Тогола, төрлө мәғлүмәттәр буйынса, халыҡтың 15-24 % ислам динен тота[1][2][3].

Тоголағы мәсет

Тарихы үҙгәртергә

Исламдың урта быуаттар осоронда таралыуы иң элек төньяҡ Африка берберҙары һәм туарегтары менән сауҙа бәйләнештәренә бәйле. XV быуатта ислам илдең төньяҡ өлөшөндә хауса һәм фулбе күсмә халыҡтар булышлығында тарала башлай[4]. Тогоның көньяҡ өлөшө Дагомея короллеге составына инә, унда Африка традицион диндәре һаҡланған була. XVI быуатта португалдар яр буйы райондарын баҫып алалар, улар Ҡоллоҡ яры булараҡ билдәле[5] һәм был төбәккә христианлыҡ динен алып киләләр. XIX быуат башында мосолмандар һаны төньяҡ Нигериянан мосолман ҡасаҡтарының күпләп килеүе арҡаһында байтаҡҡа арта.

Халыҡ һаны һәм таралыуы үҙгәртергә

Мосолмандар башлыса илдең төньяғында йәшәй. Тогола мосолмандарҙың күпселеге мәлик мәҙһәбе сөнниҙәре[6].Ислам фулбе, хауса, эве этник[7], йоруба[8] һәм башҡалар төркөмдәре араһында таралған[6].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Wikiwix's cache. archive.wikiwix.com. Дата обращения: 3 февраль 2017. Архивировано из оригинала 22 март 2014 года. 2014 йыл 22 март архивланған.
  2. The World Factbook — Central Intelligence Agency. www.cia.gov. Дата обращения: 3 февраль 2017. Архивировано из оригинала 12 май 2014 года. 2014 йыл 12 май архивланған.
  3. The World Factbook — Central Intelligence Agency. www.cia.gov. Дата обращения: 3 февраль 2017. Архивировано из оригинала 31 август 2020 года. 2007 йыл 12 июнь архивланған.
  4. Hopen, C. Edward. Fulani. In Muslim Peoples: A World Ethnographic Survey / edited by Richard V. Weekes. — 2nd ed. — Westport: Greenwood Press, 1984. — P. 257—261. .
  5. 7.2. Западная Африка в эпоху колониального проникновения европейских держав (XV—XVIII вв.). www.runivers.ru. Дата обращения: 15 февраль 2017. Архивировано 25 февраль 2015 года.
  6. 6,0 6,1 الأقليات المسلمة في أفريقيا – سيد عبد المجيد بكر. .
  7. Токарева З. И. Эве // Народы и религии мира / Глав. ред. В. А. Тишков. М.: Большая Российская Энциклопедия, 1999. С.648. .
  8. Iyalaje, Programming: Alexander Kolchin. Сердце Традиции Йоруба < Йорубаланд | Центр африканской традиции Йоруба в России. www.yorubaland.ru. Дата обращения: 15 февраль 2017. Архивировано из оригинала 11 декабрь 2016 года. 2016 йыл 11 декабрь архивланған.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Hopen, C. Edward // Fulani. In Muslim Peoples: A World Ethnographic Survey / 2nd ed., rev. and expanded, edited by Richard V. Weekes, 257—261. Westport, Conn.: Greenwood Press.: 1984.

Һылтанмалар үҙгәртергә