Тирон Вадим Васильевич

Тирон Вадим Васильевич  (15 июль 1947) — СССР һәм Рәсәй йырсыһы (баритон). РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы. Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы. Тверь академия филармонияһы солисы. Тверь ҡалаһының почетлы гражданы.

Тирон Вадим Васильевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 15 июль 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (76 йәш)
Тыуған урыны Монгольская Народная Республика[d]
Һөнәр төрө йырсы
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы

Биографияһы үҙгәртергә

Вадим Васильевич Тирон Монголия республикаһында хеҙмәт иткән Совет Армияһы офицеры ғаиләһендә тыуа. Бер йылдан һуң ғаилә даими йәшәү урынына Башҡортостандың Күмертау ҡалаһына күсенә. Вадим мәктәптең үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә әүҙем шөғөлләнә, ә һуңғараҡ эстрада оркестрында йырлай башлай. Ул армияла хәрби ансамблдә хеҙмәт итә. 1971 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға инә, уны 1976 йылда тамамлай, ошо уҡ йылда Тирон Бөтә Рәсәй совет йырҙарын башҡарыусыларҙың "Ҡыҙыл ҡәнәфер" конкурсы лауреаты була. Юғары уҡыу йортоноң дүртенсе курсында уҡ уны Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына эшкә саҡыралар. Тирон башҡарған тәүге партияларҙың береһе "Кармен" операһында Данкайре партияһы була[1].

1978 йылда артист Калинин ҡалаһына, хәҙерге Тверь ҡалаһына күсенә, бында Тверь академия филармонияһының сәхнәһендә эшләй башлай. Ул тулы хоҡуҡлы опера йырсыһы була. Башҡарылған ролдәре араһында Риголетто, Евгений Онегин һәм Алеко була. Карьераһында иң мөһим ваҡиғаларҙың береһе булып уның режиссер Борис Покровский менән хеҙмәттәшлеге тора[2].

Вадим Васильевич Калинин филармонияһы менән даими гастролдәргә сыға. Ул ун тапҡырҙан ашыу итальян театрҙары сәхнәләрендә сығыш яһай. Вадим Тиронға 1988 йылда «РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем бирелә, ә ун йыл үткәндән һуң, 1998 йылда "Халыҡ артисы" тигән исемгә лайыҡ була.

Тирон төрлө Филармония фестивалдәрендә: «III мең йыллыҡҡа ышанс менән» Раштыуа форумында, «Тверҙә музыкаль көҙ», Берновта Пушкин байрамы һәм Князевта Лемешев байрамында даими ҡатнаша. Рәсәйҙең билдәле оркестрҙары менән сығыш яһай, улар араһында – Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының рус халыҡ инструменттары академияһы оркестры, Н.П.Осипов исемендәге Рәсәй Милли академия халыҡ инструменттары оркестры, В.П.Дубровский исемендәге Смоленск рус халыҡ оркестры, Мәскәү дәүләт академия филармонияһының симфония оркестры, шулай уҡ Тверь камера «Рәсәй камератаһы» оркестры [3].

Тверь ҡалаһында йәшәй.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Title. www.tverduma.ru. Дата обращения: 18 апрель 2021.
  2. Народному артисту Вадиму Тирону – 65 лет.
  3. Тверская Филармония - Вадим Тирон.

Һылтанмалар үҙгәртергә