Тамара Ғәниева

Башҡорт шағиры, журналист-публицист, тәржемәсе
(Тимербикә Ғәниева битенән йүнәлтелде)

Тамара Ғәниева (25 ғинуар 1951 йыл) — Башҡортостандың халыҡ шағиры (2019). Журналист-публицист, тәржемәсе. 1986 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993). Әҙәби премиялар лауреаты.

Тамара Ғәниева
Тамара Ғәниева
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған ваҡыттағы исеме Тимербикә Әхмәтшәриф ҡыҙы Ғәниева
Тыуған көнө 25 ғинуар 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (73 йәш)
Тыуған урыны Кинйәбай ауылы, Керәүле-Илюшкин ауыл Советы, Көйөргәҙе районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө шағир, тәржемәсе, драматург
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Тамара (Тимербикә) Әхмәтшәриф ҡыҙы Ғәниева 1951 йылдың 25 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Көйөргәҙе районы Кинйәбай ауылында тыуған. Һигеҙ йыллыҡ мәктәптән һуң Салауат педагогия училищеһына уҡырға керә, аҙаҡтан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлай. Мәктәптәрҙә, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы мәҙәниәт техникумында уҡытыусы булып эшләй. Республика телерадиокомитетында, «Ағиҙел» журналында бүлек мөдире булып эшләй.

Ижади эшмәкәрлеге

үҙгәртергә
  • Тамара Ғәниева әҙәбиәткә XX быуаттың 80-се йылдарында килә. Уның беренсе китабы «Осрашырбыҙ әле» 1980 йылда донъя күрә. Төрлө жанрҙарҙа бик әүҙем ижад итә. Бер үк ваҡытта республика баҫмаларында көнүҙәк темаларға арналған публицистик мәҡәләләр менән дә даими һәм әүҙем сығыш яһай.
  • «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, 2015 йылдың сентябрендә Башҡортостандың Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә Тамара Ғәниеваның «Ғүмер кисеүҙәре» тип аталған яңы шиғри йыйынтығы донъя күрҙе. Унда шағирҙың һуңғы йылдарҙа яҙылған әҫәрҙәре урын алған[1].
  • Әҙип тәржемә өлкәһендә лә эшләй. Ул ундан ашыу авторҙың әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә иткән. Улар араһында Фридрих Шиллерҙың «Мария Стюарт», Альбер Камюҙың «Калигула», Николай Гумилевтың «Древо превращений», Лопе де Веганың «Собака на сене», Николай Гоголдең «Ревизор», Камил Йыһаншиндың «Скитники», «Золото Алдана», «Росомаха» китаптары бар. Донъя һәм рус әҙәбиәте классиктары әҫәрҙәрен башҡорт теленә ауҙарыу буйынса емешле эшмәкәрлеге өсөн Тамара Ғәниева 2015 йыл өсөн яҡшы әҙәби тәржемә өсөн «Словес связующая нить» Бөтә Рәсәй әҙәби премияһына лайыҡ булды[2].

2019 йылдың майында Тамара Ғәниеваға «Башҡортостандың халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем бирелде[3].

Китаптары

үҙгәртергә
  • «Йәш көстәр» — 1976 йыл, Өфө, Китап.
  • Осрашырбыҙ әле: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 1980.
  • Күсмә ҡоштар — 1984 йыл, Өфө, Китап.
  • Көмөш ямғырҙар — 1988 йыл, Өфө, Китап.
  • Уйлы сағым — 1991 йыл, Өфө, Китап.
  • Ҡондоҙ ҡойроғо — 1993 йыл, Өфө, Китап.
  • Ҡыпсаҡтар — 1994 йыл, Өфө, Китап.
  • Арҡайым — 1997 йыл, Өфө, Китап.
  • Аҡыҡ көмбәҙҙәр — 2001 йыл, Өфө, Китап.
  • Мөхәбәткә ышанам — 2006 йыл, Өфө, Китап.
  • Обращаюсь к вашему разуму (2009) йыл, Өфө, Китап.
  • Ғүмер кисеүҙәре: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2015.

