UGBiH.ba (ингл.). Дата обращения: 8 апрель 2021.

Һылтанмалар

үҙгәртергә