Ваҡытлы матбуғаттағы мәҡәләләре һәм әҙәби әҫәрҙәре

үҙгәртергә

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостандың халыҡ шағиры (2019)[4];
  • Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993);
  • Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты;
  • Фатих Кәрим исемендәге премия лауреаты;
  • «Туғанлыҡ» төрки халыҡтары фестивале дипломы.
  • Яҡшы әҙәби тәржемә өсөн «Словес связующая нить» Бөтә Рәсәй әҙәби премияһы (2015)[2].

Тормошо һәм ижады тураһында

үҙгәртергә
  • Хөсәйенов Ғ.Б. Үҙ һуҡмағын һалды. — «Башҡортостан» гәзите, 2008 й., 23 август.
  • Хөсәйенов Ғ.Б. Фәһемле ижад. — «Ағиҙел» журналы, 2006 й., № 9, 150-155-се биттәр.
  • Шаһманов Т.Ғ. Милли аң һәм милли моң шағирәһе. — «Башҡортостан», 2008 й., 26 август.
  • Назарова Р.Ғ. Әгәр яңынан тыуһам. — «Юшатыр» гәзите, 2016 й., 21 ғинуар.
  • Кинйәбулатова К. К. «Көмөш ысыҡ» балҡышы. — «Ағиҙел» журналы, 1989 й., № 8, 127-128-се биттәр.
  • Ҡунафин Ғ.С. «Ғазап ҡатыш наҙҙа үртәлеү» — «Ағиҙел», 1994 й., № 4, 177-179-сы биттәр.
  • Мусин Н. С. Иле, теле, рухы — өс таған. — «Башҡортостан», 2008 й., 16 сентябрь.
  • Шәрипова З. Я. Ил хәстәрен тартыусы. — «Башҡортостан» гәзите, 2008 й., 18 сентябрь.
  • Камалов Р.Ә. (Ринат Камал). Шағирә планетаһы. — «Йәшлек» гәзите, 2001 й., 19 июнь.
  • Хажиев Р. З. Тамаристай рухлы Тамара.— «Башҡортостан» гәзите, 2008 й., 4 сентябрь.
  • Хужин М. Х. Тамараның ижады һоҡландыра, уйландыра. — «Башҡортостан» гәзите, 2008 й., 11 сентябрь.
  • Нәҙершина Ф. А. Йөрәгенә заманалар һыйған. — «Башҡортостан» гәзите, 2008 й., 4 сентябрь.
  • Янбаева Г. Г. Тамара таң ҡалдыра. — «Башҡортостан» гәзите, 2000 й., 18 апрель.
  • Ҡолмөхәмәтова М. М. Уйсандарҙы уйландырыр. — «Башҡортостан», 2010 й., 21 ғинуар.
  • Аҙнағолов Р.Ғ. Алдан һиңә аҡ юл теләнгән. — «Ағиҙел» журналы, 2000 й., № 10, 156-160-сы биттәр.
  • Аҙнағолов Р.Ғ. Шиғриәте — ҡыҙыу янған усаҡ. — «Башҡортостан» гәзите, 2006 й., 20 июнь.
  • Дәүләтбиҙина Т. С. Ярыш тәме ҡандан киләме? — «Йәшлек» гәзите, 2008 й., 16 сентябрь.
  • Хисамов Ғ.А. Тамара Ғәниева — философ-шағирә. — «Йәшлек», 2008 й., 28 август.
  • Шәрәфетдинов Д. М. «Һин бит мине телле итеүсе лә…» — «Йәшлек» гәзите, 2008 й., 28 август.
  • Хәбиров Ә.Х. «Сәфәр сығам — эйәрегеҙ миңә…» — «Ағиҙел» журналы, 1993 й., № 1, 150-152-се биттәр.
  • Кирәева Л. Р. «Офоҡтарҙы кисеп офоҡ таптым…» — «Ағиҙел» журналы, 2002 й., № 9, 145-147-се биттәр.
  • Абдуллина Л. Х. Милләтебеҙ лайыҡлыларҙы күтәрә белә. — «Башҡортостан» гәзите, 2013 й., 10 сентябрь.
  • Ханнанова З. М. Йөрәгендә уның — ил ғәме. — «Башҡортостан» гәзите, 2013 й., 4 декабрь.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 28 май 2019)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с.  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 28 май 2019)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.  (Тикшерелеү көнө: 28 май 2019)

Һылтанмалар

үҙгәртергә
Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендә
башҡа сығанаҡтар